Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
7 Декабрь 2023, 04:46

Браконьерҙар – аталы-уллы, олоһона 68 йәш!

Береһенең мылтығында – пуля, икенсеһендә – картечь яһалыуға  ҡарағанда, башҡа йәнлектәрҙе дөмөктөрөүҙән дә баш тартмаҫтар ине.

Браконьерҙар – аталы-уллы, олоһона 68 йәш!Браконьерҙар – аталы-уллы, олоһона 68 йәш!
Браконьерҙар – аталы-уллы, олоһона 68 йәш!

Закондарға ярашлы, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында һунар итеү генә түгел, унда ҡорал менән инеү ҙә тыйыла. Юҡ шул, браконьерҙар тотолоп тора, язаларын алып тора, ә һаман сираттағы золомсолар табылып тора. Ошо арала “Ирәмәл” паркы етәксеһе Мирдар Дияров “Урал-Тау” заказнигы биләмәләрендә сираттағы “ҡара кәсепселәрҙең” ҡойроғона баҫты.

Мирдар Руслан улынан хәл-шарттарҙы асыҡланыҡ. Браконьерҙар – аталы-уллы, олоһона 68 йәш! Бындай йәштә мәрхәмәтлерәк, олпатыраҡ булырға ине лә, тыйылған биләмәлә  инә һуйырҙы атып үлтереүҙән бер ҙә тартынмағандар! Береһенең мылтығында – пуля, икенсеһендә – картечь яһалыуға  ҡарағанда, башҡа йәнлектәрҙе дөмөктөрөүҙән дә баш тартмаҫтар ине. “Ат эҙләйбеҙ”, - тип әйтеүҙәренән тауыҡ көлөрлөк! Мылтыҡтары ла теркәлмәгән булғас,  золомсолар эске эштәр бүлегенә илтелә.

Рөхсәт алмайынса автомобилдә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә үткән өсөн административ  яза ҡаралһа, законһыҙ һунар һәм законһыҙ мылтыҡ тотҡан өсөн енәйәт яуаплылыҡтары төҫмөрләнә.

-Полициянан СОГ (следственно-оперативная группа)  менән бергә төндә йәнә енәйәт урынын ҡарарға йүнәлдек. Урманда йәнә өс Кирәбе кешеһе ултырған автомобилде туҡтаттыҡ. Ҡоралдары юҡ ине, әммә 3 ҡеүәтле “фароискатель” һәм  тепловизор-прицелдары ни маҡсатта йөрөүҙәрендә  шикләнергә урын ҡалдырмай.  “Ат эҙләйбеҙ”, - тип әйтеүҙәренән тауыҡ көлөрлөк! Тағын да берҙе иҫкәртке килә – тәбиғәт паркы һәм заказник биләмәләрендә   бер кемгә лә закон боҙорға ирек бирмәйәсәкбеҙ! –тип һүҙен тамамланы Мирдар Дияров.

...ә беҙ шуны ла уйлап ҡуйҙыҡ,  тепловизор-прицелы бар икән (хаҡы 300 мең һум самаһы), закон боҙоп, ғонаһ алып, ғәйепһеҙ  урман кейектәрен үлтергәнсе, был ҡоролманы хәрби операция зонаһына гуманитар ылау менән ебәрһә, сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә яҡшыраҡ булыр ине. Яу ҡырындағы егеттәребеҙгә бер ҙә артыҡ түгел, ти!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас