Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2023, 14:19

Максим һынатмаҫ!

Бөтә Рәсәйҙә икенсе!

Максим һынатмаҫ!
Максим һынатмаҫ!

Яҡташыбыҙ Максим Тимофеев төбәгебеҙҙең иң атаҡлы спортсыларының береһе бөгөнгө көндә, еңеүҙәрен иҫәпләп осона ла сығырлыҡ түгел.

22 октябрь Сочи янында тау йүгереүе буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Учалы егете 26 километр 100 метр араны  2 сәғәт 3 минутта үтеп, “көмөш” миҙалға лайыҡ булды. Дистанция старттан финишҡа 1474 метр күтәрелеүен иҫтә тотҡанда, бындай һөҙөмтә фантастика булып күренә. Ә конкуренция ҡаты бара – 22 региондан 11 спорт мастеры, 13 мастерға кандидат көс һынашҡандар. Ихлас ҡотлап, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ – күсмә һәм иң тура мәғәнәләрҙә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: