Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2023, 14:33

Беҙҙекеләр – еңеүсе!

Бушлайға нәмә биргән кешегә Ижевскта һәйкәл ҡуйыла (ҡалған кешеләрҙең дә уға шундуҡ ҡушыла алыуы күҙ уңында тотола)? Инглиз гвардияһында нәмәнән башлыҡтар яһала ? Башҡортостандың ниндәй һыу объекты атамаһында “Аҡ” һүҙе булған, 1917 йыл икенсегә үҙгәртелә?

Беҙҙекеләр – еңеүсе!
Беҙҙекеләр – еңеүсе!

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Бәләкәй ватан - ҙур ил”  этнография уйынының суперфиналы үтте.

Сараның маҡсаты – уҡыусыларҙың Башҡортостан һәм Рәсәй мәҙәниәтенә, тарихына, этнографияһына ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттырыу, төплө белем биреү. Ойоштороусылар – “Тархан” туроператоры, “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы, БР Мәғариф, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлыҡтары, Рус география йәмғиәте һәм башҡа. Яуаптарҙы дөрөҫ баһалау, көрәш ғәҙел барһын өсөн жюри эксперттары итеп Татарстан, Удмуртия, Карелия республикаларынан, Новосибирск, Воронеж өлкәләренән абруйлы фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған.

Бөтә республикабыҙҙан барлығы 500 команда  ситтән тороп дистанцион форматта көс һынашты. Иң яҡшы 50 команда финалға һайлап алына, улар араһында Учалы ҡалаһынан 3-сө  һәм 1-се Башҡорт лицейҙары.  Яҡташтарыбыҙ барыһы ла лайыҡлы сығыш яһай, әммә далан 1-се лицейға йылмайҙы. Бик көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә, эрудициялары, зирәклектәре һәм берҙәмлектәре арҡаһында башта финалда, һуңынан суперфиналда еңә алдылар.  Суперфинал “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” телеуйыны форматында үткән. 5 еңеүсе команда ла  Мәскәүгә сәйәхәт менән бүләкләнде.

Учалының еңеүсе команда составы: Ибраһим Тубаев, Азалия Шакирйәнова, Азалия Айбатова, Дания Мөхәмәҙиева, Камилла Бапанина, Арслан Ғибаев, Алсу Закирова, Искәндәр Минһажев.Остаздары – О.Н.Ниғмәтуллина. Оксана Наил ҡыҙы  - ике тиҫтәнән ашыу стажға эйә тәжрибәле тарих һәм йәмғиәт буйынса фән уҡытыусыһы, һуңғы ете йыл лицей директоры.

-Сара бик яҡшы ойошторолдо, ныҡ оҡшаны һәм дәрт өҫтәне! – ти мөғәллимә.- Шуныһы ла ғорурлыҡ өҫтәне – суперфиналда еңгән 5 команда араһында тик беҙ генә райондан килгәндәр, ҡалғандар барыһы ла Өфө мәктәптәре вәкилдәре.

-Ә үҙегеҙҙең өйрәнсектәр араһынан кемде айырыуса билдәләр инегеҙ?

-Ҡалған дәғүәселәр араһында ла бик уҡымышлы балалар күп ине, әммә беҙҙекеләр фәҡәт командаға тупланып, татыу һәм берҙәм “мейе штурмы” ойоштора алғандары арҡаһында еңде, шуға ла ҡаҙаныш, һис шикһеҙ, уртаҡ! Кемделер айырыу килешмәҫ. Барыһын да илһамландырыусы, ойошторосы - команда капитаны Ибраһим Тубаев тип әйтеү менән сикләнәйем.

 - Оксана Наил ҡыҙы, гәзит уҡыусылар үҙҙәрен һынап ҡараһын әле, ундағы һорауҙарҙы миҫалға килтерегеҙ әле.

-  Бушлайға нәмә биргән кешегә Ижевскта һәйкәл ҡуйыла (ҡалған кешеләрҙең дә уға шундуҡ ҡушыла алыуы күҙ уңында тотола)? Инглиз гвардияһында нәмәнән башлыҡтар яһала (рус телендә уның ике һүҙе лә бер хәрефтән башлана)? Башҡортостандың ниндәй һыу объекты атамаһында “Аҡ” һүҙе булған, 1917 йыл икенсегә үҙгәртелә (республикала үҙ төрөндә иң ҙур объект)?

-........бирешәбеҙ. Яуаптарҙы әйтегеҙ инде!

-Һәйкәл – үҙ иҫәбенә wi-fi, йәғни интернет элемтәһен өләшеүсегә. Гвардияла – айыу тиреһе (медвежий мех). Ә киң билдәле Красный Ключ шишмәһе революцияға тиклем Белый Ключ тип аталған.

- Әңгәмә өсөн дә, Учалының яҡшы данын киң таратҡанығыҙ өсөн дә ҙур рәхмәт!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: