Парлап йәшәүҙең һәр йылы - үҙенә күрә бер төрлө, ҡабатланмаҫ байрам. Һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле оҙон ғүмер кисергән парҙар, һис шикһеҙ, ихтирам һәм һоҡланыу уята.
Бәхетле ғаиләләрҙең барыһы ла бер-береһенә оҡшаған, тигән бер аҡыл эйәһе. Мөхәббәт, ышаныс, тоғролоҡ ҡунаҡ уларҙа, үҙҙәренә уңғанлыҡ, бер төптән булып донъя йөгөн тартыу хас. Рәсүл ауылында йәшәүсе Лидиә Жәүәт ҡыҙы менән Салауат Миржан улы Юлбирҙиндарҙы ауылдаштары ошондай өлгөлө, татыу һәм абруйлы ғаиләләрҙең береһе тип белә.
Ауылдың йәмен арттырып, йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәгән был ғаилә пары татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтә. Улар бер ауылда тыуып үҫкән ауылдаштар ғына түгел, ә бер мәктәптә уҡыған йәштәштәр ҙә. Тик 1952 йылдың башында тыуғанға Салауат ағай бер класҡа ҙурыраҡ уҡый Лидиә апайҙан. Бер-береһен мәктәп йылдарында уҡ белеп-күреп йөрөгән йәштәрҙең яҙмыштарын бер бөтөн итеп йәшәүҙәренә лә илле йыл ваҡыт үткән.
- Тансыларға йөрөй башлағас, бергә бейенек, Салауат ағайығыҙ оҙатып ҡайта башланы. Әрмегә оҙаттым. Ике йыл ярым Монголияла хеҙмәт итте. Көтөп алдым, - тип хәтер ептәрен һүтте Лидиә апай.
Йәш һалдат әрменән ҡайтҡас, мәңге бергә, ышаныслы һәм тоғро терәк булырға вәғәҙә биреп ҡауыша ике йәш йөрәк.
- Беҙҙең ауылда тәү башлап аҡ күлдәк, фата тегеп кейеп, автомобиль менән ЗАГС-ҡа барҙыҡ. Боронғоса туй үткәрҙек. Алты “дуға” (туйға килгән пар аттарҙы шулай атағандар) ҡоҙалар туйға килде. Өс көн өйҙән-өйгә йөрөтөп ҡунаҡ иттек.
Ике уңғандың, береһе икенсеһен хуплап, үҙ-ара аңлашып йәшәгән ғаиләнең тормошо гелән алға бара, тиҙәр. Юлбирҙиндар ҙа өйләнешеү менән үҙ донъяларын хәстәрләй башлай. Ғаилә башлығының йәнтөйәгенән ҡайҙалыр сығып китеү уйы булмай, өйләнеп, ошонда төпләнеүҙе хуп күрә. “Коммунар” колхозында водитель, тракторсы булып тир түгә. 1974 йылда бәхеттәрен тулыландырып, мөхәббәт емештәре тәүге балалары - улдары тыуа, һуңынан тағы ҡс улға атай-әсәй булалар. Салауат Миржан улы ситтән тороп Бәләбәй механизаторҙар техникумын тамамлағас, механик, бригадир булып эшләй. Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ғаилә башлығы БР-ҙың Почет грамотаһы менән наградлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас фермер, депутат, староста була, йәмғиәт эштәрен дә әүәҫ башҡара, төрлө сараларҙа ҡатнаша, халыҡ менән бергә ҡайнап йәшәй. Салауат Миржан улы менән Лидиә Жәүәт ҡыҙын ауылдаштары һәр төрлө эштәр оҫталары, нимәгә тотонһалар ҙа, ҙур оҫталыҡ менән эшләп ҡуялар, изгелекле, игелекле, ярҙамсыл кешеләр тип беләләр. Лидиә Жәүәт ҡыҙы китапханала ла эшләй, колхозда һыйыр ҙа һауа, быҙау ҙа ҡарай, һуңынан ферма мөдире, келәт мөдире булып эшләй.
Ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғүмер итеүҙәре менән генә түгел, ә тәрбиәле, эшһөйәр балалар үҫтереүҙәре менән дә өлгө улар ауылдаштарына. Балаларына күркәм тормош һабағы биргән улар. Барыһын да башлы-күҙле итеп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айнур улдары бөгөн араларында юҡ, уның ике йәшлек улы ҡалған.
- Кеше араһында кәм-хур булып йәшәмәнек, егелеп эшләнек инде. Ҡура тултырып мал да аҫраныҡ, әле лә мал ишле генә, ҡош-ҡорт байтаҡ. Әле бына иркен өйҙә икәүебеҙ ҡалдыҡ тиһәк тә, ҡунаҡтарҙан өҙөлгән юҡ. Туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ килеп-ҡайтып торалар. Улдарыбыҙ үҙебеҙҙең яныбыҙҙа төпләнделәр. Ейән-ейәнсәрҙәр йәй буйына беҙҙәләр, - ти бәхетле өләсәй менән олатай. Ейәндәр тигәндән, 8 ейән-ейәнсәрҙәре бар уларҙың. Оло улдары Илшат тау-байыҡтырыу комбинатында экскаватор машинисы булып хеҙмәт итә, Азат – “Башинформсвязь” йәмғиәтендә инженер, кесе улдары комбинатта тейәү машинаһы машинисы. Һәр береһенең үҙ йорто, еңел автомашиналары бар, атай-әсәйҙәрен һөйөндөрөп, етеш тормошта йәшәйҙәр.
Лидиә апай ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә ярата, улар тәҙрә төптәрен, өй эсен биҙәй, ә сәскәләр баҡсаға йәм өҫтәй. Бешеренергә бик оҫта. Һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә рәттәре тәртип менән урынлаштырылған. Бар эште лә бергәләп эшләйҙәр. Шулай итеп бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәттәрен һаҡлай алған улар.
“Тормош иптәшем шул тиклем дә һәйбәт, уңған, унан, ысын мәғәнәһендә, уңдым. Ҡатын-ҡыҙ бәхете - ирҙән, тигәндәре шул инде, - ти Лидиә апай бәхетле йылмайып.
- Беҙ бер-беребеҙҙән генә түгел, ғөмүмән, тормошобоҙҙан уңдыҡ, тип әйтә алабыҙ. Бары тик ил-көнгә тыныслыҡ килһен, - тип теләй Лидиә менән Салауат Юлбирҙиндар.
Яҙмыштың бер һуҡмағынан 50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, иңде-иңгә ҡуйып атлаған был ғаилә парҙарына артабан да тиңлектә-тигеҙлектә, бәхетле ҡартлыҡта гәүһәр туйғаса йәшәүҙәрен теләйбеҙ.