Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2023, 15:42

Милләт ҡото – ҡорама

Гран-при яулаусы – Ишмәкәй ауылынан Әнисә Ғилемйән ҡыҙы Хилалова.

Милләт ҡото – ҡорама
Милләт ҡото – ҡорама

Ураҙ ауылы мәҙәниәт йортонда «Ҡорамаларҙа халҡым тарихы» тип исемләнгән ҡорама ҡораусылар конкурсы үтте. Ойоштороусылар – Ураҙ мәҙәниәт йорто, мәҙәниәт бүлеге, ауыл хакимиәте һәм район “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы.

Конкурста райондың 14 ауылынан, Учалы ҡалаһынан һәммәһе 29 оҫтабикә ярыша. Белорет районынан “Ағинәй” ойошмаһы ағзалары ла тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында саҡырыла. Сара өс номинацияла үтә: презентация, мастер-класс, ҡорамалар күргәҙмәһе. Жюри  юрғандарҙы баһалау менән сикләнмәне, декоратив панно, бина эсе биҙәлеше композициялары, төрлә аксессуарҙарҙы (кәрәк-яраҡты) һәр яҡлап тикшерҙе. Бөтә нескәлектәр ҙә иҫәпкә алына – колористика, йәғни төҫтәрҙең ярашлығы, бер-беренә һәм дөйөм композицияға тура килеүе,ҡорама техникаһын теүәл үтәлеү, милли алымдарҙы ҡулланыу һәм башҡа. Комиссияға ауыр тура килгәндер – иң юғары баһаға лайыҡ эштәр бихисап ҡуйыла. Тамашасылар ҙа рәхәтләнеп һоҡланды, юғары эстетик ләззәт кисерәләр.

-Иҫ киткес, күҙҙең яуын алырлыҡ эштәр күп булды!   Ураҙ ауылын ғына  алғанда ла, Илүзә  Рәүилова, Гөлгөнә Йомабаева һәм башҡа оҫтабикәләребеҙгә күҙ генә теймәһен, алтын ҡуллы  улар! –тип һуңынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ынйы Солтанова.

Шулай ҙа, ярыш еңеүсеһеҙ булмай инде ул.Гран-при яулаусы – Ишмәкәй ауылынан Әнисә Ғилемйән ҡыҙы Хилалова. Алтын ҡуллы булыуына өҫтәп, асыҡ күңелле, йор һүҙле ханым менән иркенләп аралаштыҡ.

1967 йыл донъяға килә ул. Алтынсы бала булып ауылда тыуғас, аңлашыла инде, кескәйҙән эшкә өйрәнә. Айырыуса ҡул эштәрен ярата. Әле икенсе-өсөнсө класта ғына булғанда нәски бәйләргә өйрәнә, хатта, әсәһе “Быныһы һиңә әле иртәрәк”, - тип иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, илай-илай, үҙаллы тешекмәләнеп ҡатмарлы “үксә бороу” серен сисә, танауын мыш-мыш тартып, теген машинаһы серҙәренә төшөнә. Ҡыҙ ҡорона ингәндә үк оҫтабикә була инде. Аҙағынан да, ҡайҙа ғына эшләмәһен (сауҙа системаһы, һауынсы, социаль хеҙмәткәр, Учалы тегеү фабрикаһы), бер саҡ ҡул эштәренән айырылмай. Ауылдашы, класташы Раушан Хилалов менән татыу ғаилә ҡороп, ике ул, ике ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙылар. “1 сентябргә һылыуҙарыма үҙем теккән алъяпҡыстарҙы тағыу айырыуса кинәнес ине!” – ти Әнисә ханым. Ә ҡорама ҡорау ҡомары һуңғараҡ юл яра, әммә уныһы ла йәшлек йылдарында инеш ала. Ҡыҫҡаһы, ҡорамаларҙы бәләкәй саҡтан күреп үҫһә лә, башта әллә ни әһәмиәт бирмәй әле. Ә берҙе ҡулына ниндәйҙер мода журналы эләгә, ундағы һүрәтте күреп иҫе китә – ябай ҡорама ысулы менән шундай матурлыҡты булдырып була икән! Шундуҡ тотонорға ваҡыт етмәй әле, балалар бәләкәй, тормош мәшәҡәттәренән, эштән арынып булмай, тегеһе-быныһы, әммә кңүеленә орлоҡ һалына инде. Шуға ла, форсат сығыу менән кинәнеп, сарсып тигәндәй тотондо был шөғөлгә.

 -Матурлыҡҡа ғашиҡ кешемен. Өйөмдә гел бихисап гөл-сәскә үҫтерергә күнеккәнмен. Һәр туҡыманың, уның һәр киҫәксәһенең  үҙенә генә хас йәме һәм ҡото бар бит ул! Шуны күреп һәм  асып, хәлеңдән килгәнсә тағын да камилыраҡ гүзәллек булдырырға ынтылыу бик тә хозурлыҡлы шөғөл. Әлбиттә, тәүҙә илһам килеүе шарт, баш баҫып ҡына тырышыу ҡәнәғәтләндерерлек һөҙөмтә бирмәй бит ул. Илһам килһә, ниндәй техника менән ижад итеүең ул тиклем мөһим дә түгел, бына мин, мәҫәлән, берҙе үҙем дә һиҙмәҫтән “Ата-әсәйемдең фатихаһы” тигән һүрәт төшөрҙөм. Белгестәр күҙлегенән, бәлки, әллә ни түгелдер, әммә күңелемә һиллек өҫтәлде. Эйе, илһам ныҡ мөһим, әммә ул килһен өсөн туҡтауһыҙ камиллашыу, баш баҫып эшләргә өйрәнеү – мотлаҡ шарт, - тигән фекерҙә Әнисә ханым. –Ҡорама байрамында үҙем өсөн ҡыҙыҡлы байтаҡ нәмә күрҙем, фекерҙәштәр менән таныштым, бындай саралар бик тә кәрәкле! Ойоштороусыларға ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм!

    Ҡорама юрғандарҙан тыш,  панно, япма, уйынсыҡ, биҙәүес,балалар өсөн китаптар,  яһау менән дә шөғөлләнә. Төрлө техникалар, йәғни ысудар ҡуллана, әммә ҡорама ҡороу “йәшлек мәхәббәте” икнәлеге тураһында үрҙә яҙҙыҡ инде.

    Матур концерт ойошторла, махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәребеҙҙең иҫәнлек-һаулығын ялбарып, ҡорбан салып мәжлес тә ойошторола. Яман, ямғырлы-ҡарлы көндә Ураҙ ауылына йылы, ҡояшлы, сәскәле-гөллө йәй мәле кире әйләнгән кеүек булды.

Илфат ЯНБАЕВ

Белешмә:

Ҡорама тегеү, ҡорама ҡорау, ҡорама техникаһы, ҡорама мозаикаһы, текстиль мозаикаһы  —туҡыма киҫәктәренән (ҡорамаларҙан) мозаика принцибы буйынса бөтөн изделие тегеүгә нигеҙләнгән ҡул эше төрө. Эш барышында яңы төҫтәрҙән һүрәт, биҙәктән торған, хатта яңы фактуралы полотно эшләнә. Ҡорама туҡымаһының барлыҡ йөйҙәре лә уның тиҫкәре яғында урынлаша.

Ҡорама ҡорау - халҡыбыҙҙың борон - борондан һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе. Ауыл ҡатын - ҡыҙҙары төрлө сепрәк киҫәктәренән сағыу төҫтәр, төрлө формалар менән күҙҙең яуын алырлыҡ түшәктәр, ултырғыс япмалары , юрған тыштары ҡорағандар. Элек туҡымаларға ҡытлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн  был шөғөл ысын сәнғәт кимәленә күтәрелде,  модаға инде. Әзербайжанда “ғорама” тип атала икән. Рустарҙа – “лоскутное шитье”, инглиздарҙа, американдарҙа – пэчворк, квилт.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: