Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
30 Ноябрь 2023, 03:27

I дәрәжә диплом

Ҡорама мәҙәниәт йортоноң “Ҡорама” халыҡ театры  Әминә Яхинаның "Йәйғор ҡалҡҡанда" исемле спектакль-фантасмагорияһын ҡуя.

I дәрәжә дипломI дәрәжә диплом
I дәрәжә диплом

Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылында, Әхтәм Абушахманов призына  үҙешмәкәр халыҡ театрҙары араһында  республика фестивале үтте.

Әбйәлил, Белорет һәм Учалы артистарының сәхнә оҫталығын РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйхазада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимовтар баһалай.

Ҡорама мәҙәниәт йортоноң “Ҡорама” халыҡ театры  Әминә Яхинаның "Йәйғор ҡалҡҡанда" исемле спектакль-фантасмагорияһын ҡуя.   I дәрәжә дипломы менән хупланалар, ә коллективтың етәксеһе,  БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғаяз Ибраһимов “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияһында ла айырым билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!

P.S.  «Йәйғор ҡалҡҡанда” әҫәрендә әсе кеше яҙмышы, саф мөхәббәт һәм мөғжизә тураһында бәйән ителә.  Рәхиләнең һөйгәне һуғышта хәбәрһеҙ юғала,  атаһы һәм ағалары баштарын һала, әсәһе ҡара ҡайғыларҙы күтәрә алмай  вафат була. Ҡыҙ ғүмере буйы башын баҫып колхозда эшләй, хөрмәт ҡаҙан, тик үҙ яртыһын таба алмай  ғүмере буйы яңғыҙ  йәшәй.
Әммә бер саҡ, бала саҡ ырымдарын иҫкә төшөрөп, һаман да  селпәрәмә килтерелгән хыялдары тормошҡа ашыуына ышанып,  йәйғор аша атлай...

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас