Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
10 Октября 2023, 05:32

Ҡатыраҡ та аңлатырҙар...

Суд алдына баҫтырылғас ғәйебен таный, үкенә, шулай ҙа 5 йыл 5 айға иректән мәхрүм ителә – ултыраҡ-колонияға ебәрелә.

Ҡатыраҡ та аңлатырҙар...Ҡатыраҡ та аңлатырҙар...
Ҡатыраҡ та аңлатырҙар...

Транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кешеләр йәнә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙа икән, яуаплылыҡ ҡаты икәнлеген барыһы ла белә. Тик барыһы ла ҡолаҡҡа элмәй, аҙағынан терһәк тешләйҙәр.

1995 йыл тыуған Учалы ҡалаһы кешеһе “праванан” ҡолаҡ ҡаҡҡан була инде.Шуға ҡарамаҫтан быйыл май айында руль артында Силәбе яғына сыға. Һәм һаман да алабарманлыҡтан ҡотола алмаған. Һаҡһҡыҙлыҡ менән ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, маңлайға-маңлай «ВАЗ 21074» автомобилен төрттөрә. ВАЗ водителе һәләкәт ерендә йән бирә, пассажирҙар ныҡ имгәнә.

Суд алдына баҫтырылғас ғәйебен таный, үкенә, шулай ҙа 5 йыл 5 айға иректән мәхрүм ителә – ултыраҡ-колонияға ебәрелә. Мәҡәлә яҙылғанда суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне.

Ҡайһы саҡ оло бәләгә еткермәйенсә лә бындай граждандарға кәртә ҡуйыла. Районыбҙҙың бер ауылында  1991 йылғы ир транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителһә лә, бер кем күрмәҫ тип өмөт иткәндер инде – эскән килеш магазинға автомобилдә бармаҡсы була. Юл инспекторҙары туҡтата. Әллә ни зыян килтереп өлгөрмәһә лә,  7 ай 10 көнгә иркенән мәхрүм ителеп, колония-ултыраҡҡа ебәрелде. Тәбиғи, оҙайлы ваҡыт йәйәү йөрөп торорға ла тура киләсәк.

Ә учалыларҙың жуликтар ҡармағына сабыйҙарса хәйләһеҙ эләгеүе – хәҙер ҡәҙимге, көндәлек күренеш. Оло кешеләр алданһа, заман тормошон аңлап еткермәйҙәр тиер инек, йәштәр ҙә саманан тыш бер ҡатлы шул. Схема тапалып, тапалыуҙан тишкесләнеп бөткән: 30 йәшлек яҡташыбыҙға “элемтә операторы” шылтырата, аҡсағыҙҙы енәйәтселәр  урларға йыйына, тип ҡурҡыта һәм ошо һылтау менән  кредит юллатып (!), “хәүефһеҙ счетҡа”, йәғни жуликтың үҙ кеҫәһенә күсертә. 400 мең һум, банк бурысы булғас, түләп бөткәнсе 1-2 тапҡыр артасаҡ та әле.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас