-3 °С
Ҡар
Закондарға ярашлы, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында һунар итеү генә түгел, унда ҡорал менән инеү ҙә тыйыла. Юҡ шул, браконьерҙар тотолоп тора, язаларын алып тора, ә һаман сираттағы золомсолар табылып тора. Ошо арала “Ирәмәл” паркы етәксеһе Мирдар Дияров “Урал-Тау” заказнигы биләмәләрендә сираттағы “ҡара кәсепселәрҙең” ҡойроғона баҫты.
Золомсолар эске эштәр бүлегенә илтелә, енәйәт яуаплылығына тарттырылыуҙары ла бик ихтимал.