Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
29 Ноябрь 2023, 10:42

Гран-при беҙҙә!

Уральск күп функциялы ауыл клубы эргәһендәге “Йәйғор”халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Сәрүәрә Ғарипова) фольклор коллективтар араһында иң юғары баһаға лайыҡ булды.

Гран-при беҙҙә!Гран-при беҙҙә!
Гран-при беҙҙә!

Баш ҡаланың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион конкурсының финалы һәм Гала-концерты үтте.  Республиканың иң яҡшы бейеүселәре бер сәхнәне тыпырҙата!

Уральск күп функциялы ауыл клубы эргәһендәге “Йәйғор”халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Сәрүәрә Ғарипова) фольклор коллективтар араһында иң юғары баһаға лайыҡ булды – Гран-при яулайҙар.

 -Гран-при яулаған бейеү - "Ябай бейеү” тип атала; ҡуйыусыһы - Гөлназ Ғайсарова. Икенсе бейеүҙе лә ул ҡуйырға тейеш ине, ауырып китеүе сәбәпле туҡтап торғайныҡ. Тик финалға үтер өсөн премьера бейеү күрһәтеү мотлаҡ шарт. Йәйғорҙар ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел бит: күмәкләп, өмәләп "Беҙ тиләүҙәр бит әле " тигән триоға үҙебеҙ һалған бейеүҙе коллективҡа яраҡлаштырҙыҡ, Аллаһҡа шөкөр, уңышлы килеп сыҡты! Гөлназ Рәис ҡыҙының,фонограмма яҙған һәләтле музыкант Илгиз Хәҙис улы Йомағужиндың, видеороликтәр төшөрөүсе, ғөмүмән, һәр тарафта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер Илназ Камил улы Үҙәнбаевтың һәм береһенән-береһе һылыу, һәләтле, башҡорт бейеүенә ғашиҡ, уңған, тырыш, шуҡ - шаян Йәйғорҙарҙың өмәләп яулаған уңышы ҡотло һәм бәрәкәтле булһын! Артабан да шулай татыу, берҙәм булып күркәм уңыштар яуларға яҙһын! –ти Сәрүәрә Халиҙар ҡыҙы.

"Ябай бейеү "ҙә солистар - Нилә Рябцева,Эла Щепкова; бейеүселәр - Динә Мөхәмәтова, Ғәзимә Мөхәмәтйәрова, Мәүжидә Нурмөхәмәтова, Гүзәлиә Үҙәнбаева, Олеся Хәлилова, Рәзилә Низаметдинова, Гөлсинә Йомабаева, Гүзәл Абдрахмановалар сығыш яһаны. Барыһына ла афарин!

Беҙҙекеләр өҙҙөрөп, шартына тура килтереп һәм матур итеп бейеүҙән тыш, аутентик, йәғни ысынында ла боронғоса милли кейемдәре менән күҙҙәрҙең яуын алалар. Милли йолаларҙан һис тайпылмай үҙҙәре тегә, ә бер быуаттан ашыу элек яһалған яға үҙенә күрә талсым, бетеү ролен башҡарған, уңыш юрай, ти.

Учалыға хас боронғо кейем өлгөләрен төрлө сығанаҡтар аша өйрәнеп, тергеҙеп, барыһына  шул кейемде тегеп кейергә өгөтләгән Финзира Солтанова "Йәйғор "ҙың йөҙөк ҡашы тиһәк, һис тә фәстереү булмаҫ. Байыҡтың 2-се турына һалынған "Беҙ Тиләүҙәр бит әле!" бейеүенең идеяһы, кейеп бейегән кейемдәре,  йәш саҡта киске уйында бейегән "Марш " уйынының халыҡсан тыпырҙатыуҙары уның тәҡдимдәренә таянып эшләнә.

Сәрүәрә Халиҙар ҡыҙы һүҙенән, «Байыҡ» телеконкурсында  2016 йыл Гран-при алған булалар инде, 2019 йыл да бер номинацияла бүләкләнәләр.  Быйылғы финал айырыуса ҡупшы, масштаблы һәм күңелле үткән, Педагог һәм остаз йылы тамаланыуға бәйләнә. Эйе, бейеү сәнғәтендә остазлыҡ айырыуса мөһим, туҡтауһыҙ камиллашһа ла, төп асылында  быуындан-быуынға күсә килгән оҫталыҡ бит.

Гала-концерт БСТ-ның Яңы йыл тапшырыуҙарында күрһәтеләсәк.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас