Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Октябрь 2023, 04:12

Ен-эйә менән аралашыу

Башты эйәргә терәп йоҡларға тейешмен, шулай эшләһәң, ололар әйтеүенсә,  аттың тир еҫенән ҡурҡып, шайтандар килмәй икән. Мылтыҡтан юғарыға атып ебәрҙем, йәнәһе бүреләрҙе, ен-пәрейҙәрҙе ҡурҡытам. Эйәргә башты терәп йоҡларға яттым. Дөм ҡараңғы, бер нәмә лә күренмәй. Йоҡлап киткәнмен, мине йомшаҡ ҡына тауыш уята: - Рәүил, уян инде, һыйырҙарың игенгә кергән, - ти. Эргәмдә бер кем дә юҡ! 

Ен-эйә менән аралашыуЕн-эйә менән аралашыу
Ен-эйә менән аралашыу

 

Бала саҡ хәтирәләре

            Миңә бирелгән етмеш биш йылға яҡын ғүмерҙең тик ун биш йылын ғына ауылда үткәрҙем, ҡалғанын ҡалала йәшәнем һәм эшләнем. Шуларҙы уйлаһаң, күп кенә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та  хәл-ваҡиғалар  баштан үткән икән.  Үҙемдең  бала саҡ мажаралары, хәтирәләрем тураһында гәзит уҡыусыларға һөйләйем әле тигән ниәт   тыуҙы.

                                   Ҡарлуғастар

            Өйгә терәтеп утынлыҡ эшләнгән, уртала урҙаһы бар, өҫтән буйҙан-буйға кәртәләр теҙелгән. Ямғыр үтмәһен өсөн өҫтөнә ҡалын итеп һалам йәйелгән. Ул һалам һәр ваҡыт ҡалын ғына булып ятмай, сөнки 1950-1960 йылдарҙа кешеләр бесәнде әҙ эшләнеләр. Яҙға табан бесән бөтһә, кәзә – һарыҡ лапаҫтың һаламын ашай торғайны, шуға ла тегендә-бында тишек күрергә була ине. Һарай, лапаҫ баштарына менеүе еңел, сөнки ул йылдарҙа ҡар күп яуҙы. Мин, биш-алты йәшлек малай күрәм: лапаҫ аҫтының урҙаһына ҡарлуғастар  оя ҡорған.  Әһә, мин әйтәм, йомортҡаларын алып, тауыҡ аҫтына һалайым әле. Тәүҙә һарай башына мендем, унан һуң лапаҫ башына күстем. Ҡарлуғас ояһының тапҡырынан һаламда тишек тиштем.Ҡулды һуҙам, ләкин ояға ҡул етмәй. Маташа торғас, ҡул да етте, мин тишеккә төшөп аҫылынып ҡалдым. Бейеклек 3-3,5 метр булғандыр, бәләкәй бала өсөн ҙур ғына ара бит инде, ҡулды ебәрһәм, аяҡ һыныр, тип ҡурҡам. Инәйгә ҡысҡырһам, ул тиҙ генә лапаҫ  башына менер ҙә мине юғарыға тартып алыр, тип уйлайым. “Инәй! Инәй!” – тип ярһып ҡысҡыра башланым. Өйҙөң ишеге асылды, көтәм, бер тауыш та юҡ. Бер ваҡыт аяҡтарымды 2-3 тапҡыр нимәлер яндырып үтте.  Нисек сыҡҡанмындыр ул тишектән, лапаҫ өҫтөнә менеп ултырғанымды  һиҙмәй ҙә ҡалдым. Минең ҡурҡыу, илау бөттө, аптырап оҙаҡ итеп тишеккә ҡарап ултырҙым. Аяҡтарымды “тәрбиә” шыйыҡ сыбығы яндырған икәнлеген һуңынан ғына белдем. Элек бит һәр өйҙөң өрлөгөндә шыйыҡ сыбыҡ тора торғайны.

                                   Сусҡа балалары      

            Беҙ бәләкәй саҡта ауылда олатайым Ғәйнулланан башҡа сусҡа аҫраусы кеше булманы. Шуның өсөн дә беҙҙә, балаларҙа, сусҡа тураһында бөтөнләйгә мәғлүмәт юҡ ине.  Нимә ашай? Нимә эсә? Йөҙә беләме? Һәм башҡа һорауҙар ҡайнай баштарыбыҙҙа. Иптәштәрҙән кемдер берәү Сәмсей кисеүе тирәһендә инә сусҡаның 8 – 10 балаһы менән йөрөүен әйтте. Нисек булһа ла, сусҡа балаларын тотабыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп алабыҙ, тип план ҡорҙоҡ.

            Үткән быуаттың алтмышынсы йылдары башында Шәгәр йылғаһы тулы һыулы, балыҡҡа бай булды. Йылғала хатта ат йөҙҙөрә торғайныҡ. Сәмсей кисеүе тирәһендә Шәгәр кинәт боролош яһап, ҡултыҡ барлыҡҡа килтергән. Шул ҡултыҡҡа керетеп сусҡа балаларын тоторға уйланыҡ. Өс яҡтан һыу, арттан беҙ ҡыуабыҙ, сусҡаларға ҡасырға урын юҡ, йәнәһе. Сусҡалар  ҡултыҡҡа нисек керһәләр, шулай туп-тура һыу аша икенсе ярға шаптыр-шоптор сығып та киттеләр. Сусҡалар йөҙә белә икән дә ул, тип ауыҙ асып аптырап тороп ҡалдыҡ.

 Кишер

            Элек ауылда йәшелсә, еләк-емеште бик үҫтермәнеләр. Беҙҙең ауылда Хафиза әбей генә йәшелсә үҫтерә ине. Улы Лирман урамға сығып, йәшелсәне йә һатыр, йә йомортҡаға алыштырыр ине.

            Бер көн шулай, Кәтип исемле малай урамға ҙур кишер тотоп сыҡҡан.

-  Кем йүгереп алдан килә, кишер шуныҡы була, - ти бит был. Беҙ күрше малай Рәмил Йәһүҙин менән йүгерешергә булдыҡ. 200 метр тирәһе араны йүгереп үтергә кәрәк. Йүгереп киттек, нисек тә кишерҙе алырға кәрәк бит инде. Финишҡа әҙ генә ҡалғайны, минең аяҡ Рамилдың аяғы араһына кереп китте лә, икебеҙ ҙә тәкмәсләп барып яттыҡ. Ул терһәгенә төшкән булған, быуыны сыҡҡан. Ата-инәһенең вайымһыҙлығы инде, дауаханаға алып бармағандар, ҡулы зәғиф булып ҡалды. Ләкин зәғифлек нишләптер уға Совет Армияһында хеҙмәт итергә ҡамасауламаны. Ул стройбатта хеҙмәт итеп, армиянан таксиҙа, бик фырт ҡына  ҡайтып төштө. Кәтип исемле малайыбыҙ, Әхмәҙиев Кәтип Насип улы, Ҡотой һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура дәрестәрен уҡытты, һуңынан юғары органдарҙа етәксе булып эшләне.

                                   Ете кило ҡаҙ ите.

            Йәйге бер көндә мин, 12-13 йәшлек малай, хәҙер Канафин Әхәт йәшәгән өйҙән аҫтараҡ, Шәгәр буйында, ҡаҙ бәпкәләрен көтәм. Көн ҡояшлы, йылы. Рәхәтләнеп китап уҡыйым. Тик ата ҡаҙ ҡаңғырта, бәпкәләргә әҙерләнгән емде килә лә ашай, килә лә ашай. Хәҙер мин әтәм, һинең “азбукаңды уҡытайым” әле. Йыуаныраҡ сыбыҡ алып, тегене көтөп ултырам. Әҙ генә торғас, был емде килеп ашай башланы бит. Тегенең муйынына ҡарап һелтәп тороп ебәргәйнем, ҡаҙ башын эйҙе, сыбыҡтың осо шунда йөрөгән бәпкәнең башына тейҙе. Мәхлүк бәпкә түңәрәк буйынса, үҙ “орбитаһында” әйләнә башланы. Минең хәлде белергә килгән инәйем йыраҡтан ни ҡыланғанымды күреп ҡалды. Етмәһә, ҡулында таяҡ. Урамға табан, өй яғына атылдым. Йүгереп  өйгә килеп керҙем, тупһаны аша үткәндә, кисә генә сыҡҡан ҡаҙ бәпкәһенә баҫтым. Шулай итеп, мин уйламағанда 10-15 минут эсендә ғаиләбеҙҙе иң кәмендә ете килограмм ҡаҙ итенән мәхрүм иттем.

            Яңы һөнәргә өйрәнеү.

            Йомабай ағай ауылдың Байрамғолға киткән осонда апаһы, инәһе менән бергә йәшәне.  Атаһы һуғышта үлгән. Уға 13-14 йәштәр булғандыр, беҙ ағайҙан 5 -6 йылға бәләкәй инек. Бер көн ул малай – шалайҙарҙы йыйып алды ла:

- Мин һеҙҙе еренә еткереп, танауҙан төтөн сығарып тартырға өйрәтәм, өйрәткән өсөн һеҙ утын бысырға тейешһегеҙ, - ти.

Кемдең ололар кеүек тәмәке тартҡыһы килмәһен, киттек тегенең артынан! Ул ике ҡул бысҡыһы, ике утын станогы әҙерләгән. Ағай утын һалып тора, беҙ бысабыҙ. 2-3 сәғәт бысҡандан һуң, эш бөттө. Инәһе, апаһы өйҙә юҡ. Йомабай ағай беҙҙе соланға алып кереп, эскәмйәгә теҙеп ултыртты. Махорка тәмәкене төрөп, тоҡандырып, һәр беребеҙгә биреп сыҡты, хатта ҡулланыу тәртибен дә аңлатты. Беҙ тәмәкене эскә һурабыҙ, ирендәрҙе ябабыҙ, ә төтөндө танау аша сығарабыҙ. Ул картинаны күҙ алдына килтерһәм, хәҙер ҙә рәхәтләнеп көлөп алам, сөнки малайҙарҙың ҡайһыһы сөскөрә, ҡайһыһының танауынан һыу килә, кемдер күҙ йәшен түгә. Был ваҡиғанан һуң да мин тартып маташтым, ләкин ныҡлап өйрәнеп китмәнем.

                        Ен-эйә менән аралашыу.

 Миңә 12-13 йәштәр тирәһе. Атайым ул ваҡытта совхоздың һыйырҙарын көтә ине. Бер көндө ул артығыраҡ “байрам итеп” ташлаған. Кис көтөүгә барыр кәрәк, ә ул атҡа менә алмай. Һул яҡтан мендерһәң, аттың уң яғына йығылып төшә, уң яҡтан мендерһәң, һулға ауа. Инәйем:

- Улым, һин атайың урынына эшкә бар инде, юғиһә, уны хәҙер  эштән ҡыуалар бит, - ти. 

Мин эштән ҡурҡмайым да ул, тик тик Ҡарағош тигән урындың “эйәһенән”  шыртлайым, һыйырҙар тап шунда көтөлә шул. Киттем һыбай, мылтыҡ аҫтым, өс патрон алдым. Атайым мылтыҡ йөрөтмәһә лә, беҙҙә мылтыҡ булды. Үҙем ун йәштән мылтыҡ аҫҡан булып, Шәгәр буйында һунарҙа йөрөнөм, ләкин ҡарғаны иҫәпкә алмағанда,  бер нәмә лә атҡаным булманы. Элек милиционерҙар ҙа әҙ булды, ярты районға бер милиционер булғанмы, юҡмы.

            Көтөүҙе ҡабул итеп алдым, йөҙҙән ашыу һауын һыйыр. Атай әйткәне хәтерҙә: сәғәт 11- гә ҡәҙәр көтәһең дә, унан өйөрөп ҡуяһың, улар иртәнге сәғәт бишкә ҡәҙәр яталар. Шулай эшләнем, өйөрҙөм, атты арҡанланым, эйәрен алдым. Башты эйәргә терәп йоҡларға тейешмен, шулай эшләһәң, ололар әйтеүенсә,  аттың тир еҫенән ҡурҡып, шайтандар килмәй икән. Мылтыҡтан юғарыға атып ебәрҙем, йәнәһе бүреләрҙе, ен-пәрейҙәрҙе ҡурҡытам. Эйәргә башты терәп йоҡларға яттым. Дөм ҡараңғы, бер нәмә лә күренмәй. Йоҡлап киткәнмен, мине йомшаҡ ҡына тауыш уята:

- Рәүил, уян инде, һыйырҙарың игенгә кергән, - ти.

Эргәмдә бер кем дә юҡ!  Сәғәткә ҡараһам, 5-се ярты, яҡтырған. Тиҙ генә атты эйәрләп, һыйырҙарға саптым, игендән сығарҙым. Әгәр ҙә ысынлап та мине иҫкәртеүсе шул ерҙең эйәһе булһа, миндә һаман ул эйәгә ҡарата тик яҡшы тойғолар ғына һаҡлана.

                        Батҡаҡта ҡалған калуш

            Яңы Байрамғол менән Ҡәйепҡол араһында элек таш юл булманы.  Олораҡ уҡыусылар итек кейеп йөрөнө, ә бәләкәй балалар - калушта. Зыяраттан аҫта юл бигерәк бысраҡ инде, ә аҫтараҡ - картуф баҫыуы. Ҡар ирегәс, бөтә һыу шул баҫыуға тарала. Ҡоро ваҡытта  кешеләр баҫыу аша    һуҡмаҡтан йөрөй. Ә ямғыр яуһа, был юлдарҙан мажараһыҙ үтермен тимә.

            8-се класта уҡып йөрөйөм. Көн ҡояшлы, матур. Әкрен генә атлайым. Күрәм: ике малай зыярат тапҡырында баҫыуҙағы һуҡмаҡҡа кергәндәр ҙә, тубыҡтан батып, сыға алмай торалар. Улар икенсе класс балалары Лирман менән Марат икән. Тегеләрҙе батҡаҡтан йолҡоп алып, ҡоро ергә баҫтырҙым. Кемдеңдер калушы шул батҡаҡта тороп ҡалған икән. Илле йыл үткәс, был ваҡиғаны Марат ҡусты менән иҫкә төшөрөп, бер рәхәтләнеп көлөп алдыҡ. Марат Вәзир улы Рәхимов хәҙер отставкалағы федераль судья, Лирман Усман улы Фәтҡуллин төрлө яуаплы вазифаларҙа эшәне. Улар икеһе лә 70 йәшкә етеп килгән оло кешеләр, олатайҙар инде.

                                                           Рәхимов Рәүил

                                                           Учалы ҡалаһы

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас