Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
20 Октябрь 2023, 06:19

Ҡайҙа Ватан башлана?

Ижад һарайы мәж килә. 27 октябргә тиклем һәр кем  барып үҙе лә һоҡлана ала был эштәргә (8.00-20.00 сәғәттәрҙә, Учалы ҡалаһы, Горький урамы, 1А). Ойштороусыларға ла, конкурсанттарға ла афарин!

Ҡайҙа Ватан башлана?Ҡайҙа Ватан башлана?
Ҡайҙа Ватан башлана?

Мәҡәләне РФ Президенты В.В.Путиндың иң яратҡан йырынан бер куплетты иҫкә алыуҙан башлайыҡ.

“С чего начинается Родина?

С заветной скамьи у ворот,

С той самой березки что во поле

Под ветром склоняясь, растет”.

Бик мәғәнәле һүҙҙәр! Һәр кемебеҙҙең күңел төбөндә һаҡланған иң йылы, иң нескә хәтирәләр, бар асылыбыҙҙың нигеҙ ташы – бала сағыбыҙҙа кисергән тойғолар һәм һоҡландырған күренештәр. Ватанға ла, уның бик мөһим өлөшө – тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата ла һөйөү тап бала саҡта, күңел ҡайышланып өлгөрмәгән ваҡытта ярала.

Учалыла йәш тәбиғәт дуҫтары араһында  “Башҡортостаным – ғиффәт төйәгем” («Башкортостан – край мой заповедный») фотоконкурсы бара. Берсә Республика көнөнөнә лә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә лә бағышланған. Ойоштороусылар – район мәғариф бүлеге, “Ижад һарайы” учреждениеһы, БР айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы.Конкурс хәҙер инде туғыҙынсы йыл ойошторола, ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Быйыл 627 фоторәссам 662 эш тәҡдим иткән! Биш номинацияла баһалана: “Башҡортостандың уникаль мөйөштәре”, “Ирәмәл – Башҡортостан ынйыһы”, “Тәбиғәт һәм кеше”, “Һирәк һәм һаҡланған үҫемлек менән йән йән эйәләре”, “Һирәк кадр”.

-Һәр эш ҡыҙыҡлы, күңел биреп, яратып төшөрөлгән. Тамашасыларға ла ныҡ оҡшай: экскурсиялар үткәрелә, балаларҙың ихлас һоҡланыуҙарын ситтән күҙәтеү үҙе генә лә оло кинәнес! – ти Ижад һарайы методисы Вероника Талменева-Глушкова.

Ижад һарайы мәж килә. 27 октябргә тиклем һәр кем  барып үҙе лә һоҡлана ала был эштәргә (8.00-20.00 сәғәттәрҙә, Учалы ҡалаһы, Горький урамы, 1А). Ойштороусыларға ла, конкурсанттарға ла афарин!

 

П.С. Ә Ирәмәл 8 октябрь көнө ҡар менән ҡапланған, тип хәбәр иттеләр “Ирәмәл” тәбиғәт паркынан.

Фотографиялар - күргәҙмәнән һәм "Ирәмәл" паркы сайтынан.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас