Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2023, 10:10

Йөрәгемде өйкәп тик тора

Әлеге ваҡытта һуғыштан яралынып ҡайтып, госпиталдә бағынып ятам. Уйланырға ваҡыт күп, әллә нимәләр иҫкә төшә, йәш булһам да күпте күрҙем, күпте кисерҙем. Бер туған ағыйым һуғышта ғәзиз башын һалды. Ныҡ ҡайғырам шуға. Ул алғы һыҙыҡҡа мине күрәм тип барҙы, әммә беҙгә осрашырға насип булманы: ул мине, мин уны таба алманыҡ. Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡандыр инде... Иң эсте бошорғаны – ғәҙеллек юҡлығы. Бөгөн бөтә кеше әсәйҙәрен ҡотлай. Беҙ бала саҡтан әсә наҙы күреп үҫмәнек.

Йөрәгемде өйкәп тик тора
Йөрәгемде өйкәп тик тора

Күңел һыҙлауы: был донъяла ғәҙеллек бармы ул!?

Әлеге ваҡытта һуғыштан яралынып ҡайтып, госпиталдә бағынып ятам. Уйланырға ваҡыт күп, әллә нимәләр иҫкә төшә, йәш булһам да күпте күрҙем, күпте кисерҙем. Бер туған ағыйым һуғышта ғәзиз башын һалды. Ныҡ ҡайғырам шуға. Ул алғы һыҙыҡҡа мине күрәм тип барҙы, әммә беҙгә осрашырға насип булманы: ул мине, мин уны таба алманыҡ. Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡандыр инде...

Иң эсте бошорғаны – ғәҙеллек юҡлығы. Бөгөн бөтә кеше әсәйҙәрен ҡотлай. Беҙ бала саҡтан әсә наҙы күреп үҫмәнек. Беҙҙә әсәй урынына ла, атай урынына ла атайыбыҙ булды. Өләсәй, олатай ҡосағында үҫтек. Ф. ағайым һуғышта үлгәс, әсәй исеме йөрөтөүсегә аҡса күсерҙеләр. 2013 йылда беҙҙә ташлап киткән ҡатын аҡса алып ултыра! Эскелек менән ныҡ мауыҡты, беҙҙә эше лә булманы. Атай эштән ҡайтҡансы һыуыҡ, яғылмаған өйҙә ас ултырыуыбыҙ әле лә яҡшы хәтерҙә.

Атайым бер тәүлеккә эшкә бара ине. Ул өйҙән сығыуы була, артынса әсәй йылп итеп ҡала. Беҙ яңғыҙ ҡалабыҙ. Эсеп ҡайта ла апайымды араҡы, тәмәке эҙләтергә урамға ҡыуып сығара ине. Атай магазиндан аҙыҡ-түлек алып ҡайтып китһә, әсәй шуны араҡыға алмаштырып эсә ине. Өйҙә һәйбәтерәк нимә бар, бөтәһен дә һатып эсә ине, хатта постелгә тиклем. Бер көндө атай эштә ине, әсәй сығып йөрөп эсеп килде лә аш бешерә башланы. Баҡтиһәң, ул ашҡа ҡомаҡ ағыуы ҡушҡан. Шул рәүешле ул беҙҙе барыбыҙҙы ла ағыулап үлтерергә уйлаған. Унан алда килененә (ҡустыһының ҡатынына) шылтыратып балаларға ағыулы аш ашатып үлтерәм дә, улар үлһә, үҙем дә шуны ашап үләм, тип әйткән. Ярай әле ағайым менән еңгәйем йәһәт кенә килеп етеп, ашты алып сығып түкте. Унан һуң улар беҙҙе үҙҙәренә алып ҡайтып китте.

Бер мәл шулай беҙ йоҡларға йөрөй инек, әсәй ҡыҙмаса булып ҡайтып инде. Атай эштә. Инде лә беҙҙе әрләргә тотондо. Ф.ағайым уға ҡаршы ҡаршы әйткәйне, әсәй бысаҡ тотоп, апайым менән ағайымды баҫтыра башланы. Трусик-майкала килеш тышҡа ҡасып ҡотолдоҡ. Ҡышҡы төндә шул килеш өләсәйҙәргә йүгереп барҙыҡ. Шунан башҡа беҙ өйгә ҡайтманыҡ, өләсәй-олатай янында ҡалдыҡ. Шулай ул беҙҙән рәхәт кенә ҡотолдо. Бер ваҡытта ла хәлебеҙҙе белмәне, килеп тә күрмәне. Ағайымды ерләүгә лә иҫерек килеп торҙо, оялмайса. Шунан һуң килгән булды, беҙ иҫенә төшкәнбеҙ икән...

Ағайым үлгән өсөн түләнгән аҡсаға әле рәхәтләнеп йәшәй. Ағайым ғүмерҙә лә уның менән риза булманы, әсәй тип тә әйтмәне. Мина, тип уға исем таҡты. Әсәй түгел ул, мина, ти торғанйы, ғәрләнеп. Беҙ бәләкәй саҡта уға бөтөнләй кәрәкмәнек, ҙурайып алғайныҡ, хәҙер килеп йөрөгән була.

Әсәй беҙҙе ташлап киткәс, уның бер туғаны ла беҙҙең менән ҡыҙыҡһынманы. Әле ағай үлгәс туғандары әсәй янында өйрөлгән була. Шул ваҡытта опека ҡайҙа ҡарағандыр? Атайым ярҙам һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне, бар ерҙән отказ килде. Ваҡытында шул ажар ҡатындан беҙҙе законға ярашлы тартып алып, уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итһәләр, бәлки, беҙҙең яҙмыш та икенсе төрлөрәк булыр ине. Ул ҡатындың йөрәге юҡ бит ул!

Малайының ғәзиз башын һалған аҡсаһына рәхәтләнеп эсеп, унда-бында туҙҙырып, теттереп йәшәп ята. Миңә: фатир алдым, госпиталдән сыҡһаң, йәшәргә килерһең, тигән була, оялмай ҙа.

Беҙ ни хәҙер уға мохтаж түгелбеҙ, апайыма ла, миңә лә унан бер ни кәрәкмәй. Атайыма, өләсәй-олатайыма ҙур рәхмәт ! Улар беҙҙе кеше итте! Өсөбөҙҙө лә уҡыттылар, һөнәр алырға ярҙам иттеләр.

Был һүҙҙәрҙе яҙыу миңә миңә ауыр булды. Нимә эшләйһең ине, күңелде, йөрәкте өйкәп тик торғас, яҙҙым шул...

Ҡ.И.З. яралы һалдат

Фото интернет селтәренән.

Гөлдәр Кадаева

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: