Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
17 Октября 2023, 05:08

Үтә ҡиммәт “бәшмәк”...

Ауылдан 10 саҡрымлап ситтәрәк береһенең күҙенә мышы күренгәс, 50-60 метрҙан пуля менән атып йыға. Яҡынлашып бахырҡайҙың йәнә  башына атып тамам  дөмөктөрә һәм боғаҙлай. Орғасы малҡай, мөгөҙһөҙ.

Үтә ҡиммәт “бәшмәк”...Үтә ҡиммәт “бәшмәк”...
Үтә ҡиммәт “бәшмәк”...

Ысынында нисек булғандыр, үҙенең аңлатмаһына ҡарағанда түбәндәгесә хәлдәр төҫмөрләнә. Миндәк ауылынан ике олоғая башлаған ир урманда йөрөп килергә, бәшмәк йыйырға килешәләр. Икеһе лә мылтыҡ алалар. Ауылдан 10 саҡрымлап ситтәрәк береһенең күҙенә мышы күренгәс, 50-60 метрҙан пуля менән атып йыға. Яҡынлашып бахырҡайҙың йәнә  башына атып тамам  дөмөктөрә һәм боғаҙлай. Орғасы малҡай, мөгөҙһөҙ. Браконьерға иптәше ярҙамға килә, икәүләп түшкәне ары-бире ботарлайҙар. Ауылға ҡайтып, кисен килеп, итте алып ҡайтырға килешәләр.

Әммә бер-нисә сәғәт үтеүгә браконьерҙың өйөнә әшнәһе, һунар инспекторы һәм “Росгвардия” хеҙмәткәре килеп етәләр. Барыһын да беләбеҙ тигәстәре, баш тартып тормай.Тик бына ҡоралын тапшырырға бойорғастары, 12 калибрҙағы ИЖ 27 ЕМ мылтығын асыуына сыҙаша алмай ергә ҡуша һуғып һындыра.  Браконьер һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһында ағза булып торһа ла, мылтыҡҡа рөхсәте юҡ һәм булмаған да. Һуңынан өйөндә тентеү үткәргәндә дары һәм патрондар ҙа конфискациялана. “Урман итенән” кәтлит менән һыйланырға яҙмай уға, ысынында ла бәшмәк кенә йыйып ҡайтһасы икән!

Тәбиғи, мышы атырға ла  “бәшмәксенең” лицензияһы булмай.  Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең һорауы буйынса, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белешмә бирә – мышы атып тәбиғәткә 400 мең һумлыҡ зыян килтеререлә был ҡылмыштан. Тәбиғи, “бәшмәксе” был дүрт йөҙҙө түләү менән ҡотола алмаясаҡ. Эксе эштәр бүлегенең  өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова аңлатма бирҙе:

-Законһыҙ һунар өсөн РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эш ҡуҙғатылды. 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған, иң ҡаты яза – 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү. Бынан тыш, законһыҙ рәүештә ҡорал, шартлатҡыс матдәләр һаҡлауы ла тикшерелә. Уның өсөн – айырым енәйәт эше, айырым яза.  

Уңайын файҙаланып, Динара Фәнил ҡыҙы район халҡына ла мөрәжәғәт итте: айырым кешеләрҙә тейешенсә рәхсәт булмайынса ҡорал йә яһаҡтар һаҡланыуы ихтимал, элек талаптар әлегенән йомшағыраҡ ине бит, шуға кешеләр үҙҙәре быға әһәмиәт тә бирмәүе мөмкин. Әйтәйек, мәхрүм һунарсынан ҡалып ҡайҙалыр йорт төбөндә мылтыҡ-яһаҡтар, дары-капсүлдәр ята икән, мираҫсылары, беҙҙеке түгел дә инде, беҙ уны ҡулланырға ла йыйынмайбыҙ, тип үҙҙәрен тынысландырыуы мөмкин. Юҡ шул, йорт хужаһы кем, шул яуап тотасаҡ. Ҡаты яуап. Шуға ла ваҡытында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итер кәрәк. Бәләһенән баш-аяҡ! Был осраҡта яза алыу түгел, күпмелер аҡса ла түләнәсәк, ти.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас