

Төбәгебеҙ тағын да бер аҫыл улы менән мәңгелеккә бәхилләште. Учалы ҡалаһында сикләнгән хәрби операцияла батырҙарса башын һалған Вәлиев Рөстәм Рәлиф улын һуңғы юлға оҙатыу матәме үтте.
Рөстәм Рәлиф улы 1976 йыл Миндәк ауылында тыуған. Ҡаланың 3-сө лицейын тамамлай, 1994-1997 йылдарҙа Новосибирск эске ғәскәрҙәренең юғары училищеһында уҡый, 2001 йыл Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлай. Учалы район судының администраторы, федераль судья ярҙамсыһы, Башҡортостан коллегияһы адвокаты булып хеҙмәт итә. 2022 йылдың аҙағында Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт тураһында контракт төҙөй, танк батальонына тоҫҡаусы итеп йүнәлтәләр. Быйыл 31 октябрь хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, РФ Президенты Указы буйынса ҡыйыулыҡ һәм хәрби оҫталығы Ҡаһарманлыҡ ордены менән билдәләнә.
Ниңә сағыштырмаса оло кеше, ике бала атаһы ирекле рәүештә фронтҡа атлыға? Яҡындан белгән кешеләр бер ауыҙҙан раҫлай – ғәҙелһеҙлекте йәне һөймәне, һәр саҡ һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер торҙо.
-“Берәү – барыһы өсөн, барыһы – берәү өсөн” девизын бала саҡтан ныҡ яҡын ҡабул итте. Һәм бына, беҙҙең барыбыҙҙың имен тормошо, аяҙ күгебеҙ хаҡына иң юғары түләү башҡарҙы, - тип һыҡтай педагогтары һәм дуҫтары.
Эйе, ир ҡорона ингәс тә, кемдер бәләгә ҡалғанды ситтән битараф күҙәтә алырлыҡ кеше булмаған шул. Был хаҡта инвалид креслоһына ултырып булһа ла, бәхилләшергә килгән бер ҡатын бәйән итте: “4-5 йыл элек булды был хәл. Иптәшем менән алдаҡсылар тоҙағына эләктек. Көтөлмәгәндә барлыҡҡа килгән ғәйәт ҙур бурысыбыҙҙы, хатта, пенсиянан тота башланылар. Мин 2-се төркөм инвалиды, иптәшемдең дә сәләмәтлеге хәрт, артабан нисек йәшәргә һуң беҙгә? Шөкөр, юлыбыҙға яҙмыш Рәстәм Рәлиф улын сығарҙы. Һөнәрен энәһенән ебенә тиклем белеүҙән тыш, бик мәрхәмәтле һәм ныҡышмал: Мәскәүгә тиклем барып етһә етте, әммә беҙҙе икмәк-тоҙлоҡ аҡсанан да мәхрүм итеүгә юл ҡуйманы. Һәм ниндәй киң күңелле бит әле – һаман да онотмағайны, быйыл көҙ фронттан отпускка ҡайтҡанында осраҡлы рәүештә иремде абайлай ҙа, туҡтап, хәл-әхүәлдәрҙе һорашырға форсат таба. Йәне йәннәтттә булһын инде!”
БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмәхәмәтов, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдинов,
БР Адвокаттар коллегияһы вәкиле Артур Насиров, БР Йәмәғәт палатаһы исеменән Айҙар Әхмәтйәнов, мәрхүмдең яҡындары бәхилләшеү телмәрҙәре тотто. Ҡаһарманға һуңғы хәрмәт күрһәтергә кеше бик күп йыйыла.
....заманында “Яйыҡ” гәзите Рәлиф Мәснәүи улы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барҙы. 90-сы йылдарҙа милицияла яуаплы вазифалар биләне ул, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне, ғүмерен дә хәүеф аҫтына ҡуйырға тура килгеләгәндер – хәтерегеҙҙәлер, ул ваҡыттарҙа ҡораллы енәйәтселәр, хатта, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итеүҙән тартынтмаҫ ине. Беҙҙекеләр һынылыш осоронда һынатманы. Юҡтан түгел бит инде, ул заманаларҙа бандиттар лаҡап итеп әйтер ине: “Төрмәгә ултырғы килһә – Башҡортостанға бар, бик тиҙ ултырғы килһә – Учалыға бар”. Бына шулай, атаһы беҙҙең барыбыҙҙы ла шашып барған енәйәтселек тулҡынынан аралаған булһа, улы әле килеп тыныс тормошобоҙҙо алыҫ сиктәрҙә күкрәге менән ҡапланы....
Мәрхүмдең яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ!