

Киевта ғәмәлдәге режим власть алыу менән, Көнбайышҡа ярамһаҡланып “декоммунизация” үткәрә башланы, йәнәһе лә, Советтар Союзынан бер яҡшылыҡ та күрмәгәндәр. Фәҡәт Совет власы уларға дәүләтселек һәм биләмәләренең байтаҡ өлөшөн тоттороуы тураһында әлегә яҙып тормайыҡ. Әлегә һүҙ икенсе хаҡта – нацист илбаҫарҙары юҡҡа сығарған, аслыҡтан тилмергән Украинаға хатта алыҫ Урал тауҙарынан ас-яланғас үҫмерҙәр йәйәү мал ҡыуыуҙары тураһында , бөтө ил туғандаш халыҡҡа һуңғы ризығын йәлләмәүен онотмаһындар ине, исмаһам!
Һәр хәлдә лә, был хаҡта үҙебеҙ иҫтән сығармайыҡ. Билдәле режиссер Булат Йосопов ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» тигән хәрби-патриотик фильм төшөрөү эшенә тотонған. Фильмда 1944 йылғы ваҡиғалар һүрәтләнәсәк: Учалынан малай-ҡыҙҙар 400 баш һыйырҙы Украинаға ҡыуып алып китә. Балалар араһында Фәрзәнә исемле ҡыҙ ҙа була. Кинола уның уй-кисерештәре аша һуғыш осоро балаларының яҙмышы яҡтыртыласаҡ.«Был фильм илебеҙ өсөн һынылышлы йылдарҙа совет тылы темаһын асыуы менән үҙенсәлекле, картина геройҙары — балалар. Тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың ҡаһарманлығына арнала», — ти Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов.
Фильмды А.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы менән берлектә төшөрәләр. Продюсерҙар - Юнир Әминев, Леонид Филинов. Бөгөнгө көндә артистар һайланмаған әле.Проект командаһы кастингты ике турҙа уҙғарырға әҙерләнә, беренсеһе онлайн булыр (интернет аша тауыш биреп) тип көтөлә. Унда һәр кем ҡатнашырға дәғүә итеп ҡарай ала, ти. Әлегә әҙерлек бара, фильмды 2024 йылдың февраль-март айҙарында төшөрә башларға уйлайҙар. Фильм Ауырғазы районында төшөрөләсәк. Премьераны авторҙар 2025 йылдың 9 майына планлаштыра.“Натура съемкалары”, йәғни тәбиғәттә төшөрөү күп буласаҡ, йәш артистар итеп үҫмерҙәр йәлеп ителәсәк. Һәм “мөгөҙлө артистар” – мал-тыуар булыуы билдәле ҡатмарлыҡтар өҫтәй – көтөүҙе шартына килтереп ҡыуыу, мал тәрбиәләү хәҙер бит онотола башлаған һөнәргә әйләнеп килә, тора килеп, һәр кем башҡара алмай.
Сценарий авторы — яҡташыбыҙ, “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, заманында “Яйыҡ”та ла эшләгән Баныу Ҡаһарманова. Сценарий 2021 йыл яҙылған, башҡаһынан тыш, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең ыңғай рецензияһына лайыҡ булған, йәғни тарихи хәҡиҡәткә тура килә. Бик хуп, юғиһә, телевизорҙан ҡайһы бер “тарихи” фильмдарҙың яһалмалыҡ-уйҙырмалығына йән ҡарая.....
- 2021 йылда Сәлимйән ағай Бәҙретдиновтың очеркын уҡып, яҡташ апай-ағайҙарҙың, үҫмерҙәрҙең батырлығына шаҡ ҡаттым һәм уларға рухи һәйкәл ҡуйғым килде. Нисек итеп улар малды алып барып еткерә алды икән, тип үткән юлдарын бер туҡтауһыҙ күҙ алдына килтерә торғас, үҙем дә улар менән бергә мең ыҙа кисеп, Харьков өлкәһенең Староверка ауылына хәлдән тайып, үлә яҙып барып еткәндәй булдым... Шул турала пьеса яҙырға дәртләнеп йөрөгән сағымда танылған режиссер Булат Йосоповтың киносценаристар өсөн семинар үткәреүе тураһында белеп ҡалдым да, заявка ебәрҙем. Миңә продюсер Леонид Филинов, әлбиттә, килегеҙ, ҡатнашығыҙ, тигәс, Өфөгә юлландым. Һәм мин Булат Тимербай улының лекцияларын тыңлағандан һуң бер нисә көн эсендә киносценарий яҙып ташланым. Бик тиҙ яҙҙым, сөнки геройҙарым араһында йөрөгән кеүек инем: уларҙы күрҙем, ишеттем, тойҙом, улар кисергәнде мин дә кисерҙем, һыҙланыуҙары йөрәгем аша үтте, кескәй генә ҡыуаныстарын, һөйөнөстәрен дә белдем. Староверкаға мал ҡыуған көтөүселәр араһында Ҡалҡан ауылынан Фәрзәнә апай Йосопова ла булған. Ләкин минең сценарийҙа Фәрзәнә - дөйөмләштерелгән образ. Фильм - документаль түгел, ә художестволы әҫәр, шулай ҙа ысынбарлыҡтан тайпылмаҫҡа тырышасаҡбыҙ. Кино киң прокатҡа сыҡһа, бурысым үтәләсәк - оло батырлыҡ ҡылып та, ғәҙелһеҙлектең асыһын татырға мәжбүр булған батырҙарға рухи һәйкәл ҡуйыласаҡ.Әйткәндәй, минең сценарийҙың исеме "Ғүмер каруаны” ине. Ләкин проектҡа икенсе исем биреүҙәренә мин һис тә ҡаршы булманым - кино сәнғәтенең үҙ ҡанундары бар, продюсерҙар ни эшләгәнен, моғайын да, беләлер. Был, беренсенән.Ә икенсенән, Рәсәй күп милләтле, мультимәҙәниәтле ил. Әгәр ҙә илебеҙҙә Анна Каренина, Павел Корчагин, Иван Васильевич һәм башҡалар бар икән, ниңә Зөләйхаға, Фәрзәнәгә булмаҫҡа, ти? Булһын, әйҙә! – ти Баныу Латиф ҡыҙы.
Үрҙә әйтелгәнгә аңлатма өҫтәргә кәрәктер. Белорет, Учалы, Бөрйән райондары буйынса «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Сәлимйән Миңләхмәт улы Бәҙретдинов оҙайлы эҙләнеү-тикшеренеүҙәр башҡарып, 1991 йыл “Совет Башҡортостаны” гәзитендә "Әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәт" тигән нәфис очерк баҫтырта. Был мәҡәлә ул ваҡыт тәүләп сыға ғына башлаған “Яйыҡ” гәзитендә лә шундуҡ баҫылды, уҡыусыларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныуын уятты. Аяныс та, бөйөк тә сәйәхәт тураһында киң йәмәғәтселеккә тәүләп ошо рәүештә еткерелә. Аҙаҡ та урындағы хәбәрселәр был темаға әйләнеп ҡайтылғыланы. Ошо нигеҙҙә Баныу Ҡаһарманова фильм сценарийына тотона ла инде.
БР халыҡ шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова социаль селтәрҙәрҙә түбәндәгене белдерҙе:”Башҡортостандың төрлө райондарынан һуғыш ваҡытында Украинаға мал алып барғандар, шул иҫәптән, Белорет районынан. Асы ауылынан Хәмирә исемле ҡыҙ бала булған оҙатып барыусылар араһында. Улар бомбежкаға эләккән, бер үҫмер һәләк булған. Хәмирә яраланған. Шунда ул, имен-аман ҡайта алһам, Сәмсетдингә кейәүгә сығам, тип нәҙер әйткән. Сәмсетдин беҙҙең ауылдан, аҙат һындырған (горбатый) егет булған. Нәҙерен үтәгән. Был хаҡта ауылдашым Ринат Шәйбәков үҙенең китабында яҙған”.
Ошо хаҡта ишеткәс, Сәлимйән ағай һәм Баныу Ҡаһармановаларға рәхмәт тойғоһо көсәйҙе генә. Украинаға башҡа мал ҡыуыусылар ҙа булған, күптәре хәҙер бөтөнләй билдәһеҙ, ә беҙҙекеләр тураһында иҫтә тотоусылар табылғас, хәҙер, хатта, кино ла төшөрөлә! Афарин!