Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2023, 08:57

Алға, алға, тик алға!

"Тәбиғи, артабан да конкурстарҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Беҙҙең, мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙы хәстәрләгән ололарҙың, ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушарға, бирешергә һис тә хаҡыбыҙ юҡ"

Алға, алға, тик алға!
Алға, алға, тик алға!

    Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тиҙәр.  “Мәрхәмәтлек ҡыл” (АНО “Дари Добро”) исемле автоном коммерцияға ҡоролмаған ойошма һәм уның етәксеһе Регина Абзалова физик мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарға нисек тә булышлыҡ итеү, күңелдәрен күтәреү, үҫешергә ярҙамлашыу өсөн бер генә лә форсатты ҡулдан ысҡындырмай буғай.  Ишек ҡаҡҡанға ишек асырҙар, тиелә бит бер изге китапта. Йәмәғәтселәрҙең тырышлығы һәм ныҡышмалығы менән бихисап гранттар алдылар, күп файҙалы эштәр башҡарҙылар. Был хаҡта даими яҙа барабыҙ.

   Ошо көндәрҙә РФ Президенты гранттар конкурсының сираттағы  еңеүсеһе булараҡ, “Мөмкинлектәр сикле – форсаттар сикһеҙ” проектын бойомға ашырыуҙың аҙағында “Мин булдыра алам” тип аталған йомғаҡлау сараһы, спорт байрамы үткәрҙеләр. Ҡатнашыусылар адаптив физик культура менән шөғөлләнеүҙәренең һөҙөмәтәләрен асыҡ күрһәтәләр: ГТО нормаларын тапшыралар, “күңелле старттарҙа” ҡатнашалар, футбол уйнайҙар, һуңынан саф һауала күмәкләп сәй эсәләр. “Мин булдыра алам” Ижад һарайынының бассейнында ла дауам итте был сара – мөмкинлектәре сикләнгән тип иҫәпләнгән сабыйҙар йөҙөүҙә ярышты.  Тулыһынса сәләмәт тип һаналған байтаҡ оло кешеләр ҙә был балалар кеүек булдыра алмауы көн кеүек асыҡ!

   Ошолай сағыу йомғаҡлау нөктәһе ҡуйылған “Мөмкинлектәр сикле – форсаттар сикһеҙ” проекты тураһында Регина Данил ҡыҙы беҙгә түбәндәгеләрҙе бәйән итте:

 -Баларҙың мөмкинлектәре сикләнгән булыуы улар өйҙәрендә бикләнеп ултырырға, үҙҙәренә йомолорға тейеш тигәнде һис тә аңлатмай! Киреһенсә, улар айырыуса  хәрәкәт, саф һауа, күңел көрлөгөнә мохтаж. Ошо осраҡта ғына физик йәһәттән дә, рухи яҡтан да тейешенсә үҫешәләр.  Адаптив спорт һәм физик культура – һәр кемгә физик үҙенсәлектәрен иғтибарға алып шөғөлләнергә ирек бирә.  “Адаптив” – яйлашыу-ҡулайлашыу тигәнде аңлата. Был грант ошо йүнәлештә эште көсәйтергә ирек бирҙе лә инде. Функциональ мөмкинлектәр буйынса адаптив спорт һәм йөҙөү менән шөғөлләнеү өсөн төркөмдәр бүленде, 4 ай аҙнаһына берәр тапҡыр махсус күнекмәләр үттеләр. Тренерыбыҙ -Радик Шәрифулла улы Аҡмурҙин, уға айырыуса рәхмәтлебеҙ., Ниндәйҙер рекордтар ҡуйылмаһа ла, сабыйҙар үҙ көстәренә, бер кемдән дә кәм түгел икәнлектәренә инандылар.

     Конкурста еңгәс йөҙөү өсөн инвентарь (һыуға батырмаған жилеттар, битлектәр, һыу инеү күҙлектәре, ҡотҡарыу кругтары), ноутбук, компьютер, принтер, музыка үҙәге, “ҡоро бассейн” һәм башҡа кәрәк-яраҡ ҡайтарттыҡ. Һәм барыһы ла эшкә егелде, береһе лә туҙанланып ятмай.     Йылы мәлдә тәбиғәткә йыш  сыҡтыҡ, шул иҫәптән Туристар көнө алдынан “Йәйғор” балалар лагерында сәләмәтлек байрамы ойошторолдо, барыһы ла бик ҡәнәғәт, илһамланып, дәрт-дарман алып ҡайтҡайны. Әүешкүл һыуында ла кинәндек.

  Байтаҡ сәләмтлек, бәхетле минут-сәғәттәр бүләк итте барыбыҙға ла был проект. Масштаблы һәм файҙалы итеп бойомға ашырырға булышлығ иткән бар кешеләргә ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ, изгелегегеҙ артып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын! Тәбиғи, артабан да конкурстарҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Беҙҙең, мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙы хәстәрләгән ололарҙың, ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушарға, бирешергә һис тә хаҡыбыҙ юҡ! Беҙҙе яратҡан, беҙгә сикһеҙ ышанған һәм булышлығыбыҙға айырыуса мохтаж сабыйҙарҙың өмәттәрен аҡлау өсөн көс тә, ваҡыт та йәл түгел – тағын да ошондай конкурстарҙа ҡатгнашыуҙы һис шикһеҙ дауам итәсәкбеҙ! Алға, алға, тик алға!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: