

Учалылар үҙҙәре сираттаға “гуманитар ылауҙы” үҙҙәре фронтҡа илтте. Әлбиттә, үҙәкләштерелгән рәүештә лә ебәрелеп тора, әммә былай тиҙерәк булыр тип эш итә Раил Ҡорамшин, Артур Ғайназаров (икеһенең дә үҙҙәре ҡыйыу алышыуҙары тураһында гәзиттә яҙғайныҡ), Әхмәт Даминдаров, Азамат Ҡәбиров, Роберт Таштимеров. Үҙҙәре йыйған, предприятиелар биргән күстәнәсте, исемле посылкаларҙы “Скания” һәм “Патриот” автомобилдәренә тейәп ноябрь аҙаҡтарында юлға сығалар ҙа, бер аҙнанан әйләнеп киләләр.
Раил Таяр улы бик теүәл кеше бит ул, әңгәмәнең байтаҡ өлөшөн отчетҡа бағышланы – һәр посылка ғына түгел, учалылар йыйған һәр тине нисек толтолоуын телгә алды. Байтаҡ әйбер алып баралар: быҡтырылған ит, маскировка селтәрҙәре, генератор, инструменттар, киң ассортимента медицина кәрәк-ярағы, хатта, “Урал” автомобиленә тәгәрмәстәр (һалдаттарҙың һорауы буйынса,пенсионер апай биргән 200 мең һумға) һәм башҡа күп. Хатта мунса!
-Алғы һыҙыҡтағы егетттәр тап мунса тураһында һүҙ сығарғайны бит, - тип аңлатма бирҙе Раил Ҡорамшин. – Әҙерҙе лә алырға була, әммә ниңә аҡсаны тәләф итергә? Ҡала предприятиелары, айырым эшҡыуарҙар ярҙам иткәс, бер производство бинаһында күмәкләп күсермәле агрегат ҡорҙоҡ. Барып етеү менән һалдатттар шундуҡ һынап ҡараны, бик тә ҡәнәғәт ҡалдылар. Беҙ бит миндеген дә, шампунь-һабынын дә хәстәрләнек.
Беҙҙең ирекмәндәргә һалдаттар “старики-разбойники” тип күмәгенә бер позывной таға. Ошо исемле совет кинофильмына ишара яһап инде: пенсия йәшендәге әҙәпле граждандарға үҙҙәрен йәштәрсә тәүәккәл тоторға тура килә унда. Әммә беҙҙекеләр ысынында ла үҙҙәрен баҙнатлы итеп күрһәтә. Ҡыҫҡаһы, улар барған фронт участкаһында бортына “Учалы” тип яҙылған танк нацистарҙың тәҡәтен ҡорота (“Рубин” позынойы йөрөткән, дәүләт наградаларына лайыҡ булған яҡташыбыҙ унда хеҙмәт итә). Ошо танк алғы һыҙыҡҡа атырға сыҡҡанында, “пехота һағалауын” беҙҙең ирекмәндәр башҡара. Командованиены оҙаҡ өгөтләргә тура килә, Ғайназаров һәм Ҡорамшин был операцияла үҙҙәре оҙаҡ алышыуын, Таштимеров сик һаҡсыһы булыуын иҫәпкә алып ҡына рөхсәт итәләр. Һәм беҙҙекеләр һынатмай, автоматтан атып, танкка артҡы яҡтан яҡынлашҡан автомобилдәрҙе өркөтәләр. Төнгө ваҡытта нишләүҙәре билдәһеҙ бит – үҙҙәре һөжүм итеүҙәре йә фара ҡабыҙып-һүндереп дошманға сигнал биреүҙәре бик тә мөмкин. Бындай ышаныслы һаҡ башҡарылғас, танкистар айырыуса тыныс эш итәләр, дошмандың терәк пунктын тар-мар килтерәләр. Иртәгеһен беҙҙең “старики-разбойники”ларға командование рәхмәт еткерә, мөмкинлектәре булһа, контракт төҙөп, тап үҙҙәренә килеүҙәрен һорайҙар. Хәрби миҙалға лайыҡ баһа бит был!
-Биш түшкә һарыҡ алып барғайныҡ бит, ҙур ҡаҙан һәм кәстрүлдә былау, “шулюм” һурпаһы әҙерләнек, - тип һөйләй Артур Йәдкәр улы. – Ә икенсе көнөнә – шашлык. Һалдаттар - йәш егеттәр шул, ҡайһыларының быға тиклем һарыҡ ите татығандары ла булмаған. Тәбиғи, “үҙебеҙҙекеләрҙе” генә түгел, барыһын да һыйланыҡ – фронттың был яғында булғандар барыһы ла беҙҙекеләр, барыһы ла уландарыбыҙ. Һалдаттар хәҙер яҡшы туҡландырыла, әммә “йорт ризығын” бик тә оҡшаттылар. Ул көндәрҙә ямғыр һибәләп тороуы бер яҡтан насар булһа, икенсе яҡтан – дошман дрондарына осҡолап табынға ҡамасауларға ирек бирмәне.
-Яңы йыл тирәләрендә тағы барып килергә ниәт итәбеҙ, егетттәр ҡаҙы килтереүҙе һоранылар бит!- тип йылмая Роберт Таштимеров. Бына шулай, борон да яу сапҡан башҡорттар үҙҙәре менән ҡаҙы йөрөтөр булған, уларҙың вариҫтары ҡаһарманлыҡ яғынан ғына түгел, ниндәйҙер аш-һыуға өҫтөнлөк йәһәтенән дә уларға оҡшаш.
Артур Ғайназаров яңгәмәнең аҙағында бик тә мәғәнәле кәңәш бирҙе:
-Барыбыҙ ҙа ҡайҙалыр ял иттем, машина яңырттым, кеүек фотолар менән социаль селтәрҙәрҙә маҡтанырға ярата. Саҡ ҡына тыйыйылып торор кәрәк ине – көнө-төнө окопта ултырған, баш өҫтөндә снаряд-ракеталар шартлаған егеттәребеҙ алдында уңайһыҙ бит! Әйтерһең дә, улар бөтөнләй икенсе донъяла йәшәйҙәр һәм алышалар!
Эйе, хаҡ һүҙҙәр! Барыбыҙ ҙа тап әле илебеҙ яҙмышы хәл ителеүе, егеттәребеҙ ҡан түгеүе тураһында иҫтә тоторға һәм хәлдән килгәнсә булышлыҡ итергә бурыслы.
P.S. Кем теләй, ҡайҙа теләй үтә ала, тигән яңылыш һығымта яһап ҡуймағыҙ! Тәртибен теүәл белеү шарт. Гуманитар йөк менән барған ирле-ҡатынлы ирекмәндәрҙе дошман дрондары үлтергәс, тәртип айырыуса ҡатыланған, ти.