Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Октябрь 2023, 10:09

“Өмә сәйе” татлы!

Күршеләрҙә рус, татар, ҡаҙаҡ фольклоры менән рәттән башҡорт халыҡ сәнғәте лә бик лайыҡлы күрһәтелә.Афариндан башҡа баһа юҡ инде!

“Өмә сәйе” татлы!“Өмә сәйе” татлы!
“Өмә сәйе” татлы!

Уральск күп функциялы ауыл клубы эргәһендәге “Йәйғор”халыҡ фольклор ансамбленең “Байыҡ” телеконкурсында уңышлы сығыш яһауҙары тураһында әле яңы ғына яҙғайныҡ. Йәнә сәхнәлә балҡынылар, был тапҡырында Магнитогорск ҡалаһында. Унда  "Өс таған " фольклор фестиваль-лабораторияһы сиктәрендә  Республикабыҙ көнө билдәләнгән.  Башҡортостандан тағын ике коллектив ҡына ҡатнаша – Сибайҙан һәм Әбйәлил районынан.

-Интернет Ғәли йәнәптәренең мөмкинселектәре сикһеҙ икәненә бер миҫал - ғүмерҙә лә белмәгән, күрмәгән Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар Дуҫлығы йортонда эшләп йөрөгән Рәшиҙә Таип ҡыҙы Мортазина телефондан шылтыратып,  "Өс таған " фольклор фестиваль-лабораторияһына саҡырғас, сит төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ, уларҙың ижады менән танышыу теләге тыуҙы, - ти ансамбль етәксеһе Сәрүәрә Халидар ҡыҙы Ғарипова. -  Әхирәттәрем дә был тәҡдимде дәррәү күтәреп алдылар. Күмәкләшеп кәңәшләшеп үҙебеҙ тергеҙгән кейеҙ баҫыу кәсебе тураһында бәйән итеп, Рәис Низаметдинов һалған "Өмә сәйе " бейеүен бейеп фестиваль ҡунаҡтарын ҡыуандырҙыҡ. Ысын мәғәнәһендә ҡыуандырҙыҡ! Көслө алҡыштарға сәй табынында  шул фестивалдә ҡатнашҡан һәр фольклор төркөмдәре етәкселәренең һоҡланыу аша теләгән изге теләктәре өҫтәлде. "Йәйғор " ансамбле, башҡарған эштәребеҙ, ижадыбыҙ менән ғорурланыу хистәре уятты.Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы, тигәндән, үҙебеҙҙең төбәктә берәй сараһын күреп, яңы осрашыуҙарға өмөт итәбеҙ. 

  Әңгәмәсебеҙ, сәфәрҙе ойоштороусыларҙан тыш, сәфәр ҡылырға булышлыҡ иткән мәҙәниәт бүлеге мөдире  Лира Сафиуллинаға, юлда  имен-аман  йөрөтөп алып ҡайтҡан Азамат Мөлөков менән Рәсим Зариповҡа ҙур рәхмәттәрен юлланы.

Күршеләрҙә рус, татар, ҡаҙаҡ фольклоры менән рәттән башҡорт халыҡ сәнғәте лә бик лайыҡлы күрһәтелә.Афариндан башҡа баһа юҡ инде!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас