Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2023, 09:40

Бәхет юрғаны

Бәхҽт юрғанымды бҽр үк кҽнәТартып ала күрмә, Хоҙайым.

Бәхет юрғаны
Бәхет юрғаны

Сәүиә Вәхитова

Бәхет юрғаны
Бәхҽт юрғанымды бҽр үк кҽнә
Тартып ала күрмә, Хоҙайым.
Аяғыма ҡарап һуҙыштырып,
Риза булып ҡына йәшәйҽм.

Һаулыҡ мҽндәрҽм дә бушамаһын,
Ап- аҡ булһын мамыҡ йөндәрҽ.
Һаулыҡ бит ул — иң ҙур байлыҡ, тигән
Күңҽлҽмдә халыҡ һүҙҙәрҽ.

Һаулығымды бирһәң, Аллаҡайым,
Ғүмҽр таҫтамалын оҙонайт.
Үҙ ҡулдарым мҽнән сигҽп яҙам:
Аңым, аҡылым мҽнән ҡартайт.

Аяҡ-ҡулым йөрөп, күҙҽм күрһә,
Тҽлҽм мҽнән аңлы һөйләшһәм.
Артыҡ күрмә, рәхмәттәрем уҡып,
Балаларға тҽләк тҽләһәм.

Йөрәк ярып сыҡҡан балаларҙы
Бәлә ҡазаларҙан ҡурсала.
Балам балаһы — күҙҽм алмаһын
Иҫән йөрөт ҡайҙа булһа ла.

Ошо тҽләктәрҙән тҽгҽлгән бит
Бәхҽт тигән гҽнә юрғаным.
Һҽҙгә лә, тим, бер үк насип булһын
Тҽләктәрҽм, туған-дуҫтарым!

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: