Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
13 Декабря 2023, 05:08

Айырыуса уяу булығыҙ!

Янғын надзоры бүлегенең төп белгес-эксперты Гөлназ Хужаәхмәтованан алған мәғлүмәттәр буйынса, үткән аҙнала ғына 6 янғын теркәлгән.

Айырыуса уяу булығыҙ!Айырыуса уяу булығыҙ!
Айырыуса уяу булығыҙ!

Ныҡ һыуытты, эҙемтә булараҡ янғындар ҙа йышайҙы. Мунса йылынғансы, өйҙә комфорт температура булдырыу өсөн күберәк яғырға тура килә бит. Электр ҡоролмалары ла көсөргәнеш менән эшкә егелә.  Әлбиттә, бәләгә тарыусылар үҙҙәре менән ни булырын алдан күҙ алдына килтерһә, ошондай сатлама һыуыҡта урамда ҡалыуға ҡарағанда, өшөңкөрәп булһа ла, йорттары эсендә ҡалыуҙы хуп күрерҙәр ине... Хоҙай һаҡлаһын!

Янғын надзоры бүлегенең төп белгес-эксперты Гөлназ Хужаәхмәтованан алған мәғлүмәттәр буйынса, үткән аҙнала ғына 6 янғын теркәлгән. Ҡалала сүп-сар контейнеры төтәүен, бер фатирҙа йылылыҡ торбалары зыянланыуҙы иҫәпкә алмағанда ла, янғындарҙа Ахунда йорт һәм веранда, Иманғолда –мунса, Ҡунаҡбайҙа – йорт һәм төктәмә, Мансурҙа мунса зыян күрҙеләр.   Ярар ҙа, ут артабан йәйелеүгә ирек бирелмәй! Әлеге ваҡытта бәтә хәл-шарттар аныҡлана.

  Йыл башынан Учалы районында 230 янғын теркәлгән (былтыр был осорға – 238). Төп сәбәптәр –ут менән һаҡһыҙ тотоноу, электр ҡорамалдары йә мейес ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, яуыз ниәттә ут төртөүҙәр.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас