Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
15 Декабрь 2023, 08:39

Автомобилһеҙ ҡалыр инде

Был статья буйынса  штраф әллә ни ҙур түгел (3-4 мең һум),  әммә хоҡуҡ боҙоу предметын конфискациялау ҙа ҡаралған. Йәғни, һунарға сыҡҡан еңел автомобиле тартып алыныуы бик тә ихтимал.

Автомобилһеҙ ҡалыр индеАвтомобилһеҙ ҡалыр инде
Автомобилһеҙ ҡалыр инде

“Урал-Тау” заказнигында  бер ауылдан аталы-уллы браконьерҙар инә һуйыр атып тотолдо тип яҙғайныҡ.  Үлтерелгән ҡош бик-бик ҡиммәткә баҫасаҡ буғай!

Эске эштәр бүлегенең  өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова беҙгә түбәндәгеләрҙе бәйән итте:

-Законһыҙ һунар өсөн РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эш ҡуҙғатыла. 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған, иң ҡаты яза – 2 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү. Бынан тыш, икеһе лә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.8-се статьяһы буйынса ҡорал менән эш итеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуап тотасаҡ. Шулай уҡ 68 йәшлек гражданға РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.39-се статьяһы ҡулланыла – айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу тәрбтибен боҙоу. Һуңғы  статья буйынса  штраф әллә ни ҙур түгел (3-4 мең һум),  әммә хоҡуҡ боҙоу предметын конфискациялау ҙа ҡаралған. Йәғни, һунарға сыҡҡан еңел автомобиле тартып алыныуы бик тә ихтимал.

Динара Фәнил ҡыҙы әйтеүенсә, урындағы хоҡуҡ системаһының бындай тәжрибәһе бар: өс йыл элек бер яҡташыбыҙ айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә йөрөгәнлеге асыҡланғайны. 3 мең һум штраф һалына һәм  ҡар, һаҙ өҫтөнән йөрөргә тәғәйен ҡиммәтле вездеходы конфискациялана.  Был граждан, яза саманан тыш ҡаты тип, судтың юғары инстанцияларына мөрәжәғәт итеп ҡараһа ла, тәү хөкөм көсөндә ҡалдырылған.

Бына шулай, яҡташтар, айырыуса һаҡланған территорияларҙа браконьерлыҡ ҡылыу, ағас киҫеү генә түгел,  тәртип боҙоп транспорт менән  үткән хәлдә лә, автомобилһеҙ (йә тракторһыҙ, башҡа техникаһыҙ) ҡалырға мөмкин. Әлбиттә, тәбиғәтте һаҡлаусылар Айҙан төшкән кешеләр түгел, кемдер яңылыш ҡына, осраҡлы  рәүештә үтеүселәрҙән ҡара ниәт менән йөрөүселәрҙе айыра беләләр, мөнәсәбәт тә төрлөсә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас