Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2023, 14:45

Килен шәле

Быҫҡаҡлап һибәләгән ямғыр, мыжып, бер туҡтауһыҙ үкһеп илаған балалай, һаман туҡтаманы. Башҡа йылдарҙа был ваҡытта күптән әбейҙәр сыуағы, йылы, ҡояшлы көндәр була торғайны. Әле иһә күктең төбө тишелгән тиерһең. Етмәһә, һыуыҡ, әсе еле үҙәккә үтә. Былай ҙа өшөп, ауырып торған Зәбирә ҡарсыҡ тамам хәлдән тайҙы.

КИЛЕН ШӘЛЕ

Быҫҡаҡлап һибәләгән ямғыр, мыжып, бер туҡтауһыҙ үкһеп илаған балалай, һаман туҡтаманы. Башҡа йылдарҙа был ваҡытта күптән әбейҙәр сыуағы, йылы, ҡояшлы көндәр була торғайны. Әле иһә күктең төбө тишелгән тиерһең. Етмәһә, һыуыҡ, әсе еле үҙәккә үтә. Былай ҙа өшөп, ауырып торған Зәбирә ҡарсыҡ тамам хәлдән тайҙы. Арҡаһы, аяҡтары боҙ кеүек туңып, тамағы ауыртыуҙан төкөрөгөн дә йота алмаған, башы өҙлөкһөҙ ауыртыуҙан йонсоған ҡарсыҡ, исмаһам, янымда мамыҡ шәлем генә лә юҡ шул, ябынып ятһам, тәнемә әҙерәк йылы инер ине, тип уйлап ҡуя. Ҡайҙа йығылырымды белһәм, аҫтыма һалам түшәп ҡуйыр инем, тигәндәй, әлегеләй ташландыҡ әйбер хәленә ҡалырын һис көтмәгәйне. Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке ташламаҫ, тиһәләр ҙә, үҙ балаңдан шундай көнгә ҡалып ятырһың, тип кем уйлаһын инде...

 

“Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, уларҙың ҡатындарына хөкүмәттән фатир бирелә икән!”  – тигән яҡшы хәбәр ауылда йәшен тиҙлегендә таралды. Зәбирә ҡарсыҡтың тиҙҙән ҡалала йәшәйәсәген белгән ҡайһы бер әхирәттәре көнләшеү-шаярыу ҡатыш:

– Бабайың теге донъяға киткәс тә һине ҡарауҙан, ҡайғыртыуҙан туҡтамай, әй. Бәхетле кеше ғүмере буйы бәхетле була инде ул, – тиеште.

Ҡала тормошондағы “рәхәт”, “бәхетле” көндәр, ысынлап та оҙаҡ көттөрмәне. “Һуғыш ветерандарына, уларҙың ҡатындарына фатир бирәләр” тигәнде ишетеү менән, кинйә ҡыҙы Гөлназ ҡайтып та төштө. Торлаҡ юллауға тип яйлап йыйыла башлаған документ-фәләндәрен еңгәһенең ҡулынан тартып тигәндәй алып, әсәһен үҙе янына ҡалаға әйҙәне.

Фатирҙы йүнләгәнсе ҡыҙы менән дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бер бүлмәһендә арыу ғына уҡ йәшәп ҡалды. Торлаҡлы булып, уны үҙ исеменә яҙҙыртып алғас, ҡапыл бәйеле аҙҙы ҡыҙының. Юҡтан сәбәп табып бәйләнә башланы… Зәбирә ҡарсыҡ үҙ ҡыҙын таный алманы. Ҡырҡҡа еткәндә тапҡан ҡыҙын ҡарты менән иркәләп кенә үҫтерҙеләр, теләгәне һәр саҡ алдында булды. Нимә етмәне икән Гөлназды тәрбиәләгәндә? Аптырай әсә, кинйәһенең ҡылығын аңлай алмай.

Бер төн Зәбирә ҡарсыҡ лабыр-лобор һөйләшкән тауышҡа уянып китте. Өҫкө ҡаттағы, айына бер нисә рәт кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан күршеләре шаулашалыр, тип уйланы башта. Әммә Гөлназдың сырылдаҡ тауышынан танып, төнгө ҡунаҡтарҙың үҙенең аш-һыу бүлмәһендә ултырғанын аңланы.

Ҡарсыҡты күргәс, тегеләр ҡәнәғәтһеҙ генә шылыуын шылды ла, тик иҫерек ҡыҙы тауыш ҡуптарҙы.

– Никакой личной жизни юҡ хәҙер һин ҡортҡа менән! – тип зәһәр ыҫылданы. – Квартира тигән булып, башыма бәлә, имгәк алдым.

– Һуң, ҡыҙым, йәшәргә үҙең алып килдең, мин көсләшмәнем дә, – тине аптырауҙың сигенә сыҡҡан әсә.

– Нимә, квартираңды шул киленеңә, уйнаштан тапҡан балаларына биреп ҡуйыр инеңме? Шиш! – Ҡуҡышын әсәһенең танау төбөндә уйнатып-уйнатып алды Гөлназ.

– Ярай, уларға булмаһа, һиңә, ике ейәнемә ҡалыр.

– Һи-и-и, балаларыңды күргәнең бармы тип һора башта, ыштанһыҙ! Һөйләгән әкиәттәремә ышандың инде, ә?! Белһәң, бел! Беренсе иремдән тапҡан малайҙы хөкүмәт әсәлек хоҡуғымдан сығарғас, олатаһы менән өләсәһе ҡарай. Ә бәләкәйе мәктәп-интернатта. Уныһын да йылдан ашыу күргәнем юҡ. Береһен дә күргем дә, ишеткем дә килеп тормай!

Квартира икебеҙҙең исемдә булмаһа, һине лә йә ҡарттар йортона олаҡтырып, йә ауылға алып барып, ырғытыр ҙа китер инем. Ҡарсыҡтың башына һуҡҡандай булды. Аяҡ аҫтында ер умырылһа, шул мәлдә, биллаһи, ғәрлегенән шунда төшөп кенә китеп, бындай хурлыҡты күрмәҫ, ишетмәҫ ине.

Әсәһенән ҡотолоу әмәлен тапты ҡыҙы. Йәйге эҫелә ҡала саңын йотоп, таш йортта бышлығып ятма, тигән булып, бер “ухажеры”ның ҡатыны менән донъя бүлешкәндән һуң ҡалған дачаһына ҡалдырып китте. Йәнәһе, саф һауа һуларһың, баҡсалағы төрлө емеш-еләк менән һыйланырһың. Көҙгә тиклем аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ ташып торормон тип, пенсия күскән банк картаһын да ҡулынан тартып тигәндәй алып киткәйне Гөлназ. Йәй үтте, ә ғәзизе әсәһенең иҫәнлеген дә белешмәй, исмаһам.

Үҙе менән алып килгән аҙыҡ_түлек наҡыҫайғас, үлән сәйе, емеш_еләк менән йән аҫрап торғайны башта, хәҙер сейә, ҡурай еләктәре ҡойолоп бөттө, алмалар ҙа ағас баштарында берәм-һәрәм генә ҡалды. Уларын үрелеп алыр хәлдә түгел Зәбирә ҡарсыҡ. Икенсе көн инде ҡурай еләге, сейә, ҡарағат япраҡтарынан, гөлйемеш ҡушылған сәй-төнәтмә лә эскәне юҡ. Былай ҙа ауыртҡан тамағы кибеп, сирле ашҡаҙаны ла, үҙенең барлығын белдереп, төрлө ауаз сығарып бөрә эстән.

“Их, киленкәйгенәмдең ҡәҙергенәһен белмәгәнмен элек”, тип үкенә ҡарсыҡ, ауырыуҙан, асығыуҙан үҙәге өҙөлөп-өҙөлөп киткәндә. Уның менән, ейән-ейәнсәрҙәре янында булһа, хөкүмәт фатиры тип, йортон, ауылын ташлап сығып китмәһә, ошо көнгә ҡалыр инеме ни?! Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра… Бушлай бирелгән бындай фатирҙар күпме туғандарҙы талаштырып, дошманлаштырҙы икән?!

Ҡарты үлеп, ҡайғыһын “уртаҡлашырға” ярты ҡыҫтырып килгән һәр береһе менән хәсрәтен йыуа башлағас, район үҙәгендә йәшәгән улы ғаиләһен алып, гөрләп торған донъяһын, эшен ҡалдырып әсәһе янына ҡайтты. Алдында нисек кенә өлтөрәп тормаһын, киленен электән яратмаған ҡәйнәгә бәйләнергә, түбәнһетергә сәбәптәр табылып ҡына торҙо. Үҙенең диалектында “з”, “с”, “ж” өндәрен күпләп ҡулланып һөйләшкән килененең телмәренән көлһөнмө, оҙонса, аҡһыл һылыу йөҙөн “бешмәгән, сей йомортҡа” тип мыҫҡыллап һөйләһенме – килен кеше барыһына ла тешен ҡыҫып түҙҙе. Хатта күрше ҡатындарының:

– Кит, сабырлығың тимерҙәндер һинең. Бәләсник ҡәйнәңдең телен ниңә әҙерәк ҡыҫҡартмайһың? Төшөп ҡалғандарҙан түгелһең дә, буй тиһәң – буйың, төҫөң, уңғанлығың өҫтөнә үткерлегең дә бар бит, – тиеүенә ғәйбәткә төшмәне, Зәбирә ҡарсыҡҡа һүҙ тейҙермәне.

– Иң яҡшы ҡәйнә лә йомортҡанан йөй эҙләй. Минеке лә әүлиә затынан, ә үҙем фәрештә түгел. Тимәк, етешһеҙлегем бар…

Колхоз тарҡалғас, агроном улы эшһеҙ ҡалып, “йәшел йылан” һаҙлығына батты. Ары-бире һуғылып йөрөп, әсәһенең киленен яманлап мыжыуынан тамам ялҡып, бахмурҙан башы сатнап ярылырҙай булып йөрөгәндә, башын элмәккә тығып, был донъянан үҙ теләге менән китеп барҙы.

– Йүнле ҡатындың ире аҫылынмай! – Оторо ярһыны шул мәл Зәбирә ҡарсыҡ, улының үлемендә бар ғәйепте килененә япһарып.

– Бер нәмәгә риза булмаҫ был алйыған ҡарсыҡ менән килене артабан тормаҫ, балаларын алып, тыуған яғына ҡайтып китер, тигәндәрҙең фараздары дөрөҫкә сыҡманы. Ауыл халҡын аптыратып, мыжыҡ ҡәйнәһенә түҙеп, атайһыҙ ҡалған өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып килә сәмсел ҡатын.

…Төш аралаш уйланып ятҡан ҡарсыҡ иҫенә төшөрөргә тырышмаһа ла, килене бешергән аш-һыу күҙ алдына килеүҙән ауыҙ һыуҙары ҡойолоп, аслыҡтан ауыртҡан эсе тағы ла нығыраҡ көтөрләп ҡуя. Уңған, тилбер ине килене. Ә ул бәйләгән шарфтар, шәлдәр күпме ҡатын-ҡыҙҙың тәнен ҡыштың селләһенән һаҡланы икән? Үҙҙәре тотҡан кәзәләрҙе тарап, йөнөн иләп, бәйләй башлағас, өйҙә еҫ таратаһың, һаҫығы бөтә донъяға, кейемгә һеңә тип, киленен күпме әрләне! Әле туңып барған арҡаһына шәлен ябып, аяҡтарына башалтайҙарын кейеп ебәрһә, тәне менән бергә күңеле лә йылынып китер ине. Тик үҙе:

– Ҡалала кәзә еҫе аңҡыған шәл ябынып, башалтай кейеп йөрөмәйҙәрҙер. Пенсиям тун алырға ла, ҡиммәтле тиренән тегелгән итектәргә лә етә. Быларың, килен, үҙеңә – моданан артта ҡалған кешегә – ҡалһын, – тип, борсаҡты эренән ярып ҡалдырып киткәйне шул.

Ҡәҙерен белмәгән килененең, белмәгән. Ҡайһылай хәстәрләгән, тәрбиәләгән бит ул ҡәйнәһен.

“Йүнле һыуҙы ла йыраҡҡа түкмәйҙәр, һәйбәт булһаң, ир эҙләп, ер аяғы, ер башына килмәҫ инең”, – тип битәрләү һүҙҙәрен көн дә ишеткән килененән башҡа бер кемгә лә кәрәге булмаған бит үҙенең.

Күҙ йәштәре юлаҡ_юлаҡ булып аға. Тышта ямғыр ҙа һаман туҡтамай яуа ла яуа. Аяҡ һуҙмаҫ элек килененә шылтыратып, исмаһам, ғүфү үтенергә, кисереүен һорарға ине лә, күптән тороп йөрөмәгәс, телефоны ла һүнгән. Донъя менән тамам бәхилләшеп, тамсы һыу йотмай ятып, дүртенсе көнгә киткәндә: “Ҡәйнәм, ҡәйнәм, тереһеңме һин?” – тип өҙгөләнгән килененең тауышына айнып киткәндәй булды.

Һаташыу ҡатыш төштөр был?! Үҙ күҙҙәренә ышанмай ятҡанда, килене үҙ шәлен өҫтөнән алып арҡаһына япҡас, ҡарсыҡтың күҙҙәрендә осҡон баҙлап китте, тик ятыуҙан, өшөүҙән ҡатып барған тәненә йылы йүгерҙе.

 

Автор:Рәзинә Зәйнетдинова.
Килен шәле
Килен шәле
Автор:Алия Даутова
Читайте нас: