

Чемпион исемдәрен яуланылар. Ҡыҙҙар, 40 килограмға тиклем категория – Аделина Сәғитова, 57 килограмға тиклем – Анита Билалова (икеһенең дә тренеры – Ирина Харисова). Егеттәр, 30 килограмға тиклем – Батыр Ғәббәсов (Артур Гончаров), 50 килограмға тиклем – Юрий Перфильев, 55 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһы – Эмиль Шәрипов (икеһенең дә тренеры Фәһим Шакиров).
-Юрий Перфильевты Александр Шумков билмау менән көрәшергә өйрәтһә, мин дзюдоға төшөндөрәм. Һәләтле һәм өмөтлө егет, Донецк балалар йортонда тәрбиәләнгән була, һуғыш башланғас беҙгә килтереләләр. Өс туғандар улар, ағаһы ла, ҡустыһы ла “Яугир” клубында шөғөлләнә. Был клубты былтыр көҙ Учалы ауылының Ә.Ғ. Хөснөтдинов исемендәге урта мәктәптә үҙем асҡайным, - тип бәйән итте беҙгә остаз Фәһим Зәйет улы.
....Ирекһеҙҙән Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре иҫкә килә! Тарих ҡабатлана бит – Украинала йәнә нацистар ҡан ҡоя, йәнә һуғыштан ҡурсаланған балалар Башҡортостанда ышыҡ һәм хәстәрлек таба. Исмаһам, был быуын үҫеп нығынғансы тыныслыҡ урынлашһын, тип теләргә генә ҡала. Бар алыштар спорт майҙансыҡтарында ғына барһын ине!