

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында “ЮлдашХит – 2023" тип аталған йомғаҡлау концерты үтте, унда башҡорт эстрадаһының мәңгелек моңдары һәм быйылғы йылдың иң яҡшы йырҙары яңғыраны. Радио тыңлаусылар менән һәр саҡ бәйләнештә торғас, сын халыҡ һөйөүен яулаусылар билдәләнә тип ауыҙ тултырып әйтерлек.
Байрамдың махсус ҡунаҡтары - Айҙар Ғәлимов, Салауат Фәтхетдиновтың йырын башҡарған Ҡытай һылыуы Динь Ян. Элвин Грей ҙа сығыш яһай - әйткәндәй, Радик Юлъяҡшин был сарала бер нисә тапҡыр награда алған.
Байрам күңелле һәм сағыу үтә,еңеүселәргә шифаханаға путевкалар, фитнес-клубҡа йыллыҡ карталар һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Шул иҫәптән Комсомольск мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Булат Пирғәлин "Музыкаль блогер" номинацияһында билдәләнде. Музыкант, заман сәсәне, тынғыһыҙ ижадсы Булат Марат улын Учалыбыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр, билдәлелеге бөтә Башҡортостанда ла киң таралған икән! Интернеттағы сәхифәһендә ауыл тормошон һүрәтләгән фотолар ҡуйып, шаян шиғырҙар менен биҙәүе үҙе генә ни тора (https://vk.com/b.pirgalin), популяр йырҙарҙы башҡортсаға мәрәкәләп түңкәреүе лә илағансы көлдөрә. Шаян һәм етди видеояҙмаларын көтөп кенә тороп, “Яйыҡ” гәзитенең Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөнә ҡуя барабыҙ – эйе, халыҡ һөйөүен яулауы асыҡтан-асыҡ күренә бит унда.
Сираттағы еңеү менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы ижади үрҙәргә артылыуын теләйбеҙ!
-Бик шатмын был фестивалға барып ҡайтҡаныма. Азат Айытҡолов, Ризуан Хакимов, Идрис Гәзиев һымаҡ “мәҙәниәт аҡһаҡалдары” менән бер сәхнәлә баҫып тороуға ни етә! Пландар - артабан шул йүнәлештә эште дауам итергә, - ти Булат Марат улы.
Аңламаған кешегә эшмәкәрлеге башлыса уйын-көлкө генә булып тойолһа ла, мөһимдән-мөһим, әлеге заман өсөн көн ҡаҙағындағы изге эш башҡара бит ул – интернет киңлектәрендә башҡорт теле, башҡорт мәҙәниәте күберәк таралыуға булышлыҡ итә. Тап бөгөн һынылыш мәле икәнлеге сер түгел – ниндәй телдәр интернет селтәрендә ерегә ала, артабан да йәшәйәсәктәр һәм үҫешәсәтәр, юҡ икән – бер-ике быуындан ул телде тарихсылар ғына хәтерләйәсәк!
Бына шулай, йәмәғәт, интернетҡа ингәндә, мотлаҡ башҡорт блогерҙары, шағир-яҙыусылары сәхифәләренә, милли баҫмаларҙың төркөмдәренә күҙ һалыуҙы ғәҙәткә алығыҙ. Һеҙгә бер ауырлығы юҡ, ә селтәрҙә башҡорт телендәге яҙмалар менән нисә кеше ҡыҙыҡһыныуы тураһында мәғлүмәттәр теүәл иҫәпләнә бара. Һәм ошоға ярашлы “светофорҙа” йәшел, һары йә ҡыҙыл ут ҡабыҙыла, йәғни, популяр сығанаҡтар артабан тағын да йылдамыраҡ үҫешә ала.“Яйыҡ” төркөмөнөң адресын да иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - https://vk.com/public165174096