Яйыҡ
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2023, 09:08

Нәфсе харап итте

Теләгән урынына еткәс, автомобилде ҡалдырып китә. Шуның менән генә эш бөтһә, сағыштырмаса еңелерәк статья менән ҡотолор ине.

Нәфсе харап итте
Нәфсе харап итте

Танычау ауылынан ҡайтышлай бер кеше урамда ВАЗ-2109 автомобилен күрә, ҡабыҙыу асҡысы ла тора икән. Оҙаҡ уйлап тормай, руль артына ултыра ла, өйөнә ҡарай ҡуҙғала.

Теләгән урынына еткәс, автомобилде ҡалдырып китә. Шуның менән генә эш бөтһә, сағыштырмаса еңелерәк статья менән ҡотолор ине. Юҡ шул, нәфсеһенә баш була алмайынса, бардачоктан - 22 мең һум ятҡан янсыҡ, багажниктан – асҡыстар йыйылмаһын һәм бензин бысҡыһын да алып китә. Улай булғас, уғрылыҡ өсөн дә яуап бирәсәк.

БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тиҙ арала тотола –Учалы ҡалаһынан 27 йәшлек эшһеҙ граждан.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: