Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
30 Ноябрь 2023, 03:42

Автомобилең артыҡмы ни?

«КИА РИО»һын был ваҡытҡа һатып өлгөргән була инде, шуға ла  баҙар хаҡын -1 146 000 һум түләү йөкмәтелде.

Автомобилең артыҡмы ни?Автомобилең артыҡмы ни?
Автомобилең артыҡмы ни?

  Йә иретә, йә туңдыра, йә ямғыр яуа, йә ҡар. Юлдарҙа ифрат тайғаҡ.  Район хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә, йомош ныҡ ашығыс түгел икән, юлдарға сыҡмай торорға кәңәш иттеләр. Көн яманына кеше яманы ла өҫтәлә бит әле! Эсеп руль артына ултырыусылар менән ҡаты тотоналар, автомобилдәре лә тартып алына башланы, тип яҙғайныҡ инде. Тамаҡтарына баш була алмағандарҙы, хатта, оло матди юғалтыу янауы ла туҡтата алмай шул.

  Ә кемдәргә “ҡорос аттары” ҡәҙерле, Учалы район суды һуңғы арала ҡараған эштәр тураһында диҡҡәт менән уҡыһын ине, аҙағынан зар иларға тура килмәҫ.

  Йәш кенә Учалы ҡалаһы кешеһенә (1998 йылғы) иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән өсөн  30 мең һум административ штраф һалынған була инде, 1 йыл 6 айға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Хөкөм менән билдәләнгән ваҡыт үткәс, “права” кире ҡайтарыла. Әммә егет һабаҡ алмағанлығы асыҡланды. Быйыл йәнә тотола, үҙенең аңлатмаһында әйтелгәнсә, Учалы ауылынан ҡунаҡтан ҡайтышлай “Верония” клубына инеп, бер шешә һыра эскән.  Аңлашыла, күпме һемергән, башына сығып өлгөргәнме-юҡмы икәнлеге  был тапҡырҙа әллә ни ҡыҙыҡһындырмай, ҡаты хөкөм сығарыу өсөн эскән икәнлеге лә еткәндер. 200 сәғәт мәжбүри эштәр башҡарасаҡ, 2 йыл руль артына ултыра алмаясаҡ һәм иң ауыры – “KIA JD (CEED)” автомобиле дәүләт файҙаһына конфискациялана. Үтә ныҡ бошонған егет автомобилен үҙендә ҡалдырыуҙы юллап аппеляция ла биреп ҡараған, әммә тәүге суд ҡарары көсөндә ҡалдырыла.

   Оҡшаш хәл йәш ҡатын менән дә (1989 йылғы) ҡабатланды. Ул да административ язаға тарттырылған була: руль артында айыҡлығын билдәләү буйынса медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартып, апаруҡ штраф түләй, “праваларҙан” ҡолаҡ ҡаға. Шуға ҡарамаҫтан иҫерек килеш Силәбегә үк сығып китә лә, унда ЮХХДИ тарафынан туҡтатыла.

  Суд ҡарары менән 200 сәғәт мәжбүри эштәр башҡарасаҡ, 2 йыл 6 ай руль артына ултыра алмаясаҡ һәм автомобиль конфискациялана.  «КИА РИО»һын был ваҡытҡа һатып өлгөргән була инде, шуға ла  баҙар хаҡын -1 146 000 һум түләү йөкмәтелде. Мәҡәлә әҙерләнгәндә был суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас