

Бар республикала дан тотҡан ҡурай яһау оҫтаһы һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү остазы Дим Мөжәүиров “Ағасты художестволы эшкәртеү” номинацияһында призер булды. Лауреатҡа ниңә сыҡмағанын үҙегеҙ ҙә аңлап торағыҙҙыр – музыка ҡоралдары яһау ярышы түгел бит, ә ағастан нәфис әйберҙәр яһау. Шуға ҡарамаҫтан, ҡиәфәте менән дә, асылы менән дә камил ҡурайҙарын бер нисек тә урап үтә алмағандар. Дим Рәфҡәт улы үҙенә күрә “аҡһаҡал” сифатында саҡырыла бит унда, сөнки тап уға “Башҡортостан халыҡ кәсептәре. Үткән, әлеге, киләсәк” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” сараһында спикер, йәғни алып барыусы вазифаһы йөкмәтелә. Оҫталар йәнле фекер алышыуын ойштора алыуынан, кәңәштәре, үҙ тәжрибәһе менән уларға булышлыҡ итә алыуынан беҙҙең оҫта бик тә ҡәнәғәт ҡайтҡан.
Һәм һуңғы араларҙа йыш оҫталығын күрһәтә. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә, “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында “Башҡортостан көнө” үткәрелде. ВДНХ комплексы биләмәһендә үткән тантаналы сарала республика Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар, шул иҫәптән Ҡаҙағстан һәм Беларусь илселере ҡатнашты. Локаль хәрби хәрәкәтәр ветарандары, артистар һәм спортслыр, ҙур компаниялар, корпорациялар, банктар етәкселәре йыйылды. Республика Башлығы Башҡортостан экспозицияһының тематик майҙансыҡтарын ҡараны һәм төбәктең киң презентацияһына старт бирҙе. Ул Башҡорт иленең үҙенсәлектәре, бөгөнгөһө һәм үткәне менән таныштырҙы. Шулай уҡ Радий Фәрит улы Башҡортостандың туристик ҡеүәте тураһында һөйләне һәм барыһын да беҙгә ҡунаҡҡа килеп, матурлыҡтарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә саҡырҙы. “Башҡортостан – ял итеү өсөн бик яҡшы урын. Күҙ алдына килтерегеҙ: 12 мең күл һәм йылға, тау саңғыһы трассалары. Республикабыҙға килегеҙ, беҙ ҡунаҡтарҙы яратабыҙ, уларҙы ҡаршы ала беләбеҙ. Башҡортостанға саҡырам. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!” – тине ул. Аңлашыла, ҡунаҡтарға республикабыҙ тәбиғәт менән генә түгел, милли мәҙәниәте, халыҡ кәсептәре менән дә ҡыҙыҡлы.Был сараға Дим Мөжәүиров та саҡырыла, мастер-класс ойоштора, баш ҡала һәм сит ил тамашасыларында ҡурай яһау һәм унда уйнау серҙәре ихлас ҡыҙыҡһыныу уята.
Дим Рәфҡәт улын һөйләшеү өсөн Уральск ҡасабаһында тап итә алманыҡ, ниңә тигәндә, тап әле йәнә Мәскәүгә саҡырылған икән – был тапҡырында “Рәсәй халыҡ художество кәсептәре” ассоциацияһы үткәргән «ЛАДЬЯ. Зимняя сказка-2023» күргәҙмә-йәрминкәһенә. Ошо тематика буйынса бәтә илдә иң күләмле һәм абруйлы сара. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ – “Хохлома”, “Гжель”, “Палех” кеүек бөтә донъяла танылған сәнғәт брендтары янында “Башҡорт ҡурайы” экспозицияһы ла лайыҡлы урын аласаҡ, афарин!
P.S.Дим Рәфҡәт улы бала саҡта Рәис Низаметдинов етәкселегендә ҡурай уйнарға өйрәнә, байтаҡ конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Һуңынан 9 йыл буйына Өфө сәнғәт училищеһында, Өфө сәнғәт академияһында һәләтен камиллаштыра. Уральск ҡасабаһына ҡайтып, “Ирәмәл” ижад үҙәгендә уҡыта башлағас, милли инструмент етешмәү проблемаһына яҡындан юлыға. Берәйһе булһа бәлә һалыуҙан ары китә алмаҫ ине, Мөжәүиров иһә үҙе ҡурай яһау тураһында уйлана, серҙәренә төшөнә. Һөҙөмтәлә хәҙер инде һигеҙ йыллап самаһы иң танылған оҫталарҙың береһе. Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр!