Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2023, 09:50

Алла бәндәһе

Автобус туҡталышҡа килеп еткәс, Хәлимә йәһәтләп сумкаһын алды ла, сығыу юлына ашыҡты. Уйҙарына сумып килеп, ни арала шулай тиҙ килеп еткәнен аңғармай ҙа ҡалған икән. Автобустан төшкәс, тирә - яғына күҙ һалды. Барыһы ла элеккесә: юлдың бер яғында күңеленә һәр саҡ яҡын ауыл күренеше. Август айының һуңғы көндәре. Ауыл үҙенсә гөрләп йәшәй. Һыйырҙар мөңрәгәне, әтәстәр ҡысҡырғаны, туҡ та туҡ балта туҡылдаған тауыштар ишетелеп ҡала. Ҡояш байырға ла күп ҡалмаған. Ана бит, Мәстүрә тауы ҡояш байыр алдынан ғына була торған сихри ҡыҙыл төҫкә сумған. Эй, ярата ошо мәлде Хәлимә.

Алла бәндәһе
Алла бәндәһе

Сәлиә Ғатауллина
АЛЛА БӘНДӘҺЕ
Хикәйә
***
Автобус туҡталышҡа килеп еткәс, Хәлимә йәһәтләп сумкаһын алды ла, сығыу юлына ашыҡты. Уйҙарына сумып килеп, ни арала шулай тиҙ килеп еткәнен аңғармай ҙа ҡалған икән. Автобустан төшкәс, тирә - яғына күҙ һалды. Барыһы ла элеккесә: юлдың бер яғында күңеленә һәр саҡ яҡын ауыл күренеше. Август айының һуңғы көндәре. Ауыл үҙенсә гөрләп йәшәй. Һыйырҙар мөңрәгәне, әтәстәр ҡысҡырғаны, туҡ та туҡ балта туҡылдаған тауыштар ишетелеп ҡала. Ҡояш байырға ла күп ҡалмаған. Ана бит, Мәстүрә тауы ҡояш байыр алдынан ғына була торған сихри ҡыҙыл төҫкә сумған. Эй, ярата ошо мәлде Хәлимә. Бер ҡасан да ялҡытмай торған тәбиғәт күренештәре була бит ул!
Ә юлдың икенсе яғында инде бөтөнләй ҡапма - ҡаршы күренеш. Ҡасандыр был тирәгә хәрбиҙәр килеп урынлашып, ауыл ҡаласыҡҡа әйләнде. Тауға табан урманды ҡырҡып, унда әллә күпме бишәр ҡатлы йорттар төҙөнөләр. Шуға ла хәҙер юлдың бер яғында ауыл булһа, икенсе яғында ҡаласыҡ барлыҡҡа килде. Ҡаласыҡта тормош гөрләп торһа ла, ауыл барыбер үҙ яйы менән йәшәүен белә. Хатта ауылдың клубы ла үҙ урынында ҡалды.
Ана, юлға яҡын ғына биш ҡатлы йорт янында сыр - сыу килеп бала - саға уйнай. Тирә яғына күҙ һалып алған Хәлимә ашығып юлын дауам итте. Әсәһен фалиж һуҡҡайны, әлеге мәлдә урында ғына ята. Уға тейешле дефицит дарыуҙарҙы Өфөнән таныштары аша алдырған Хәлимә эшенән һуң өйөнә лә һуғылып тормай, юлға сыҡҡайны. Ярай ҙа әсәһенең янында яҡындары бар. Үҙе әйтмешләй: "Ҡартайған көнөңдә ауыҙыңа берәй балғалаҡ һыу ҡойорға ла кеше кәрәк икән шул!"
Ҡапыл ниндәйҙер ығы - зығы тауыштары Хәлимәне һағайтты. Әле генә сыр - сыу килеп уйнаған балаларҙың береһе ярҙамға саҡыра әллә? Тауышы ла таныш кеүексе? Үҙе лә һиҙмәҫтән Хәлимә ашығып балалар янына йүгерҙе. Ана бит, кемдер унда йән өҙгөс тауыш менән ялбара:
- Кәрәкмәй! Һуҡмағыҙ! Ай, ауырта бит!? Һуҡмағыҙ, кәрәкмәй! Кәрәкмәәәй...
Ул илаған һайын янындағы малайҙар оторо ҡотороп уға таш менән бәрәләр, үҙҙәре шарҡылдап көләләр...
Аһ! Был бит... был бит теге... Алла бәндәһе! Ай, алла...
Хәлимә йән асыуы менән ҡысҡырып ебәрҙе:
- Туҡтағыҙ! Хәҙер үк туҡтағыҙ!
Йүгереп килеп еткән ыңғайы ҡорбанына таш бәрергә генә йыйынған малайҙы елтерәтеп эләктереп тә алды:
- Ах һин, йүнһеҙ, тәрбиәһеҙ бала! Ни ҡыланғаныңды аңлайһыңмы үҙең? Ул бит Алла бәндәһе! Изге кешегә ҡул күтәргәнең өсөн Хоҙай язаһын бирәсәк бит үҙеңә?
Хәлимәнең асырғанып ҡысҡырыуына башҡа малайҙар ҙа шымып, туҡтап ҡалғайнылар. Үҙҙәренә ун ике, ун өс йәштәр тирәһе барҙыр.
Башын ике ҡулы менән ҡапларға тырышып, күҙҙәрен сытырайтып йомоп, сүкәйеп ултырған үҫмер янына ашыҡты Хәлимә. Бахырҡай, һаман да ярҙамға саҡыра, инәлә ине:
- Һуҡмағыҙ, ай, ауырта, зинһар, һуҡмағыыыҙ!
Хәлимә ипләп кенә уның ҡулдарына ҡағылды:
- Тор, Әнүр, һиңә башҡаса бер кем дә теймәйәсәк. Ҡурҡма!
Күҙҙәрен асҡас, үҙ күҙҙәренә ышанмағандай, ҡарап торҙо ла, һулҡылдап иланы ла ебәрҙе бисара:
- Хәлимә апай, һеҙ мине ҡотҡарҙығыҙмы? Рәхмәт, һеҙ мине ҡотҡарҙығыҙ! Минең башым ныҡ ауыртты, арҡам да... Мин һеҙҙе бер ҡасан да онотмаясаҡмыыын... Рәхмәәәт...
- Әйҙә, Әнүр балаҡай, мин һине оҙатып ҡуяйым. Был ҡурҡыныс урындан тиҙерәк ҡуҙғалайыҡ.
Хәлимә тын ҡалып үҙҙәрен күҙәткән малайҙарға табан боролдо:
- Ишетһен ҡолағығыҙ, башҡаса тырнағығыҙ менән дә сиртәһе булмағыҙ уға! Мин һеҙҙе иҫкәрттем!
Ҡурҡыныс янамаған урынға тиклем оҙатып ҡуйҙы ла Әнүрҙе, Хәлимә юлын дауам итте. Әлеге күренештән һуң йөрәге һаман да ҡанһырай ине әле...
***
...Бер нисә йыл элек Сәкинә апаһы тыуған көнөнә саҡырғайны. Саҡырыуын ҡабул итеп, ялында юлға сыҡты. Яҡын ара бит, бер сәғәттәй генә юлды "һә" тигәнсе киләһең дә етәһең. Барып еткәс, табын әҙерләп бөтөүгә, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа килеп етте. Бала - сағалы ғаилә икән. Ҡулдарында гармун. Үҙҙәре менән таныштырҙылар. Бер йыуантаҡ ҡына, бәләкәй кәүҙәле үҫмерҙе ҡунаҡ ҡатын "ҡустым" тип таныштырҙы. Табын өҫтәленә саҡырҙылар, бераҙ аралашып, һыйланып алғас, кемдер:
- Әйҙәгеҙ, йырлашып ултырайыҡ әле! Гармунды килтерегеҙ - тип һүҙ ҡушты.
Сәкинә апаһы шунда уҡ:
- Гармунды, ана, Хәлимәгә бирегеҙ! - тигәс,
Хәлимәгә килтереп тә тотторҙолар.
- Йә һуң, улайһа, ниндәй йырҙы йырлайбыҙ? -
Хәлимә лә ихлас ине.
- Ана, Әнүрҙе йырлатабыҙ бөгөн. Йырла, Әнүр! - тип геү килештеләр.
- Хәлимә апай, "Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем" тигән йырҙы һеҙ уйнай алағыҙмы?
Оялып ҡына һүҙ ҡушҡан үҫмергә йылмайҙы ла, ул һораған йырҙы уйнап ебәрҙе Хәлимә. Гармунға Әнүр ҡушылды...
"Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Ҡаҙ бәпкәләрен күлгә төшөрҙө.
Шул бәпкәләрҙәй сабый сағымды,
Әсәйем ҡабат иҫкә төшөрҙө... "
Их, шул мәл... Йөрәкте һыҙлатып, бер ҡасан да онотолмаҫ инде... Моң... моң... һушты алырҙай изге, ҡабатланмаҫ моң! Ошо бәләкәй генә кәүҙәле үҫмерҙә ул тиклем моң ҡайҙан икән һуң? Йырҙың һүҙҙәре былай ҙа тетрәндергес, ә Әнүр йырлағанда бөтә йәнең эстән һыҙлана, иңрәй, илай ине...
- "Мәтрүшкәләр"ҙе лә беләгеҙме, апай?
Хәлимә ул йырлаған йырҙарға гармунда ҡушылып, хәтһеҙ генә йырлашып ултырҙылар. "Әйтмә һин, ауыр һүҙ", "Кисер мине, әсәй, ғәфү ит", "Беҙ әсәйҙең биш балаһы инек ", "Сарманай" - тағы әллә күпме йырҙар. Бигерәк тә әсәй тураһындағы йырҙарҙы илатырлыҡ итеп йырлай ине Әнүр. Сәбәбен һуңынан белде Хәлимә, яңыраҡ ҡына әсәләрен юғалтҡандар икән... Хушлашҡанда уға маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы ғына Хәлимә, үҫмер ҙә ҡанатланып ҡайтып китте. Һаман да моң тәъҫирендә йөрөгән Хәлимәне апаһы иртәгәһенә яңылығы менән шаңҡытты. Ул ауырыу бит ул, етди ауырыу менән иҫәптә тора, тине. "Кит, булмаҫ, ауырыу кеше анау тиклем йырҙың һүҙҙәрен нисек ятлап алһын??!"
Өйөнә ҡайтҡас, нисек ҡунаҡ булыуҙары тураһында иренә һөйләне. Йырсы Әнүр тураһында артығыраҡ иҫкә алды микән, бер мәл ире асыуланып, ниндәйҙер хәтер ҡалдырырҙай һүҙ әйтте. Шунда Хәлимә ҡабынды ла китте:
- Нисек уның хаҡында шулай насар уйлай алаһың? Ул бит изге кеше... Алла бәндәһе!
Шул көндән Әнүр Алла бәндәһенә әйләнде лә ҡуйҙы. Осрағанында үҙенә лә шулай өндәшер ине. Ире лә яратты уны һуңынан.
Икенсе юлы ҡунаҡҡа ҡайтҡанында, ауыл клубында концерт ҡуясаҡтарын ишеткәс, Әнүрҙең йырлағанын тағы бер тыңлар өсөн генә тигәндәй, концертҡа барҙы. Моңға битараф булмағандар барыһы ла күҙ йәштәрен тыя алмағандыр ул кистә...
Ә теге юлы үҙен бәләнән ҡотҡарғандан һуң, Хәлимәне күреп ҡалдымы, әллә ҡайҙан ҡаршыһына йүгерер ине. Балаларҙай ҡыуанып, үҙенең яңылыҡтары менән бүлешер ине...
***
Күпмелер ваҡыт уҙғас, туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан Хәлимәне ҡот осҡос яңылыҡ шаңҡытты. Йөрәге тулы моң булған Әнүр ниндәйҙер сәбәп менән үлеп ҡалған икән. Йәп - йәш, әле йәшәргә лә йәшәргә тейеш ине бит ул, сабыйҙарса ихлас күңелле, йыр - моңға ғашиҡ, әсе яҙмышлы Алла бәндәһе...
Күңеленең әрнеүе шул саҡта. Бигерәк ҡыйын ине Хәлимәгә бындай көтөлмәгән яңылыҡтан.
Әлеге мәлдә лә ул изге йән, Алла бәндәһе, күктәге фәрештәләрҙе үҙенең моңло йырҙары менән албырғата, иләҫләндерәлер инде. Әлбиттә, шулайҙыр...
Сәлиә Ғатауллина.
20 ноябрь, 2023 йыл. Учалы.
( Булған хәл )

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: