Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2023, 09:10

Һәр кемгә яҡын һәм үҙ

Нәжибә Камалетдин ҡыҙы Хәмиҙуллина Илсе ауылында 1943 йылдың 27 ғинуарында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Һуғыш йылдарында донъяға килгәс, уның бала сағы ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы булғанлығын әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Шулай ҙа атаһы һуғыштан иҫән әйләнеп ҡайтҡанға күрә (Камалетдин Шаһивәли улы 1941 йылда ҡаты контузия алып, яу яланынан ҡайтарыла), үҙен бәхетлеләр рәтенә ҡуя.

Һәр кемгә яҡын һәм үҙ
Һәр кемгә яҡын һәм үҙ

Нәжибә Камалетдин ҡыҙы Хәмиҙуллина Илсе ауылында 1943 йылдың 27 ғинуарында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Һуғыш йылдарында донъяға килгәс, уның бала сағы ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы булғанлығын әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Шулай ҙа атаһы һуғыштан иҫән әйләнеп ҡайтҡанға күрә (Камалетдин Шаһивәли улы 1941 йылда ҡаты контузия алып, яу яланынан ҡайтарыла), үҙен бәхетлеләр рәтенә ҡуя.

Һуғыш балаларының бала сағы булмай, тип әйтергә мөмкин. Бына бәләкәй Нәжибә лә бер эштән дә ҡалмай. Комбайнда һалам тартыусы ла була, келәттә иген дә таҙарта. Ғөмүмән, бесән мәле, уңыш йыйыу осоро ваҡыттарында өйгә ҡайтып та кермәй ҡыҙ.

Һуғыштан һуң бер-бер артлы тыуған өс ҡустыһын - Айҙар, Йәдкәр, Илдарҙы һәм һеңлеһе Розаны үҫтереүҙә Нәжибә иң оло ярҙамсы була, сөнки әсәләре Хажирә Ситдыҡ ҡыҙы һәм атаһы Камалетдин Шаһивли улы таң һарыһыан ҡара төнгә хәтле колхоз эшенән бушамайҙар. Ғаиләләре ҙур, татыу һәм эшһөйәр була, йыр-моң һөйөп үҫә улар. Ағаһы, ҡустыларының барыһы ла гармунда уйнай белә, апалары, һеңлеһе – барыһы ла моңло итеп йырлайҙар! Донъя мәшәҡәттәре иңенә бик иртә ятҡанғамылыр, Нәжибә Камалетдин ҡыҙының ҡулынан килмәгән эше булмай - сигеү сигә, селтәр бәйләй, үҙенә генә түгел, күрше-тирәгә лә күлдәктәр тегеп кейҙерә.

Ә мәктәпкә уҡырға барған мәлен иһә Нәжибә Камалетдин ҡыҙы һаман булһа йылмайып иҫкә ала.

- 5 йәш тулғайны булһа кәрәк, күрше-тирәләге балаларға эйәреп, мәктәпкә уҡырға барҙым. Тәүҙә йәшең етмәгән, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Иртәгеһенә тағы барҙым. Партанан саҡ баш күренеп ултыра инде. Мине әллә йәлләнеләр, әллә күп йөрөмәҫ, ялҡып үҙе мәктәпкә йөрөүен туҡтатыр, тип уйланылар, шулай ҙа 1-се класҡа уҡырға алдылар. Шулай итеп, үҙемдән әллә нисә йәшкә оло балаларҙан ҡалышмайынса, тырышып уҡып киттем, - тип хәтерләй Нәжибә Хәмиҙуллина.

Шулай үҫеп етә, эш менән сыныға йәш ҡыҙ. Һылыу, зәңгәр күҙле, зифа буйлы Нәжибәгә күҙ атыусылар күп була. Тик ҡыҙҙың күңеле Рәшит исемле егет өсөн генә асыла. Рәшит менән Нәжибә араһында мөхәббәт ялҡыны тоҡаныуға егеткә армия сафына барырға ваҡыт етә. Ул ваҡытта хәрби хеҙмәт өс йыллап була, йәштәр бер-береһенә мөхәббәт тулы хаттар яҙышып, күңелдәрен баҫа. Әйткәндәй, Рәшитенең армиянан яҙған хаттарын Нәжибә Камалетдин ҡыҙы әле булһа ҡәҙерләп һаҡлай. Буласаҡ ире Ҡаҙағстанда хеҙмәт итә. Ул йылдарҙың ҡурҡыныс шаңдауы булған Семипалатинск ядро полигонындағы һынауҙарға эләгә, көслө нурланыуға дусар була. Әрме сафына алынғансы бәһлеүәндәй мыҡты кәүҙәле егет радиация алғас, ныҡ ябыға, күҙҙәренең осҡон сәсеп торған нуры ла тоноҡланып ҡала. Дүрт айҙан ашыу госпиталдә ятырға тура килә, бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, йәшәүгә бер ни тиклем өмөтө һүрелгән егет тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ниндәй һаләттә булһа ла һөйгәненән ваз кисә буламы инде Нәжибә! Киреһенсә, егетте үҙ-үҙенә бикләнмәҫкә өндәй һәм бергәләп бар ауырлыҡтарҙы ла еңәсәктәренә ышандыра. Йәштәр гөрләтеп туй үткәрәләр. Һәм шул көндән башлап Нәжибә Рәшитенең һаулығы, уның ғүмере өсөн ысын көрәш башлай. Дауахана, шифаханаларҙан тыш, өйҙә көн дә үҙҙәре бешкән ҡымыҙ, бал менән һөт эсерә, халыҡ дауаһы сараларын да файҙалана.

Илсе ауылы халҡы әле булһа иҫләй бит Рәшит Бикмөхәмәт улының ғүмер буйы ауылда:

- Нәжибә мине үҙенең мөхәббәте менән терелтте, ул ғына мине аяҡҡа баҫтырҙы! – тип ҡатынын оло һөйөү һәм хөрмәт менән һөйләп йөрөр була.

Хәмиҙуллиндар өс балаға ғүмер бирә - ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә улар. Тик ҡайғы ғаиләгә көтмәгәндә ишек ҡаға. “Башҡортостан” колхозында оҙайлы йылдар – механизатор, һуңынан “Муртыҡты” шахтаһында шахтер булып эшләп, 50 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡан Рәшит Хәмиҙуллин 52 генә йәшендә нурланыу эҙемтәһенән яҡты донъяларҙы ҡалдырып китеп бара. Ҡара ҡайғыһын сабыр ҡатын эш һәм балалары менән баҫа.

Ә мәҡәлә геройыбыҙҙың хеҙмәт юлына килгәндә, ул бик бай һәм үҙенсәлекле. 60-сы йылдарҙа Нәжибә Камалетдин ҡыҙы һауынсы булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт кенәгәһенә күҙ һалһаҡ, унда ошондай яҙыуҙы күрергә мөмкин: “1961 йылда 365 көн эшләгән. 1962 йылда 365 көн эшләгән. 1963 йылда 365 көн эшләгән”. Тимәк, йыл әйләнәһенең бер көнөндә лә ял булмаған тигән һүҙ. Ул ваҡыттарҙа һауынсыларҙың эше иртәнге сәғәт биштә башланып, киске һигеҙгә тиклем дауам иткәнлеген белгәнгә күрә, ни тиклем сыҙамлылыҡ, эште яратып башҡарыу, теләк һәм маҡсат кәрәк булғанлығын төҫмөрләргә була.

Артабан Нәжибә Хәмиҙуллина ғүмерен почта тармағы менән бәйләй. Был өлкәлә ул 30 йыл эшләй. Илсе халҡы яратып һәм үҙ итеп кенә яратҡан почтальондарын “почта Нәжибә” һәм “почта Мәрйәм” тип йөрөтөр була. Ул ваҡыттарҙа ваҡытлы матбуғат сараларын һәр йортта кәмендә дүртәр-бишәр дана яҙҙыртҡандарын иҫәпкә алғанда, почтальондың сумкаһы көс етмәҫлек ауыр булғанлығын күҙаллауы ауыр түгел. Өҫтәүенә тәүҙәрәк гәзит-журналдарҙы почтальондар поездан үҙҙәре ҡабул итеп алыр булған. Илсе ауылында поезд ни бары биш минутҡа ғына туҡтаған, шул арала кәрәкле вагонға йүгереп барып, тоҡ-тоҡ гәзит-хаттарҙы, посылкаларҙы ҡабул итеп алыу, иҫәпләү, ҡултамғаңды ҡуйыу талап ителгән.

- Нисек кенә ваҡыт тар булмаһын, өлгөрә инек. Гәзит-журналдарҙы һәр йортҡа ваҡытында таратыу беҙҙең намыҫта икәнлекте бер ваҡытта ла иҫтән сығарманыҡ, - тип хәтерләй Илсе почта бүлексәһендә эшләгән йылдарын Нәжибә ханым.

“Почта Нәжибә”не ауыл халҡы, ысынлап та ярата һәм үҙ итә. Гәзит йәки пенсия таратҡанын көтөп тороп, уның менән кәңәшләшергә, фекерен белергә теләйҙәр. Шул рәүешле ябай почтальонға ауылда ваҡыты-ваҡыты менән психолог ролен үтәргә лә тура килә.  

Нәжибә һәм Рәшит Хәмиҙуллиндар, алда телгә алыуымса, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Даян менән Дим улдары бөгөн Учалы ҡалаһында йәшәй, хеҙмәт юлдарын Учалы тау-байыктырыу комбинаты менән бәйләгәндәр. Даян Рәшит улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Дим Рәшит улы комбинаттың байыҡтырыу фабрикаһында эшләй. Килендәрҙән дә бик уңған Нәжибә Камалетдин ҡыҙы. Гөлназ менән Әлифәне үҙ ҡыҙҙары һымаҡ ярата, улары ла ҡәйнәләре өсөн өҙөлөп тора. Зилә ҡыҙы әле алыҫ Себерҙә, Лангепас ҡалаһында йәшәй, нефтсе һөнәрен һайлаған. Нәжибә Камалетдин ҡыҙының бөгөн биш ейәне, бер бүләһе бар.

Һәр әсә кеүек балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып йәшәй Нәжибә Хәмиҙуллина. Даян улының Афғанстан ерендә хеҙмәт иткән осорон һаман булһа борсолоп, күҙ йәштәре аша иҫкә ала.

- Даян улыбыҙҙың Афғанстандағы һуғышта булыуын беҙ тәүҙә белмәнек тә... Адресында Кушка ҡалаһы, тип яҙыла ине, уны-быны уйламаныҡ та. Тора-бара шикләнә башланыҡ, хат яҙғанда һорап яҙабыҙ: “Улым, һин Афғанстанда хеҙмәт итәһеңме әллә?” - тип. “Юҡ, мин унда түгелмен, борсолмағыҙ”, - тип яуап хат яҙҙы. Баҡһаң, беҙҙе хафаға һалмаҫ өсөн иптәщтәре менән Афғанстанда икәнлеген әйтмәҫкә һүҙ ҡуйышҡандар икән.

Даян әрменән ҡайтҡан мәлде һаман иҫләйем. Улым ул ваҡытта көлөү түгел, йылмаймай ҙа ине, шымып ҡалған, үҙенә бикләнгән. Беҙгә һөйләмәһә лә, иптәштәре аша ниндәй ут-ғәрәсәт, дәһшәтле өйөрмә аша үткәнлеген белдек. Әле булһа “Ҡандағар” тигән һүҙҙе ишетһәм, күҙҙәремә йәштәр тула, тамағымды әсе төйөр быуа... Бала өсөн борсолоу-уйланыуҙарҙы әсә булған кеше яҡшы аңлай инде ул. Шуға күрә әле барған махсус операция ла тиҙерәк тамамланһын, әсәләргә күҙ йәштәре түгергә яҙмаһын, тип теләйем, доғалар уҡыйым, - ти Нәжибә Камалетдин ҡыҙы.

Хәмиҙуллиндар ғаиләһе бынан бер нисә йыл элек Илсе ауылы өсөн мөһим һәм иҫтәлекле эш эшләне. Башлыса Дим һәм Даян улдары ойоштора был изге ғәмәлде.

- Рәшитем вафатына тиклем уландарына эргәләге тау битләүенә ҡарағай үҫентеләре ултыртырға теләүен һөйләгән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе атҡара алманы был эште, әммә улдары уның иҫтәлеге итеп, ултыртты ағастарҙы. Ғөмүмән, ул өмә бик ойошҡан рәүештә уҙғаны хәтеремдә. Халыҡ үҙе теләп күпләп килде, үҫентеләрҙе сәскәс, кәртәләп тә алдылар. Бөгөн иһә ошо ҡарағайҙар “Илсе” яҙыуы рәүешендә шаулап бәләкәй урман булып үҫеп ултыра, - тип ҡәнәғәтләнеп бәйән итә әңгәмәсем.

Шуны ла өҫтәргә кәрәк, Нәжибә Хәмиҙуллина бөгөн ауылдың хөрмәтле ағинәйе һәм абыстайы. Олоһо ла, кесеһе лә уның һүҙен тыңлап, кәңәшен тотоп йәшәй. Дин юлынан атлауына ла 25 йыллап ваҡыт уҙған.

- Дингә ныҡлап ылығыуыма иремдең иртә вафаты сәбәпселер, моғайын. Өфөгә бер дауаханаға барғанында ул ҡулдан эшләнгән, доғалар яҙылған китап алып ҡайтҡайны. Әллә ни иғтибар ҙа итмәнем. Рәшитем ныҡлап сирләй башлағас, бер мәл минән ошо китапты уҡыуымды һораны. Төрлө доғалар, “Ясин” сүрәһен уҡыным. Шуныһына иғтибар иттем, мин уҡығанда һыҙланыуҙары баҫылып, тынысланып ҡала торғайны. Ирем вафат булғас иһә ошо китапҡа ныҡлап ылыҡтым, үҙемсә уҡыйым, өйрәнә башланым, Ҡөрьән һатып алдым. Һуңынан инде ауылыбыҙға Жәмғилә исемле мөғәллимә килеп бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы уҡытты, унда иһә ныҡлап өйрәндем, - тип хәтерләй Нәжибә Камалетдин ҡыҙы дин юлына килгән мәлдәрен.

Бөгөн Нәжибә Хәмиҙуллина биш намаҙын ҡалдырмай уҡый, ил-йортҡа тыныслыҡ, бәрәкәт һорап доғалар ҡыла.

- Хоҙайыма шөкөр итәм, рәхмәттәр уҡыйым. Был тормошта мин бәхетле ир ҡатыны булдым һәм яратҡан әсәй, ҡәйнә, өләсәймен. Балаларымдан уңдым. Хоҙай ошо ябай ҙа, изге лә бәхетемдән айырмаһа ине! - тип теләй ағинәй.

Бар ауылдаштары ысын күңелдән ихтирам иткән Нәжибә Камалетдин ҡыҙы тотош Илсе ауылының әсәһе сүрәтендә һәр кемгә яҡын һәм үҙ. Киләсәктә лә оҙон-оҙаҡ йылдар шулай дауам итһен.  

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: