Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь , 13:41

Төндә лә күрәсәктәр

....бер төн үткәнсе мышы ғына түгел, хатта, йәшерендән-йәшерен һеләүһен дә фотосессия уҙған. Хәҙер грант аҡсаһына яңы приборҙар алына.

Төндә лә күрәсәктәр
Төндә лә күрәсәктәр

 

 “Матур донъяла матур балалар” хәйриә фонды үткәргән “Матур донъя” федераль гранттар конкурсы йомғаҡланды. Ойоштороусы –“М.Видео –Эльдорадо” компанияһы.

“Төбәктә тәбиғәттән файҙаланыу һәм һирәк төрҙәрҙе һаҡлау” номинацияһында БР Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дәүләт учреждениеһы дирекцияһы еңде. Уңышҡа ҡаҙанған проект “Ирәмәл”  тәбиғәт паркы өсөн тәғәйен, рәсми исеме - “ Мониторинг, күҙәтеү, юғалған туристарҙы эҙләү һәм янғындарҙың теүәл координаталарын билдәләү өсөн техник саралар ҡайтартыу”.

Дирекция етәксеһе Таһир Бәҙретдинов билдәләүенсә, конкурс, исмаһам,  тәбиғәттең айырым өлөштәрен ғиффәтле, “эталон” килеш һаҡлап ҡалыуға, ҡурсаулыҡ һәм тәбиғәт парктары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү маҡсатына йүнәлтелә. Илебеҙҙең төрлө тарафтарынан 50 проект тәҡдим ителеп тә, 14 эш юғары баһалана, улар араһында –  “Ирәмәл” тәбиғәт паркы. Һәр береһен өс эксперттан торған комиссия ентекләп тикшерә ( эколог, ҡурсаулыҡ эше һәм заман һан технологиялары белгестәре).  Барыһын да еренә еткереп, уйлап башҡарғас, тәҡдимдәренең файҙаһын асыҡ күрһәтә алғастары, беҙҙекеләргә 500 мең һум бүленә.

 - Был аҡсаға ҡараңғыла күрергә ирек биргән приборҙар, шул иҫәптән махсус  биноклдәр алырға йыйынабыҙ. Бер яҡтан браконьерҙар менән көрәште еңеләйтһә, икенсе яҡтан – аҙашҡан туристарҙы  төндә лә эҙләп буласаҡ, - ти“Ирәмәл” тәбиғәт паркы начальнигы Мирдар Дияров. –Һуңғы мәсьәлә лә  ныҡ актуаль. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә   Ирәмәл тирәһендә бик күп көпшәк ҡар яуҙы, аталауы үтә ауыр, әҙҙәр тиҙ юғала. Бик ныҡ әҙерлектәре  һәм махсус экипировкалары булмаған туристар бындай ҡатмарлы мәлдә сәйәхәткә сыҡмай торһалар яҡшыраҡ булыр ине!

 

П.С. Әлегә мәҡәләлә әйтелгән приборҙар килеп етмәгән, әммә фотоловушкалар – кеше ҡатнашлығынан тыш  фотографияға төшөргән ҡоролмалар тора. “Ирәмәл” паркының Төлөк яғындағы контроль пункты тирәһендәрәк бер төн үткәнсе мышы ғына түел, хатта, йәшерендән-йәшерен һеләүһен дә фотосессия уҙғандар. Был фотолар “Яйыҡ” группаһында - https://vk.com/public165174096

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в