Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2023, 14:36

Яҡташыбыҙ Алмас Хәҙис улы Әмиров – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.

Бер ауылдан, бер зат-зәүерҙән ике кеше (Алмас Әмиров һәм Нәзифә Ҡадирова) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен йөрөтөүҙәре бик тә уникаль күренеш!

Яҡташыбыҙ Алмас Хәҙис улы Әмиров  – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
Яҡташыбыҙ Алмас Хәҙис улы Әмиров – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.

Рәсәй кимәлендә танылды

Яҡташыбыҙ Алмас Хәҙис улы Әмиров бик юғары баһаға лайыҡ булды – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы ул хәҙер! Талантлы сәнғәт эшмәкәре быға тиклем Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты исемдәренә лайыҡ булғайны.

Сәхнә йондоҙо 1968 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында тыуған.1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёрлыҡ факультетын тамамлай (Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы курсы) һәм шунан бирле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

Алмас Әмиров образдарҙы нескә характерлаусы комедия жанрындағы актёр.

Спектаклдәрҙәге иң билдәле ролдәре: Дәрүиш («Ай тотолған төндә”), Микеле («Илай белмәгән ҡатын»), Морис Ляппен («Минең ҡатынымдың исеме Морис»), Креонт («Эдип батша»), Мәсем-хан («Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға»), Ҡотош («Нәркәс»), Мәүлит («Әлифбанан бер себеш»), Исмәт Инөнү («Әхмәтзәки Вәлиди Туған»), Вәлиәхмәт («Мулла»), Хардинг («Кәкүк ояһы»), Сабир («Шәүрәкәй»), Яппар («Ҡоҙаса»), Шәйхеләхиәр («Яңғыҙҙар ташы»), Әхмәҙи («Әбейүшкә@эт.тущка.ги»), Ҡолтүбә («Ҡаһым түрә»), Малик («Йософ һәм Зөләйхә»), Вәсил Кәбирович («Мин һинең ҡәйнәң булам») һәм башҡа.

Кино һәм телефильмдарҙа иң билдәле ролдәре: Машина йөрөтөүсе («Быяла юлсы» — «Стеклянный пассажир», 1996), Рәйес («Ауыл өҫтөндә йәйғор» — «Радуга над деревней», 2000), Әхәт («Сөмбөлдөң етенсе йәйе» — «Седьмое лето Сюмбель», 2002; — бөтәһе лә «Башҡортостан» киностудияһыныҡы), Рубин Мәғәсүмов («Ай ҡыҙы» — «Дочь Луны», 2002; «Башҡортостан» ДТРК), «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәтен өнләтеүсе һәм башҡа.

 Башҡортостанда балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә арналған «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» тулы метражлы художестволы фильмы төшөрөлә башланы, тип тә хәбәр ителде. Уның нигеҙендә — билдәле башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма мине, әсәй!» повесы. Башҡа актерҙар менән рәттән, был эшкә лә яҡташыбыҙ йәлеп ителгән.

Ихлас ҡотлайбыҙ – бер ауылдан, бер зат-зәүерҙән ике кеше (Алмас Әмиров һәм Нәзифә Ҡадирова) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен йөрөтөүҙәре бик тә уникаль күренеш!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: