Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2023, 13:44

Илле миллион һум артыҡ беҙгә...

"Үткән аҙнала ғына Учалы ҡалаһынан йәш егетте тоттоҡ –оло ҡатындан, ейәнсәрең аварияға эләкте тип, байтаҡ аҡса алырға килә. Курьер ғына шул, интернет аша жуликтарға ялланған, кем икәнлектәрен үҙе лә белмәй. Ярар ҙа был осраҡта әбейҙең ҡыҙы үҙ ваҡытында белеп ҡала. Асыҡланды – шул  уҡ курьер икенсе алданған әбейҙән аҡса алып, билдәһеҙ жуликтарға күсереп өлгөргән".

Илле миллион һум артыҡ беҙгә...
Илле миллион һум артыҡ беҙгә...

Ун айҙа районыбыҙҙа енәйәттәр былтырғы ошо осорҙан 4,2 процентҡа аҙ теркәлгән. Шул иҫәптән урлашыуҙар, мал һәм автомобиль ҡыуыу, кеше талауҙар кәмегән һәм башҡа.Экстремизм-терроризм осраҡтары, шөкөр, юҡ. Наркотиктар юҡ түгел шул, былтырғынан 13 осраҡҡа кәмеһә лә, 43 енәйәт бары күп инде!

Енәйәттәрҙе асыҡлау  - 54,3%. Элекке йылдарҙан түбән булыуының етди сәбәбе бар: 64 % - киберенәйәттәр, “ябай” мутлашыуҙар ҙа байтаҡ, ә уларҙы асыҡлау айырыуса ҡатмарлы.Ошо хаҡта Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары подполковник  Шайморат Ямалов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Шайморат Мәһәҙи улынан мәғлүм булғандарҙы ҡыҫҡаса бирәбеҙ.

-Сама менән бөтә теркәләгән енәйәттәрҙең 70-80 проценты мутлашыусыларға тура килә. Һынды ҡатырырлыҡ һан бит – учалылар йыл башынан ғына алдаҡсыларға 50 миллион һум самаһы тотторҙо! 314 енәйәт, былтырғы ошо осорҙан 114 осраҡҡа күберәк. Урланған йә урамда  табылған банк карталарынан аҡса сәлдереү, интернетта ниндәйҙер тауар вәғәҙә итеп, тишек кәмәгә ултыртыу, золомсолар социаль селтәрҙәге сәхифәгә инеп, уның эйәһе исеменән таныштарынан теләнселәнеүҙәре лә күп,әммә  төп урлашыуҙар түбәндәге схемалар буйынса бара.

  Беренсенән, енәйәтсе хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре булып шылтырата ла, яҡын кешегеҙ бәләгә ҡалды  тип алдап, төрмәгә ултырмаһын өсөн ашығыс аҡса кәрәк, ти. Ҡорбанды һындырып алғас, кемдер килеп унан  килешелгән аҡсаны ала. Үткән аҙнала ғына Учалы ҡалаһынан йәш егетте тоттоҡ –оло ҡатындан, ейәнсәрең аварияға эләкте тип, байтаҡ аҡса алырға килә. Курьер ғына шул, интернет аша жуликтарға ялланған, кем икәнлектәрен үҙе лә белмәй. Ярар ҙа был осраҡта әбейҙең ҡыҙы үҙ ваҡытында белеп ҡала. Асыҡланды – шул  уҡ курьер икенсе алданған әбейҙән аҡса алып, билдәһеҙ жуликтарға күсереп өлгөргән. Үҙенә нисәлер процент “эш хаҡы” алып. Нисек ҡаршы торорға? Бер ваҡытта ла ришүәт түләмәгеҙ! Ошондайыраҡ тәҡдим ишетелә икән, шундуҡ ысын полицияға хәбәр итегеҙ, беҙгә, исмаһам, курьерҙы тотоу ҡыйын булмаҫ. Ябай аҡыл менән уйлағанда ла, “бәләгә ҡалған туғандың” үҙенә шылтыратып хәлдәрен һорашырға, күршеләр менән кәңәшләшергә мөмкин дә инде, юҡ шул, яҡташтарыбыҙ ҡойола ла төшә торған.

  Икенсе киң ҡулланылған схема – “банк хеҙмәткәре” йә “полицей” шылтыратып, аҡсағыҙҙы кемдер урларға (һеҙҙең исемдән кредит алырға) йыйына, быға ҡаршы тороу өсөн фәлән-фәлән счетҡа аҡса күсерегеҙ, ти. Иҫәр аҡыл менән уйлағанда ла уйҙырма икәнлеге аңлашыла бит инде. Юҡ шул, бәғзеләр хатта кредит алып булһа ла күсерәләр. Хатта баш бухгалтерҙар ҙа ошондай хәйләһеҙ ҡармаҡҡа эләккәс, ҡалғандарға ни үпкә инде.

 Өсөнсө ҡалып – енәйәт ҡорбаны “инвесторға”, финанс спекулянтына әйләнеү тураһында хыялланып, үҙенең, бурысҡа алған аҡсаһын жуликтарға  ирекле рәүештә күсерә башлай.  Тегеләре, башта күпмелер “дивидент” түләгән булып, тамам әүрәтәләр.  Жуликтар гипноз ҡуллана тигәндәренә һис тә ышанмайым. Арбау ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына йоғонто яһай бит, ә беҙҙең яҡташтар Мейәскә тиклем барып,  Райффайзенбанк аша кредит алалар һәм “инвестиция” башҡаралар!

Минең шәхси фекергә төп сәбәп – ҡомһоҙлоҡ һәм, башҡортса әйткәндә – аңралыҡ. Әйткәндәй, әсә телен белеүҙең тағы ла бер ыңғай яғы бар – жуликтар сит тарафтарҙан эш итә, башҡортса яуап биргәндәрҙе аңламайҙар һәм алдап маташмайҙар, тип ишеткән бар.

Әйткәнде дөйөмләштереп, учалыларға ошо   ябай ғына хәҡиҡәтте иҫтә тоторға өндәр инем:  кем генә булмаһын (банк хеҙмәткәре, тәфтишсе, брокер һәм башҡа), ситтән тороп (телефон, интернет, курьер аша), ниндәй генә маҡсатта аҡса күсереүҙе һорамаһын, бойһонмағыҙ!   Башта тап үҙегеҙ банкка, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, туған кешегә шылтыратып, эштең айышына төшөнөгөҙ. “Дәүләт хеҙмәтләндереүе” порталындағы шәхси кабинетығыҙға инә алмаһағыҙ, шундуҡ пароль алмаштырыр кәрәк, килеп сыҡмаһа – МФЦ-ға ашығыс барып ярҙам һорарға.  Ә “инвестиция” менән байырға йыйынғандарға ниҙер әйтергә лә ҡыйынһынам – шул тиклем сабыйҙарса хәйәләһеҙ булмағыҙ инде, донъяла бер кем дә һеҙгә бушлай аҡса тотторорға атлығып тормай!  Үҙегеҙҙә бөйөк брокер һәләте  тояғыҙ икән, исмаһам, банк системаһы аша рәсми рәүештә һынап ҡарай алаһығыҙ. Был осраҡта, исмаһам, енәйәтселәрҙе байытмаҫһығыҙ.....

   Йәнә бер имәнес күренеш тураһында иҫкәртер кәрәктер. Енәйәтселәр өсөн изге бер ни ҡалмай. Беҙҙә әлегә юҡ әле, әммә уныһы ла килеп етерҙер: алдаҡсылар сикләнгән хәрби операция яугирҙәренең туғандарына бәйләнешкә сығып, “....ҡаты яраланды, ҡотҡарып ҡалыу өсөн ашығыс ярҙам кәрәк”, - тип аҡса алдап алыуҙары бик тә ихтимал!  Уйлауымса, фронтта былай ҙа ашығыс ярҙам саралары тулы күләмдә күрһәтелә һәм ышаныслы сығанаҡтан хәбәр алғанда ғына ниҙәргәлер тотонорға мөмкин.  Бындай һөжүмдәргә лә әҙер булығыҙ!

  Полицейҙар хәрби операцияға йәлеп ителәме? Юҡ. Ирекмән булып китеүселәр, әлбиттә, табылды, әммә ғәмәлдәге тәртипте күҙәтеп, башта эштән сыҡтылар. Шул уҡ ваҡытта полицейҙар, “Росгвардия” хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә эшләү өсөн оҙайлы командировкаларға йүнәлтелеп тора. Төньяҡ Кавказға ебәрелгән кеүек. Үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр, конкрет һандарҙы һәм исем-шәрифтәрҙе әйтә алмайым.

Хәрби операцияға ҡағылышлы йәнә бер асыҡлыҡ индерергә кәрәктер.  Баштарын һалған яҡташтарыбыҙҙы ерләгәндә ниңә һәр саҡ полицейҙарҙың почет ҡарауылы юҡ, тип үпкәләүселәр табыла. Беҙ Оборона министрлығы менән төрлө ведомстволар бит, шуға ла был хаҡта хәрби комиссарҙың мөрәжәғәт итеүе шарт. Әлбиттә, мөмкинлек булған һайын, күккә һауанан автоматтан атып,яҡташтарыбыҙға һәм яуҙаштарыбыҙға һуңғы хөрмәт күрһәтеү өсөн үҙебеҙ ҙә булған-булмаған форсаттарҙы табырға тырышабыҙ.... Йәнә шуныһы ла булғылай – мәрхүмдәрҙең яҡындары йә ерләү йолаһын ойошторған дин әһелдәре бәхилләшеү салютынан баш тарта. Шуға ла һәр осраҡ айырым ҡарала.

Эске эштәр бүлегенең түбәндәге иғланына ла иғтибар итегеҙ: "Отдел МВД России по Учалинском району приглашает на службу в органы внутренних дел граждан не моложе 18 и не старше 45 лет.
На замещение следующих вакантных должностей: следователей, участковых уполномоченных полиции, полицейского (водителя) отдельного взвода патрульно-постовой службы полиции, полицейского группы охраны и конвоирования подозреваемых и обвиняемых изолятора временного содержания подозреваемых и обвиняемых ПиО, помощника дежурного группы режима спецчасти изолятора временного содержания подозреваемых и обвиняемых, помощника оперативного дежурного дежурной части, полицейского (водителя) группы обслуживания СОГ Отдела МВД России по Учалинскому району
Социальные гарантии сотрудникам органов внутренних дел:
Заработная плата сотрудников состоит из оклада по замещаемой должности, оклада по специальному званию и устанавливаются следующие ежемесячные надбавки в зависимости от подразделения где проходит службу:
(премии за добросовестное выполнение служебных обязанностей, за стаж службы, за работу со сведениями, составляющими государственную тайну, за особые условия службы, за квалификационное звание, поощрительные выплаты за особые достижения в службе, за выполнение задач, непосредственно связанных с риском (повышенной опасностью) для жизни и здоровья в мирное время).
Сотруднику за весь период временной нетрудоспособности выплачивается денежное довольствие в полном объеме.
- оказывается материальная помощь в размере не менее одного оклада денежного содержания в год.
- предоставляются следующие виды отпусков с сохранением денежного довольствия: основной отпуск в количестве 30 календарных дней без учета выходных и праздничных дней, дополнительные отпуска: за стаж службы и за ненормированный служебный день, отпуск по личным обстоятельствам.
Сотруднику, а также одному из членов его семьи оплачивается стоимость проезда воздушным, железнодорожным, водным и автомобильным (за исключением такси) транспортом к месту проведения основного отпуска и обратно на территории Российской Федерации один раз в год.
Сотрудник, имеющий стаж службы в органах внутренних дел не менее 10 лет в календарном исчислении, имеет право на единовременную социальную выплату для приобретения или строительства жилого помещения один раз за весь период службы.
Сотрудникам, общая продолжительность службы в органах внутренних дел которых составляет 20 лет и более, при увольнении выплачивается единовременное пособие в размере семи окладов денежного содержания
Сотрудник, члены семьи сотрудника и лица, находящиеся на иждивении сотрудника имеет право на бесплатное медицинское обеспечение в медицинских организациях федерального органа исполнительной власти в сфере внутренних дел, а также на санаторно-курортное лечение и оздоровительный отдых в медицинских организациях федерального органа исполнительной власти в сфере внутренних дел.
Гражданин не может быть принят на службу в органы внутренних дел в случаях, если он:
1) имеет вид на жительство или иной документ, подтверждающий право на его постоянное проживание на территории иностранного государства;
2) является подозреваемым или обвиняемым по уголовному делу;
3) неоднократно в течение года, предшествовавшего дню поступления на службу в органы внутренних дел, подвергался в судебном порядке административному наказанию за совершенные умышленно административные правонарушения;
4) подвергался уголовному преследованию, которое было прекращено в отношении его за истечением срока давности, в связи с примирением сторон вследствие акта об амнистии, в связи с деятельным раскаянием, за исключением случаев, если на момент рассмотрения вопроса о возможности принятия на службу преступность деяния, ранее им совершенного, устранена уголовным законом".

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: