Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
1 Декабря 2023, 08:38

Жуликтарҙы байытабыҙ

“Инвестиция аналитигы” менән  үҙе бәйләнешкә сыға ул, эшлекле һөйләшеү үткәрәләр һәм, тәбиғи, 1 миллион 500 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

Жуликтарҙы байытабыҙЖуликтарҙы байытабыҙ
Жуликтарҙы байытабыҙ

 Алдаҡсылар тураһында мәҡәлә яҙыу түгел, аҙна һайын даими сводкалар ғына биреп торорлоҡ хәҙер! 37 йәшлек яҡташыбыҙға электрон почта аша инвестиция яһау тәҡдиме килә. Заявка ҡалдырып, “инвестиция аналитигы” менән  үҙе бәйләнешкә сыға ул, эшлекле һөйләшеү үткәрәләр һәм, тәбиғи, 1 миллион 500 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Алдаҡсылар нисек эш итеүе хәҙер барыһына ла аңлашыла, бер нәмә генә аңлашылмай – ошондай сабыйҙарса хәйләһеҙ яҡташтарыбыҙ нисек итеп ошондай суммаларҙы туплай алған булдылар икән?

 Ә районыбыҙҙың бер ауылынан ҡатынды, исмаһам, яңыраҡ ҡалып ҡулланып тишек кәмәгә ултырталар. Жуликтар үҙҙәренән төрлө электрон тауарҙар алып, һатып, хаҡ айырмаһын үҙендә ҡалдырырға тәҡдим итәләр. Башта аҡса түләүҙе лә шарт итеп ҡуймағастары, яҡташыбыҙ ышана һәм ризалаша. Әммә был “льгота” ҡармаҡ ырғағы ғына булып сыға. Күпмелер ваҡыттан “тауар ҡуйыусылар”, улар эш  иткән платформа ябылды, яңынан асыу өсөн фәлән-фәлән счетҡа аҡса күсерер кәрәк, тип алдайҙар. Хеҙмәттәшлек быға тиклем отошло булып күренгәс, яҡташыбыҙ 300 мең һум хәләл аҡсаһынан тороп ҡалды.

 Дөйөмләштереп, билдәле башҡорт мәҡәлен замансаға үҙгәртер инек: “Иртән бизнесмен булмаған, кис бизнесмен булмаҫ, кис булмаған, һис булмаҫ”. Ҡәҙимге, күҙгә күренгән, ҡул менән ҡапшап ҡарарлыҡ эшҡыуарлыҡҡа тәүәкәлләү бик тә хуп, ә бына төрлө финанс спекуляцияларға әүрәп, брокер-мрокер шәрәмәттәре менән эш итә башлаһағыҙ – кәкре ҡайын терәп тороп ҡалыуығыҙ алдан билдәле!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас