

Учалы егеттәре Илдар Исхаҡов, Рөстәм Тләүбирҙин, Илназ Үҙәнбаев һәм Фәнил Ишбулдин ошо көндәрҙә Архангел районынан ҡайттылар. Өфөнән “Мәргән уҡсы” берекмәһенең башҡа спортсылары менән бергә режиссер Гәүһәр Баталованың “Место силы” кинотаҫмаһына төшөргә саҡырылалар. Тарихи-документаль фильм күскенсе цивилизациялар үткәнен яҡтырта. Бик ҡыҙыҡ һәм фәһемле әҫәр экрандарға киләһе йыл сығарыласаҡ. Үҙенсәлекле сәнғәт, көнкүреш тураһында айырым өлөштәр булһа, беҙҙекеләр хәрби алымдарҙы һүрәтләргә йәлеп ителде. Урал, Аҡъял, Салауат батырҙар вариҫтары ла кинофильмдың иң мауыҡтырғыс өлөшөн тәшкил итерҙәр буғай. Бар һәләттәрен күрһәтәләр: сабып килгән килеш сәпкә уҡ атыу, тиҙлекте кәметмәйенсә эйелеп ерҙән уҡты күтәреү, "ауҙарыш"көрәше, фланкировка (һыбай ҡыйғыс ҡорал менән эш итеү), джигитовка (һыбай гимнастика, акробатика күнекмәләрен башҡарыу), “йөҙөк атыу” (йәйәү уҡ менән балдаҡҡа атыу).
Аңлашыла бит инде, ҡәҙимге кино артисын йә театр актерын һыбай мендереп, уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс-һөнгө тоттороу мәрәкәле кинокомедия өсөн генә килешә, был осраҡта ла йығылып-имгәнеп ҡуймауын хәстәрләр кәрәк. Ә ысын хәрби сәнғәткә өйрәнер өсөн һәләт тә, бик оҙайлы махсус күнекмәләр ҙә берсә талап ителә. Юҡҡа ғына түгел, былтыр уғатар һыбайлыларыбыҙ популяр тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың фильмына саҡырылһалар, быйыл 3 тапҡыр төрлө кинофильмдарҙа төштөләр. Райондаштарыбыҙ нисек камиллаша?
-Ҡышын ҡалалағы Ижад һарайында балаларҙы уғатырлыҡҡа өйрәткәндә үҙебеҙ ҙә мәргәнлекте яҡшыртабыҙ, -ти Илдар Иршат улы. – Йәйен иһә, ат менергә лә форсат сыға. Иманғол янында бер яланда майҙансыҡ булдырҙыҡ, трасса билдәләнек, сәптәр ҡуйҙыҡ. Берәй саҡ кәртәләп тә алырға тигән хыял бар.Йылҡы үҙебеҙҙеке инде – мин 2 менге тотам, Рөстәм Тләүбирҙин 4 баш аҫрай. Ҡышҡы миҙгелдә күберәк малҡайҙарҙы һыбай уғатарлыҡҡа күнектерергә йыйынабыҙ. Өйрәнергә теләүселәр табылып тора (ҡатын-ҡыҙҙар күберәк!), әммә был тәңгәлдә хәл итәһе проблемалар бихисап әле. Бөтөнләй белмәгән кеше генә барыһын да анһат тип күҙ алдына килтерә, ә яҡшы менге велоисипед түгел: кәрәк булғанда ғына атланаң да, ҡалған ваҡытта онотоп тороп булмай. Аҫрау, тәрбиәләү, кавалерист амуницияһын хәстәрләү – барыһы ла күп көс-ваҡыт һәм сығымдар талап итә. Амуниция тигәндәй, беҙҙе киноға төшөргә саҡыра башлауҙарҙың бер сере унан да ғибәрәт. Заманса термин менән әйтһәк, йүгән-әйәр, айыл-өҙәнгеләр барыһы ла “аутентичный”, йәғни боронғоса, ата-бабаларыбыҙ ҡулланған кеүек булыуҙары яҡшы. Беҙ ни, традицион уғатарлыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгәс, ҡалай тейеш икәнлеген яҡшы күҙ алдына килтерәбеҙ. Саҡырылған ергә ғәҙәттә үҙебеҙ йөк атындай тейәнеп, сбруй күтәреп йөрөйбөҙ. Ә менгеләрҙе фильм төшөргән урында бирәләр. Эйе, аттар кеше һымаҡ, холоҡтары төрлөсә, кинәт өйрәнеүе ҡайһы саҡ ҡатмарлылыраҡ та булғылай, ләкин аҡыллы хайуандар бит улар – ат рәтен белгән кешене шундуҡ тоялар, үҙҙәренән ни талап ителгәнгә тиҙ төшөнәләр.
-Әңгәмә темаһына тура ҡағылмаһа ла, бер һорау бирге килә. Гәзиттә бик оҙаҡ эшләү дәүерендә ат сабышында ҡатнашҡан спортсыларҙан да интервью алырға тура килгәне бар. Бер ҡыҙыҡ үҙенсәлеккә иғтибар иттем: ҡайһы саҡ ауыл егеттәрен һөйләндереүе ҡыйыныраҡ - оялалар, ни әйтергә белмәй ҡаушайҙар, ә бына шул уҡ кешенән һыбай ултырғанында һораша башлаһаң, бөтөнләй үҙен икенсе тота - олпат, дәрәжә-баһаһын белеп аралаша, хатта, ҡарашы, бөтә ҡиәфәте үҙгәрә. Һыбай менгән кешенең психологияһы ла икенсе буғай?
-Тап шулай! Бына мин үҙем дә иреп-ағып барғандарҙан түгел, әммә эйәргә менгәндә үҙемде сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә иркенерәк тоям, үҙенән-үҙе дәрт-дарман өҫтәлә. Ата-баба ҡаны үҙенекен һиҙҙермәй ҡалмайҙыр инде. Ә һыбай йөрөүҙең кәйеф күтәреүҙән тыш, организмға физиология кимәлендәге файҙаһы ғалимдарға күптән билдәле, хатта, “иппотерапия” тигән тармаҡ та айырым бүленгән бит инде. Айырыуса мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инсульт үткәргән йә нервы сирҙәренән яфаланған оло кешеләр өсөн сихәтле, тип тә уҡыған бар интернетта.
....Эйе, заманында Учалы ҡалаһында “Ирәмәл” ат спорты клубы булдырылғанда үҙебеҙ ҙә был хаҡта күп яҙҙыҡ. Үкенес, яҡшынан-яҡшы башланғыс буръяҡ “приватизация” тулҡыны аҫтында ҡалды, күп тә тормай бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Хәҙер килеп, исмаһам, энтузиазм, шәхсән инициатива һәм сығымдар иҫәбенә юл ярған шишмәне нисек тә ҡоротмай алып ҡалырға ине! Иҫәпләй башлаһаң, ыңғай яҡтарының осона ла сығырлыҡ түгел бит. Бар спорт та һәйбәт, әммә ат спортының милли төрҙәре, традицион уғатарлыҡ һәм традицион уғатарлыҡтың йөҙөк ҡашы – һыбай уғатарлыҡ – былар барыһы ла халҡыбыҙҙың йәме, ғорурлығы, милли тамырҙарға тоғролоҡтоң сағыу билдәһе. Рухи яҡ тураһында әлегә башҡаса яҙмайынса, прагматик яҡты ғына ҡарайыҡ әле. Әйтәйек, төбәгебеҙҙә йәш хоккейсыларҙы күпме генә әҙерләмә, Рәсәй йә донъя кимәленә күтәреү саманан тыш ҡатмарлы мәсьәлә. Һәм спорттың элитар төрө булғас, берәү шөғөлләнәсәк, ә ҡалған йөҙләгән-йөҙләгән үҫмерҙе бер нисек тә йәлеп итеп булмаясағы алдан билдәле. Өмөтлө йәш спортсыны тәрбиәләгән осраҡта ла, төбәккә әллә ни файҙа килтермәҫ – йәһәт аҡсалы, ҙур ҡалаларҙағы клубтар үҙҙәренә әүрәтеп алып китәсәк. Ә бына үрҙә әйткән традицион уғатарлыҡ, милли ат спорты төрҙәре менән урындағы кешеләр бәләкәй Ватандарын ташлап китмәйенсә лә, федерация, донъя кимәленә күтәрелә, таныла алалар. Әлбиттә, урындағы властар талап ителгән күләмдә булышлыҡ иткән осраҡта!
-Беҙҙең ярайһы күтәрелергә форсат бар әле, - тигән фекерҙә Илдар Исхаҡов.- Архангелдә булғаныбыҙҙа “Мәргән уҡсы” берекмәһе етәксеһе Юлай ағай Ғәлиуллин яҡшы яңылыҡ менән өмөт уятты – Рәсәйҙең ҡайһы-бер төбәктәрендә һыбай уғатарлыҡ тәжрибәһен өйрәнеп, РФ Спорт министрлығына тәҡдим яһарға йыйыналар икән – ошондай айырым төр спортты рәсмиләштереү тураһында. Бирһен Хоҙай, тип теләп ҡалабыҙ.
Әңгәмәсенең һүҙенән, был төр хәрби сәнғәт Мәскәү, Һарытау, Ярославль өлкәләрендә киң ҡолас йәйә бара, иң ныҡ ереккәне – Ҡалмыҡстан. Улар ныҡлап 3 йыл шөғөлләнә һәм бөтә илдә лидерҙарға сыҡтылар, ҠР Башлығы Бату Хасиҡов һәр яҡлап булышлыҡ итә, ти. Ә бит, һыбай уғатарлыҡ буйынса тәүге төбәк-ара, хатта, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙҙарҙың ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда – Халыҡ-ара ярыштар тәүләп беҙҙә, Учалыла үткәйне. “Баҡшай мәргәне” ярыштарында. Тос ярҙам алып, 5-6 йыл ағымында башҡалар үтә башланы шул беҙҙе. Бүрәт республикаһынан да учалыларға мөрәжәғәт иткәндәр, оҫталыҡ дәрестәре биреүҙе һорайҙар. Унда ла муниципаль, республика кимәлдәрендә ныҡлап ярҙам итә башлағандар Йыраҡ ара тип бара алманылар. Бына шулай хәлдәр.