Учалы ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһында Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышлап күңелле байрам ойошторолдо.
Сағыштырмаса ҙурыраҡ балаларҙы йыйып, тәрбиәсе Г.С Төхвәтуллина һәм физик культура буйынса инструктор А.З.Атнағолова полиция ни менән шөғөлләнеүе, эске эштәр бүлегендә ҡыйыу һәм көсөлө ағайҙар эшләүе, улар булғанда бер ни ҡурҡыныс түгел икәнлеге тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләйҙәр, бала саҡтан тәртипле булыр кәрәклеге тураһында ла әйтелә.
- Былай ҙа ҡыҙыҡ әңгәмәнән күҙҙәре балҡып янған сабыйҙарға ысын полицейҙың килеүе тамам һөйөнсө булды, - тип йылмая был сара тураһында беҙгә хәбәр иткән Айгөл Заһир ҡыҙы. –Күңелле ярыштарҙа фәҡәт уның судья булыуы, айырыуса дәрт-дарман өҫтәне. Форма кейгән ошондай олпат ағай күҙәтеп, ҡеүәтләп торғас, ҡанат үҫкәндәй булдылар – үҙҙәренең көслө, сос, аҡыллы һәм зирәк булып үҫеүҙәрен ихлас күрһәттеләр.
Сараның аҙағында “Йәш полицейҙар” значоктары тапшырып түпәләре күккә тейҙерелгәс, шикләнмәҫкә мөмкин – әлеге хоҡуҡ һаҡсыларына бик лайыҡлы алмаш табыласаҡ! Ояһында ни күрә, осҡанында шул була