Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2023, 09:58

....бирән һыйыр ҡорһағы ярылғансы ашар

Кем “Альтинвест” хужаһы икәнлеген белмәйбеҙ, әммә элекке Украина депутаты, тип тә интернетта һүҙ сығарыла. Рәсми булмаған сығанаҡтарға ҡарағанда, Ураҙ тирәһендә 330 килогам алтын кәсеп иткәндәр.

....бирән һыйыр ҡорһағы ярылғансы ашар
....бирән һыйыр ҡорһағы ярылғансы ашар

Ураҙ тирәһендә соҡонған “Альтинвест” һәм “Гасадд” яуалыҡтары сикләнгән йәмғиәттәре “шуҡлыҡтары” иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Алдан ҡабул ителгән суд ҡарарын яуыз рәүештә үтәмәгән өсөн ошо көндәрҙә йәнә енәйәт эше ҡуҙғатылған.

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, суд хөкөмөнә ярашлы, быға тиклем аҡтарған ерҙәрҙе тәртипкә килтерергә тейешле булалар, әммә мәгәр, “рекультивация” һылтауы менән  һаман да алтын табыуҙы дауам иткәндәр! Шулай инде, бирән һыйыр ҡорһағы ярылғансы һоғона ла, һоғона....

Эксперттар самаһы менән 61,7 гектар майҙанда ерҙең уңдырышлы ҡатламын юҡҡа сығарыу тураһында һүҙ бара. РФ Енәйәт кодексының 315-се статьяһы буйынса ғәйеплеләрҙең ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүҙәре мөмкин. Һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ – был әлегә  суд ҡарарын үтәүҙән баш тарҡан өсөн яза тураһында ғына бара, шуҡ алтынсыларҙың башҡаса закон боҙоуҙары тағын да ҡалҡып сығыуы бик тә ихтимал. Кем “Альтинвест” хужаһы икәнлеген белмәйбеҙ, әммә элекке Украина депутаты, тип тә интернетта һүҙ сығарыла. Рәсми булмаған сығанаҡтарға ҡарағанда, Ураҙ тирәһендә 330 килогам алтын кәсеп иткәндәр.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

https://ufa1.ru/text/incidents/2023/11/20/72932243/?from=yanews&utm_source=yxnews&utm_medium=desktop&utm_referrer=https%3A%2F%2Fdzen.ru%2Fnews%2Fsearch%3Ftext%3D

https://vk.com/wall-65331802_5957

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-20/nedobrosovestnyh-zolotodobytchikov-v-bashkirii-zhdet-ugolovnaya-otvetstvennost-3528252

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: