

Быйыл йәй Комсомольск ауылынан 71 йәшлек бабай хәләл ефетен туҡмап үлтергән була. Йоҙороҡ менән дөмбәҫләү, типкеләү менән генә ярһыуы ҡанмай, ҡайраҡ менән дә елгәрә....Суд алдына баҫтырылғас, ғәйебен танымай, тормош иптәше һаман да тере ул, тип раҫлай. Суд-психиатрия экспертизаһына таянып, мәжбүри даулауға хөкөм ителде. Баштан уҡ ҡыйығы киткән булғанмы, аҙаҡмы – белмәйбеҙ. Ошондай ҡурҡыныс енәйәт башҡарғанды аңлау үҙе генә лә аҡылдан шаштырырлыҡтыр бит, Хоҙай һаҡлаһын!
П.С. Әнкәйебеҙ (өләсәйебеҙ) әйтер ине – “Үҙеңде ҡулда тотмаһаң, припадыкка әйләнерһең”. “Припадочныйҙы”, аҡылға бер көйҙө ошо рәүештә атай. Ә бит ниндәй ауыр заманаларҙа йәшәгән, күпме ҡайғы күргән, әммә кешелек дәрәжәһен гел юҡары тотҡан, сабыр, тыйнаҡ һәм игелекле булып ҡалған. Ә бына әле күбебебеҙ ниңәлер саманан тыш сәлеш, еңмеш, зеркәндәк һәм кәүгәселгә әйләнеп киләбеҙ. Аҙағы бик ҡурҡыныс булыуы ла мөмкин!
Айрат НУРЕТДИНОВ
Рәсми сығанаҡ - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=313