Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
30 Ноябрь 2023, 10:33

Йөҙйәшәрлек серҙәре

“Яйыҡ” гәзитенең иң оло уҡыусыһы, тоғро дуҫыбыҙ Рабиға Хәйҙәрғәли ҡыҙы Әхтәмова ноябрь урталарында 100 йәшлек юбилейын билдәләне.

Йөҙйәшәрлек серҙәреЙөҙйәшәрлек серҙәре
Йөҙйәшәрлек серҙәре

Иң оло “Яйыҡ” гәзите уҡыусыһының исем-шәрифен белдек буғай, тоғро дуҫыбыҙ Рабиға Хәйҙәрғәли ҡыҙы Әхтәмова ноябрь урталарында 100 йәшлек юбилейын билдәләне.

Хөрмәтленән-хөрмәтле ағинәй 1923 йыл Бүздәк районының Яңы-Әмир ауылында донъяға килгән. 9-сы кластан һуң Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә һуғыш башланғас уҡыу ҡайғыһы китеп тора. Ғаиләләре Учалы районының Ахун ауылына күсә. Ауыр һуғыш йылдарында быҙау ҙа ҡарай, һарыҡ та көтә – ни ҡушалар, барыһын да намыҫ менән башҡара. Тырыш ҡына түгел, зирәк һәм заманына күрә уҡымышлы кеше булғас, ауыл Советында секретарь, Һәйтәк мәктәбе мөдире, изба-читальня китапханасыһы, уҡытыусы,Ахун балалар баҡсаһы мөдире булып хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сығыр алдынан почта начальнигы вазифаһын башҡара.  Ҡайҙа ла һынатмай, ауылдаштар алдында абруй ҡаҙана, коллегаларының ихтирамын яулай.

 Тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Һаҙый Хәйҙәр улы менән биш бала тәрбәиләп үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә 11 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәре, 2 тыуы-тыуасары бар уның!  Һирәк кеше фани донъяла булғанында бындай байлыҡҡа эйә була.

Әлеге ваҡыта Учалы ҡалаһында, бер ҡыҙы менән йәшәй.

-Әсәйебеҙ ифрат әҙәпле һәм тыйнаҡ, шулай ҙа беҙ уны үҙ-ара “прокурор” тип йөрөтәбеҙ, сөнки  әхлаҡ, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәт тураһында һүҙ сыҡһа, бик талапсан, ҡәтғи була белә ул, - тип йылмая Гүзәл Әхтәмова.- Төп талабы – кеше алдына оят булмаҫлыҡ итеп йәшәргә, игелекле һәм ярҙамсыл булырға. Һеҙ яңылыштан эш боҙһағыҙ, ояты әсәйегеҙгә лә, бар нәҫелебеҙгә лә төшә, ти. Әлбиттә, тап төшөрмәҫкә тырышабыҙ. Бала саҡтан уҡ тәрбиәләү менән башлыса үҙе булды бит. Атайыбыҙ бригадир, ауыл Советы рәйесе, таңдан эшкә китә лә, төндә генә ҡайта; йомшаҡ холоҡло, күндәм кеше, әммә әсәйебеҙ гел генә: “Атайығыҙ ни әйтер? Атайығыҙҙан башта һорар кәрәк!”- тип баһаһын  юғары тотто.

  Әлә әсәйебеҙ ваҡытын нисек үткәрә? Түҙемһеҙлек менән “Яйыҡ” гәзите килтергәндәрен көтә, башынан һуңғы хәрефенә тиклем ихлас уҡый. Элек, хатта, үҙенә айырыуса хуш килгән урындар аҫтына ҡәләм менән һыҙып, кәрәге тейәсәк, тип, беҙҙән дә уҡытыр ине, яңылыштан күрмәй ҡалмаһындар, тип борсолоуы инде.  Аҙнаһына бер тапҡыр ғына сыға башлауын ауырыраҡ ҡабул итте. Һуңғы араларҙа ғына күҙлек кейеп уҡый башланы, ә телевизорҙы әлегә тиклем былай ғына ҡарай. Барыһын да аңлай, Украинала махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын, һалдаттарыбыҙ иҫән ҡайтһын, тип теләнә, Палестина халҡын йәлләй. “Салауат Юлаев” уйнаған хоккей матчтарын да ихлас күҙәтә, беҙҙекеләр гол индергән һайын ныҡ шатлана. Аллаһҡа шөкөр, аңы теүәл, хәтере яҡшы, үҙен-үҙе тәрбиәләрлек хәлдә.

  Гүзәл Һаҙый ҡыҙы әсәһенең оҙон ғүмерлелегенән дә сер яһамай:

-Аш-һыуҙа сама белеү һәм хәрәкәт. Бер ҡасан бер кем тураһында насар уйламаны, насар һөйләмәне, бер кемгә көнләшмәне, булғанына шөкөр итә белде.  Олоғая башлағас, ятып ал, хәл йый, тип өгөтләүҙәребеҙгә ҡаршы сыҡмаҫ өсөн тыңлаған була ла, биш минут үтеүгә һикереп тороп, үҙенә эш таба. Әле лә, бер тирәм ауыртмай, хәл генә етеңкерәмәй башланы, ти. Һыҙланған осраҡта ла бары әйтмәҫ ине инде – бер саҡ бәлә һалманы, ни генә булһа ла, гел сабыр итте. 80 йәшенә тиклем сирләмәне лә, дарыу ҙа эсмәне, һуңынан ғына табипҡа күренергә мохтажлыҡ төштө. Аллергия икән, йөнгә ҡарата. Сырхауҙарға бер саҡ иғтибар итмәне инде, аллергия икәнлеге билдәле булғас та, беҙҙән йәшереп кенә ойоҡбаштар бәйләүен дауам итте. Аулда йәшәгәнендә 87 йәшкә тиклем баҡсасылыҡ менән үҙе булышты. Беҙ ҡаланан бәрәңге утарға йә күмергә тип ярҙамға килеп етһәк, ул эште үҙе тамалаған була ла ҡуя торғайны!

   Рабиға Хәйҙәрғәли ҡыҙы хәләл ефете менән 2010 йылға тиклем Ахунда көн күрәләр. Һаҙый Хәйҙәр улына, фронтовик булараҡ фатир биргәстәре, ҡалаға күсәләр. Курск дуғаһы алышы яуғиры, ҡаты алыштарҙа тубығы онталған, аяҡ бармаҡтары өҙөлгән, йөрәгенән бер-нисә генә миллиметр ситтәрәктән пуля үткән ҡарт һалдат, шөкөр, көнкүреш йәһәтенән уңайлы шарттарҙа ла йәшәп өлгөрә. 2013 йыл баҡыйлыҡҡа күсә. Был юғалтыуҙы тоғро ҡатыны, әлбиттә, ауыр кисерә, әммә һынмай. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр хаҡына Хоҙай биргән ғүмерҙе йәшәр кәрәк бит.

  100 йыллыҡ юбилейы менән йәҙйәшәр  ағинәйҙе район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов шәхсән рәүештә килеп ҡотланы. Бындай ҡәҙер-хөрмәткә бик ҡәнәғәт ҡалған , ти.

Хөрмәтле Рабиға Хәйҙәрғәли ҡыҙы! Редакция, бөтә “Яйыҡ” уҡыусылары исеменән ҡотлауҙарға ихлас ҡушылабыҙ! Хәйерле, именле ҡартлыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ. Ошондай абруйлы кешенең гәзитебеҙҙе яратып уҡыуын белгәс, күңелдәргә ҡанат ҡуйылғандай булды, дәрт-дарман өҫтәлде. Һеҙ ҡәнәғәт булһын өсөн көсөбөҙҙө лә, ваҡытыбыҙҙы ла йәлләмәй, гәзитте тағы ла уҡымлыраҡ, йөкмәткелерәк  итергә тырышырбыҙ. Һеҙҙең барығыҙға  ла, оло гәзит уҡыусылар,  берҙән-бер генә  талабыбыҙ бар – тағын да йылдар-йылдар буйына беҙҙе ҡыуандырып йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, гәзитебеҙҙе уҡый-уҡый барығыҙ ҙа 100 йәшкә етегеҙ һәм ашаҡлап уҙып китегеҙ, иншаллаһ!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас