Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2023, 15:21

Опергруппа саҡырыла

Дәрәжәле тикшереүселәр шикле кешеләр эшмәкәрлегенә үҙҙәре  тап булалар, кисектермәй эске эштәр бүлегенең оператив төркөмөн саҡыртҡандар.

Опергруппа саҡырыла
Опергруппа саҡырыла

БР Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте.

Учалылағы хәлдәр тураһында район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов  доклад яһай.

-Республика биләмәләренә “Роснедра” биргән лицензияларҙың 80-дән ашыу проценты тап Учалы районына тура килә. Бөгөнгө көндә район ерҙәрендә 35 лицензиат-юридик берәмектәр  51 лицензияға эйә, шул иҫәптән  13 – ҡиммәтле металдарҙы эҙләүгә, разведкалауға һәм табыуға, ҡалғандары – әҙләү һәм баһалауға хоҡуҡ бирә.

Тәбиғәткә юғары техногнен баҫым урындағы халыҡта күп һорауҙар уята. Выжданһыҙ лицензиаттар эҙләү һәм баһалау хоҡуҡтарына йәшеренеп, ысынбарлығында алтын табыу менән шөғөлләнеү осраҡтары юҡ түгел, быға кәртә ҡуйыр кәрәк.

2021 йыл мин БР Башлығы Радий Хәбировҡа һәм федераль ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу  агентлығына мөрәжәғәт иткәс, 2022 йылдың октябрь айынан лицензияларға заявкалар ҡабул ителеү туҡтатылып торҙо. Лицензиаттарҙың яртыһынан ашыуы  республикабыҙҙан ситтә теркәлгән. Лицензиялар бирелгән участкаларҙың яртыһы дәүләт урман фонды биләмәләрендә, ҡалғаны – БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағында.

Анализ күрһәтеүенсә, лицензия эйәләренең 40 проценты ғына эшмәкәрлек алып бара, һалым һәм страховка иғәнәләрен түләй бара, ҡалғандар иһә ниндәйҙер эш алып барғанлыҡтары тураһында рәсми рәүештә хәбәрҙар түгелбеҙ.  Күп предприятиеларҙа бер генә хеҙмәткәр иҫәпләнә. Был хәл шиктәргә урын ҡалдыра. 36 предприятиеға ла хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү тураһында иҫкәртеү хаттары ебәреп тә, 11-нән генә ыңғай яуаптар алдыҡ. Урта һәм бәләкәй предприятеларҙы тикшереүгә индерелгән мораторий шулай уҡ эшмәкәрлектәрен тикшереү мөмкинлеген сикләй. “Башнедра” идаралығы лицензияларҙың бер өлөшөн ғәмәлдән сығарҙы, предприятиелар райондан китте, әммә улар аҡтара башлаған участкаларҙы рекультивациялау мәсьәләһе асыҡ ҡала.

БР Премьер-министры Андрей Назаров 659-сы һанлы БР Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы (14.11.2023 йыл), Региональ геология контроле тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерелде, хәҙер пландан тыш тикшереүҙәр башҡарырға нигеҙҙәр һаны артты. Былар барыһы ла федераль һәм республика ведомстволары бергә эшләүен талап итә, сөнки район властарының вәкәләттәре бик сикле. Ведомство-ара комиссияның быға иғтибар биреүе өмөт уята.

Комиссия бөгөнгө көндә “Альт-Инвест” предприятиеһы буйынса эшләй, улар буйынса Учалы район судының бер ҡарары бар, икенсе эш яҡын арала судҡа ебәреләсәк. Комиссия райондың төньяғында алтын сәнәғәтселәрен тикшерә башланы. Ошо көндәрҙә “Росприроднадзор” Учалы район-ара прокуратураһы менән берлектә унда  булдылар. Федераль хеҙмәт башлығы Светлана Радионова был хаҡта социаль селтәрҙәргә лә хәбәрнамә сығарҙы.

  Руслан Ғәлийән улы телгә алған һуңғы осраҡта  дәрәжәле тикшереүселәр шикле кешеләр эшмәкәрлегенә үҙҙәре  тап булалар, кисектермәй эске эштәр бүлегенең оператив төркөмөн саҡыртҡандар. Нимә менән тамамланыр, һуңынан хәбәр итербеҙ.

Фотография Светлана Геннадьевнаның сәхифәһенән - https://vk.com/wall534385176_39420

 Хөрмәтле яҡташтар, интернетта кемгәлер бәлә һалып, мыжып ултырғансы,ҡаҙылма байлыҡтарҙы законһыҙ файҙаланыу тураһында хәбәрҙарһығыҙ икән, кисектермәй мөрәжәғәт итегеҙ:

-Учалы район-ара прокуратураһы: 8 (34791)6-03-65;
-эске эштәр бүлеге: 8 (34791)2-08-83, 002, 02;

-район хакимиәтенең муниципаль контроль бүлеге: 8 (34791) 6-28-33 ([email protected];

-БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль подразделениеһы: Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы,1. Контакттар - 8-927-309-64-48, 8-960-388-25-71, [email protected];

-  БР буйынса “Росприроднадзор” идаралығы:  8(347) 228-98-75;

- БР буйынса “Россельхознадзор” идаралығы:  8 (347) 248-56-00, [email protected].

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: