Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2023, 11:37

Буҙа эсмәгән кешенең, ғүмере сырхап уҙа

Учалы ауылында, район мәҙәниәт йортонда “Буҙа байрамы” фольклор фестивале уҙғарылыуы тураһында оло ҡәнәғәтлек менән хәбәр итәбеҙ.

Буҙа эсмәгән кешенең, ғүмере сырхап уҙа
Буҙа эсмәгән кешенең, ғүмере сырхап уҙа

Буҙа – иҫ киткес сихәтле, файҙалы, татлы эсемлек, милли кухняның ғорурлығы икәнлеге тураһында гәзиттә күп яҙған булды. Учалы ауылында, район мәҙәниәт йортонда “Буҙа байрамы” фольклор фестивале уҙғарылыуы тураһында оло ҡәнәғәтлек менән хәбәр итәбеҙ.

Учалы, Миндәк, Ҡунаҡбай, Рысай, Юлдаш, Сәфәр ауылдары фольклор коллективтарынан тыш, биш оҫтабикә шәхсән рәүештә лә ҡатнаша.

 Район мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Бәхтейәрова тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

 -Йыр-моң һөйөүсе генә түгел, ә төрлө яҡтан да шәп, шаян, дәрттәре ташып торған апайҙар буҙа байрамына йыйылғандар ине. Әлбиттә, байрам барышында төрлөсә буҙа эшләү ысулдары менән таныштыҡ,  районыбыҙҙың фольклор коллективтарының сығыштарын  да ҡараныҡ. Байрам башында тәмле лә, шифалы ла, файҙалы ла эсемлекте әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙолар. Аш-һыуға оҫта ағинәйҙәребеҙ Рәйхана  Мөхәмәт ҡыҙы Фәхретдинова, Нүрсилә Реос ҡыҙы Сибәғәтуллина, Зөлфирә Ғиззәт ҡыҙы Вәлиева һәм башҡалар үҙ рецептары буйынса милли ризығыбыҙҙы әҙерләү серҙәренә өйрәтте.

“Әйҙә ҡыҙҙар бергәләшеп, ҡояйыҡ әле буҙа.

Буҙа эскәс сырхау белмәй, ғүмерҙәр гөрләп уҙа.

Буҙалары, буҙалары, күпереп әсеп тора.

Буҙа ҡойған килендәрҙең, дәрттәре ташып тора.

Тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт, һай, тәмле шифа буҙа.

Буҙа эсмәгән кешенең, ғүмере сырхап уҙа”, — тип ағинәйҙәр йырлап-бейеп тә алды. Әйткәндәй, байрамға килгән барлыҡ фольклор коллективтарына йөрөгән рухлы ағинәйҙәр ауылдың йөҙөк ҡашы булып, һәр сарала ҡатнашып, уға йәм өҫтәй, йән өрә. Ауылдағы һәр башланғысты күтәреп алып, уны тормошҡа ашырырға ярҙам итеүселәр һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусылар ҙа ул ағинәйҙәр.  Был матур байрамдан барыһы ла дәрт, дарман алып ҡайттылар, әйткәндәй, икенсе көнөнә үк уҙем Энже Шәһиморатова рецебы буйынса күпереп торған буҙа ҡойҙом!

 Гөлнара Жәүҙәт ҡыҙы, шул тиклем оҡшаны, был байрамды артабан йыл һайын үткәрәсәкбеҙ, тип самалай.  Эйе, афариндан башҡа баһа булыуы ла мөмкин түгел.

Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Сафиуллина ла шул уҡ фекерҙә: “Әлбиттә, киләсәктә лә “Буҙа байрамдарын” дауам итергә ниәт бар. Төрлөсә был сараға йәштәрҙе лә күберәк йәлеп итергә кәрәк булыр, тигән уртаҡ фекергә килдек. Киләһе быуын был тылсымлы эсемлектең тәмен дә, ҡәҙерен дә, яһау серҙәрен дә мотлаҡ белергә тейеш!”

 Бирһен Хоҙай!

 

Фотографиялар – район  мәҙәниәт бүлеге группаһынан.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: