Учалы районының данын таратып, Илсеғол ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Миләүшә Баязитова “Табын һылыуы” конкурсында еңеүе тураһында быйыл ғорурланып яҙғайныҡ инде. Төҫкә генә килмәгән, эштә лә булдыра ул. Шуға ла далан йәнә йылмайҙы – “Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһында ҡатнашып, бер тапҡыр башҡарылған түләүгә лайыҡ булды, тип һөйөнсөләне уны интернеттағы сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов. Күпме икәнен яҙып тормайыҡ, тос сумма тип әйтеү менән сикләнәйек.
-Бигерәк көтөлмәгән ҡыуаныс булды,- ти Миләүшә Наил ҡыҙы. – Шуға ла, ҡасан бирәсәктәр икәнен дә белмәйем, нисек тоторға икәнлеген дә уйламағанмын. Әммә шуныһы көн кеүек асыҡ – тағын да тырышыбыраҡ хеҙмәт итергә дәрт-дарман ныҡ өҫтәлде!
Был түләү учреждениеға түгел, хеҙмәткәргә шәхсән рәүештә, көнкүреш хәл-шарттарын яҡшыртыу өсөн бирелә. Әммә аңлашыла инде – стаж, белем, вазифа, прописка кеүек шарттарға тура килеүҙән тыш, яҡшы хеҙмәткәр булыуы ла ҡәтғи талап. Был яҡтан да һынатмай. Илсеғол мәҙәниәт йорто коллективы төрлә конкурс-сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ете ижади түңәрәк эшләп килә әлеге көндә. Йәш һылыу хәбәрсегеҙ менән аралашҡан ҡыҫҡа ғына арала бар хеҙмәттәштәрен маҡтап телгә алды: мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәлим Хаммат улы Йәшелбаев, бейеү түңәрәге етәксеһе Резеда Раил ҡыҙы Каюпова, рәссам Кәшифә Сәғиҙулла ҡыҙы Рәхмәтуллина. Ижади фекерҙәштәр бер төптән тотонһа, күп нимә аҡтара ала торғандыр. Әйткәндәй, эш ни тиклем тығыҙ булмаһын, Миләүшә Наил ҡыҙы Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжынжа алған белем менән генә ҡәнәғәтләнмәй, әле Өфө фән һәм технологиялар университетында ситтән тороп уҡый. Был дәртләндереү сараһының да аяҡ арты еңел булһын, артынан яңынан-яңы уңыштар эйәртһен тип теләп ҡалабыҙ.