

Аңламағас аңламайбыҙ инде – булған (хатта булмаған!) аҡсаңды нисек итеп билдәһеҙ кешенең әйтеүе буйынса ғына ҡайҙалыр күсерергә мөмкин! БР буйынса эске эштәр министрлығынан сираттағы яңылыҡ. Учалы ҡалаһында көн күргән 53 йәшлек ҡатынға “федераль хеҙмәткәр” шылтырата, банктағы счетыңды кемдер емереп маташа тип ҡурҡыта. Һәм, тәбиғи, үҙенә (йәнәһе лә, хәүефһеҙ счетҡа) күсерттерә. Бахыр ҡатындың үҙ аҡсаһы ла йүнләп булмағандыр, жуликты байытыу өсөн кредит ала, һәммәһе 285 мең һумға таланды.
Ә жуликтар беҙҙең телефон номерҙарын ҡайҙан белә? Ҡалабыҙҙа бер элемтә салоны хеҙмәткәре интернет аша билдәһеҙ бәндә менән бәйләнешкә сыға. Уның өгөтләүенә ҡаршы тора алмайынса 9 абонентының номерҙарын һата. Һатлыҡйәнлек һөйөнсөһөнә оҙаҡ шатлана алмай – хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре иғтибарына эләгеп, байтаҡҡа күберәк аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Учалы район судынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәт эше ҡуҙғатылып, 130 мең һум штраф һалынған, йыл ярым ваҡыт кешеләрҙең шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеү менән бәйле вазифалар биләү тыйылды.