Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
12 Декабря 2023, 09:25

Айырым йыр ҙа яҙылды!

Регина Данил ҡыҙы иҫәпләгәндәрҙән  кемделер яңылыш телгә алмағанбыҙ икән, зинһар, ауырға ҡабул итмәгеҙ. Хоҙай барыһын да күрә бит ул! 99-сы “Әл-Зәлзәлә” сүрәһендә  был хаҡта асыҡ әйтелә бит: “Саң бөртөгө хәтле изгелек эшләгән булһа ла, күрер кеше; саң бөртөгө хәтле яманлыҡ  эшләгән булһа ла, күрер уны”.

Айырым йыр ҙа яҙылды!Айырым йыр ҙа яҙылды!
Айырым йыр ҙа яҙылды!

Ҡала филармонияһында  быйыл да “Донъяны һүрәтләйбеҙ” (“Мы рисуем мир”) хәйриә концерты бер тынала үтте. Сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм үҫмерҙәргә теләктәшлек белдереү генә түгел, ярҙам да күрһәтелә. Йыладан йыл  артистар, спонсорҙар,  бөтә киң күңелле кешеләр күберәк ҡатнашыуы һөйөнөслө.

Сараны башлап район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шағалина, ҡала ултырағы хакимәте башлығы урынбаҫары Миләүшә Астанова, Башҡорт социаль технологиялар институты вәкиле Айҙар Әхмәтйәновтар телмәр тоталар.

“Мәрхәмәтлек ҡыл” ( “Дари Добро”)  ойошмаһы әһәмиәтле сараға бик ныҡ әҙерләнгән, хатта, сабыйҙарға махсус сәхнә костюмдары тектерәләр. Саҡырылған артистар ҙа был концертҡа айырыуса әҙерләнгән. Хәйриә ойошмаһы өсөн махсус яҙылған  " Мы рисуем мир " һәм  "Учалы" йырҙары иҫ китерелек ғәжәйеп сюрприз булып яңғыраны (Марсель Нәжметдинов көйө, Надежда Корсакова һүҙҙәре). Концерттың иң сағыу кульминация мәле – Өфөнән килгән яҡташыбыҙ Минзәлә Яхинаның сығышы булғандыр, әммә бер концерт номерына ла ҡыйыш һүҙ әйтерлек түгел – ошондай йылы мәхиттә артистар ҙа, тамашасылар ҙа тулыһынса асылды, аралашыуҙан, туғанлыҡ һәм берҙәмлек хистәренән рәхи ләззәт кисерҙеләр.

Ә филармония фойеһында фотозона, мастер-кластар, күргәҙмәләр ойошторола, мөмкинлектәре сикләнгән, әммә ижади һәләттәре сикһеҙ балалар ҡулдары менән яһалған әйберҙәрҙең йәрминкәһе үткәрелә; тренажерҙар ҡуйыла, белгестәр консультациялар бирә һәм башҡа.  Тамаша ла, файҙа ла. 2-се ҡала китапханаһы эргәһендәге “Собеседушки” клубы (етәксеһе Эльзера Ғәлимова) әҙерләгән “Башҡорт йорто” экспозицияһы һәм “Фабрика счастья” (директоры Рита Хөснуллина)  килтергән кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар сараның ҡотона һәм йәменә әйләнде тиерлек.

Регина Данил ҡыҙы  балаларға ошондай байрам бүләк иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт белдерә. Шул иҫәптән: район һәм ҡала хакимиәттәре, Учалы филармонияһы , “Росинка” реабилитация үҙәге, “Ижад һарайы” , “Ғаилә” үҙәге ,  коррекция мәктәп-интернаты, мәшғүлллек үҙәге,  Белорет медицина колледжының Учалы филиалы, “Лучики” волонтерҙары командаһы, “Лотос”, “Алтын-Ай” ансамблдәре,  С.Низаметдинов ис.мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы, музыка мәктәбе, инвалидтар йәмғиәте, “Беренселәр хәрәкәте”, психоневрология интернаты, “Башҡорт алтын табыу компанияһы”, эске эштәр бүлеге, эшҡыуарҙар һәм башҡа күп.

Регина Данил ҡыҙы иҫәпләгәндәрҙән  кемделер яңылыш телгә алмағанбыҙ икән, зинһар, ауырға ҡабул итмәгеҙ. Хоҙай барыһын да күрә бит ул! 99-сы “Әл-Зәлзәлә” сүрәһендә  был хаҡта асыҡ әйтелә бит: “Саң бөртөгө хәтле изгелек эшләгән булһа ла, күрер кеше; саң бөртөгө хәтле яманлыҡ  эшләгән булһа ла, күрер уны”.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас