Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2023, 13:24

Каленка-кәленкә дуҫбыҙ беҙ

Бына шулай башҡорттар менән урыҫтар бергә аралашып йәшәй торғас, знакумға эйланеп китә лә инде. Шуға ла Белорет, Талҡала йә  Тирләнга йыйынған куршеләрҙән: “Ҡайҙа бараң, знакумың бармы?”-тип һорай торған булғандар.  Бар икән, тимәк, барыһы ла яҡшы үтәсәк. “Ҡан тарта, ҡан тартмаһа, йән тарта” тигәндәре шул булалыр инде!

Каленка-кәленкә дуҫбыҙ беҙ
Каленка-кәленкә дуҫбыҙ беҙ

Борон атай-олатайҙар һатынырға, үҙҙәренә кәрәк-яраҡ (аҙыҡ-түлекме, инструментмы һәм башҡа әйберҙар) алыр   өсөн яҡын тирәләге ҡалаларға, урыҫ ауылдарына йыш йөрөгәндәр.

Талҡалаға (Верхнеуральскийға)бойҙай алып барып он тарттырыға, арба тәгәрмәстәре ҡоршатырға, Белорет ҡалаһына - ит, һөт, май һатырға, Миндәк ҡасабаһына - бесән,Тирлән ҡасабаһына һоло һатырға йыш йөрөр булғандар.

Ара йыраҡ булғанға, ғәҙәттә бер көндә генә әйләнеп ҡайта алмағандар. Шунлыҡтан ул ултыраҡтарҙа һәр башҡорттың урыҫ  дуҫы –“знакумы” булған. Шул знакумдарында аттарын дуғарып, иркенләп баҙарҙа үҙҙәренә кәрак-яраҡтар алып, эшен эш итеп бер-ике төн йоҡлап ҡайтып киткәндар.

Тирлан урыҫтары Талҡалаға ылау менән  игенгә,  аттарына һоло һатып алырға  йөрөнөләр, тип торғайны Зәйнәкәй ауылынан  Ғәлимйән олатайым.  Барғанда ла, ҡайтҡанда ла,башҡорт знакумында - олататайымдарҙа берәр көн йоҡлап, шунан ғына ҡайтып киткәндәр.  Аттарына ял биреп, үҙҙәре лә ял итеп, тамаҡ ялғап алғандар. Ә олатайым, арба тәгәрмәстәре йүнәткәс,  Тирләнгә тәгәрмәстар өсөн тимер ҡоршау алырға йөрөгән. Талҡала халҡы элегерәк утынға ҡытлык кисерҙе.Шунлыҡтан беҙҙен яктың башҡорттары, утын һатып кәсеп итте, утынды он, бәрәңгегә алыштырҙы, знакумдарына ла утын алып барғандар

Белоретты элек “Завод” тип тә йөрөттеләр Миндәк яғы ауылдары башҡорттары. Ат менән Белореткә биш-алты сәғәт барыр кәрәк,баҙарға иртәрәк эләгер өсөн, кистән барып знакум урыҫында аттарын дуғарып, ашатып, шунда таң аттырып, иртәнсәк баҙарҙа һатынғандар. Беренсе көн ит, майын, һатып бөтмәһәлар, икенсе көнгә ҡалғандар. Әлбиттә знакумына иттән, майҙан мотлаҡ өлөш сыҡкан.

Элекке заманаларҙа Миндәк баҙары ла көслө булған.  Ат йөкәтре менән бесән дә һаттылар унда.  Беҙҙең Галиахмар ауылы кешеларенең знакумдары күп булды унда, бергәләп бесән дә эшләнелар. Ауылымдың балалары күберәк Миндәк урыҫтарында ятып уҡынылар. Быйма баҫыусылар, табанлаусылар унда  ҡуп булды. Беҙҙекеләр үҙҙәренә, балаларына быйма баҫтырып, куберәген бесән йә иткә алыштыра инеләр. Ауылдарҙа һарык, кәза тоттолар, тире тарта, үҙҙәре эшкәртә инеләр. Ә тиренән толопты Белоретта урыҫ таныштары .аша тектерә инеләр. Үҙҙәре лә теккәндәре булды.

Ә Тирлан урыстарының аттары нык , кәүҙагә ҙур булдылар, Шул урман аттарын эләктреп ҡалыу башҡорт өсөн үҙе бер байрам һымаҡ булғандыр,отош тип әйтергә мөмкиндер

Шул Тирлан ҡасабаһын знакумдар аркылы, өй башын ябырға тимер ҡалай алып ҡайта ине беҙҙең яҡ ,ғөмүмән, Учалы яғы башҡорттары. Ниңә тигандә Тирландә “листопрокат”, ҡалай етештереү сәнәғәте үҫешкән ине. Тирлан урыҫтары быйма баҫыу, быйма табанлау менан дә ныҡлап шөғөлләнделәр. Быймакат урыҫ знакумға барып, еңгәңа “сусинка” баҫтырып алып килайем тип әйта инеләр. “Сусинкәне” төрлөса аңларға була: йә “чесанка” (таралған йөндән быйма), йә “осинка” – көҙөн-яҙын калуш менән кейелгән йоҡараҡ аяҡ кейеме. Башҡорт балалары, урыҫ знакумы балаларының кейемен кейеп уҫеүе ғәҙәти күренеш ине. Башкорт знакумы, урыҫ знакумына арба, сана эшләп бирһа, арбаға тимер үҙәк, сана табанын тимер ала инелар.

Ҡайным мәрхумдең Салов тигән знакумы булған,  Белореткә баҙарға йөрөгәндә гел уларҙа ҡуныр булғандар. Ә йәйен Саловтар Оҙонкүлгә балык тоторға килергә ғәҙәтләнгән. Берҙе ҡайнымдарҙа сәй эсеп ултырғанда, ҡәйнәм мәрхумә Саловҡа әйтә икән: “Мы с вами каленка-кәленка дүҫбыҙ”. Баҡһаң, “поколениями-поколонениями дружим”, - тип әйтергә теләгән була! Поколением-поколениями дружим ,тип әйтер урынға.

Мәҡәлә аҙағында хәтергә айырыуса уйылған йәнә бер миҫал да килерәйем. Элек олатайыма якшы эшләгане өсөн буләккә  сусҡа бәрәсе буләк иткәндәр.Башкортҡа, айырыуса – олатайыма (ағаһы Рәсулиә маҙрасәһен тамамлаған бит инде) сусҡа аҫрау ҡәтғи тыйылған. Олатай аптырап тормаған, Тирләндәге урыҫына буләк иткән, знакумы ҡыуанысынан олатайымдың бесанен ташып биргән.

Бына шулай башҡорттар менән урыҫтар бергә аралашып йәшәй торғас, знакумға эйланеп китә лә инде. Шуға ла Белорет, Талҡала йә  Тирләнга йыйынған куршеләрҙән: “Ҡайҙа бараң, знакумың бармы?”-тип һорай торған булғандар.  Бар икән, тимәк, барыһы ла яҡшы үтәсәк. “Ҡан тарта, ҡан тартмаһа, йән тарта” тигәндәре шул булалыр инде!

Бына шулай урыҫ знакумы булған башҡорт, башкорт знакумы булған урыҫ элек бик татыу , бер береһе менән тығыҙ аралашып,ҡайнәм әйтмешлай “каленкә-кәленкә” дуҫ йәшәгәндәр,  ҡайһы бер осраҡтарҙа әле лә был бәйләнештәр өҙөлмәй. Ошо хаҡта гел иҫтә тотоу, киләһе быуындарға төшөндөрөү – ололарҙың мөҡәддәс бурысы.

НӘҠИП ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: