Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь , 15:16

Күҙ теймәһен, собханаллаһ!

“ Уральск һәм яҡын-тирә ауыл балаларына ғәжәпләнеүҙән туҡтамайым, шундай һәләтлеләр һәм һәр быуын үҙенсә һәләтле бит әле!”

Күҙ теймәһен, собханаллаһ!
Күҙ теймәһен, собханаллаһ!

Магнитогорск ҡалаһында Халыҡ-ара "Infiniti Stars " фестивалендә “Ирәмәл” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткалары Айһылыу Таипова һәм Фаина Захарова сәхнәлә балҡынылар һәм еңделәр, I дәрәжә лауреаттары исемдәрен алдылар. Етәкселәре – Гөлиә һәм Фәнис Кәримовтар. Гөлиә Ишдәүләт ҡыҙы беҙҙең үтенес буйынса өйрәнсектәре менән яҡыныраҡтан таныштырҙы:

-Икеһе лә алты йәштән бейеү менән шөғөлләнә, Айһылыуға әле 13, Фаинаға – 12 йәш. Халыҡ бейеүҙәрен, айырыуса башҡорт хореографияһын ныҡ яраталар. Айһылыуға үҙенә генә хас һомғоллоҡ, милли пластика һалынған, йыш ҡына күнекмәләрен ҡарағанда остаз булараҡ ниҙер өйрәтергә, төҙәтергә тейеш булһам да, үҙем дә аңламаҫтан һоҡланып тын ғына күҙәтә башлайым! Был тапҡырҙа “Заһиҙа”ны башҡарҙы.  Фаина ла ғәжәп һәләтле ҡыҙсыҡ. Өҫтәүенә ныҡ әүҙем һәм тырыш, эшһөйәр. “Оҙон сәс”те башҡарып, башҡорт лирик бейеүенең, башҡорт ҡыҙының бар сафлығын, наҙлығын һәм күркәмлеген шундай асыҡ һәм гүзәл рәүештә күрһәтте. Был еңеүҙәр бер ҙә осраҡлы түгел!  Конкурс-фестивалдарҙа ҡатнашыу ҡанат ҡуя, дәрт-дарман өҫтәй, сәфәр сығыуҙарға булышлыҡ иткән ата-әсәләргә лә рәхмәт әйтке килә.

Гөлиә Ишдәүләт ҡыҙы сығышы менән Әбйәлил районынан, ҡалала Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлағас, тормош иптәше Фәнис Кәримов менән “Ирәмәл” үҙәгендә эшләйҙәр. “Балалар менән шөғөлләнеү ныҡ оҡшай. Уральск һәм яҡын-тирә ауыл балаларына ғәжәпләнеүҙән туҡтамайым, шундай һәләтлеләр һәм һәр быуын үҙенсә һәләтле бит әле!”-ти ул

Шул уҡ Магнитогорск ҡалаһында  Халыҡ-ара" Good day fest"  һәм "Infiniti Stars " фестивалдарында Уральск сәнғәт мәктәбе лә уңышлы сығыш яһаны  -“Наҙлыҡай” ансамбле II дәрәжә лауреаты итеп танылды. Етәкселәре –Розалия Абдрахманова.  Айырым сығыштар ҙа юғары баһаланды.

 Розалия Азамат ҡыҙы шатлыҡтары менән уртаҡлашты:

-Яңы ғына бейей башлаған Дарина Ғафанова  1-се урын алды, еләк йыйыуҙы хореография алымдары аша күрһәтеүе жюри ағзаларын арбаны. Эльмира Илһамова менән Розалия Билалова заман бейеүҙәрен дә башҡара алыуҙарын күрһәтеп, 2-се урынға сыҡтылар. Ә Алтынайыбыҙ “Самауыр менән бейеүҙе” тыпырҙатып, сығышы алҡыштарға күмелде – I дәрәжә лауреаты.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в