Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Декабрь 2023, 05:17

Бындай балалар, үҙҙәре сын мөғжизә!

Силәбе ҡалаһында үткәрелгән " Ҡышҡы мөғжизә"  («Зимняя феерия») исемле Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурста беҙҙең бейеүселәр ҙур еңеүгә өлгәште.

Бындай балалар, үҙҙәре  сын мөғжизә!Бындай балалар, үҙҙәре  сын мөғжизә!
Бындай балалар, үҙҙәре сын мөғжизә!

Яңы йыл алдынан үҙҙәренә лә, ата-әсәләренә лә, бар яҡташтарына ла  гүзәл бүләк тапшырҙылар:Силәбе ҡалаһында үткәрелгән " Ҡышҡы мөғжизә"  («Зимняя феерия») исемле Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурста беҙҙең бейеүселәр ҙур еңеүгә өлгәште.

Уральск сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Дарина Ғафанова һәм Алтынай  Килмөхәмәтова  l дәрәжә Лауреат исемдәре яуланылар. Дарина “Еләкле аҡлан”ды башҡарһа, Алтынай – самауыр менән башҡорт бейеүе.

Розалия Билалова менән Эльмира  Илһамова дуэты ll дәрәжә Лауреат  дипломдары менән бүләкләнәләр, улар оло сәхнәлә  йәштәрҙең заман бейеүен башҡарып алҡыштарға күмелә. Шулай уҡ матрос бейеүен тыпырҙатҡан “Йондоҙсоҡтар” (“Звездочки”) ll дәрәжә Лауреат  дипломы менән    шатландырҙы, барлығы 14 гөлдәй бала.

-Конкурс ике көн барҙы, ҡатнашыусылар күп тә булды, ифрат һәләтлеләр ҙә! Ошондай шарттарҙа ла юғары һөҙөмтәләргә ирешә алыуыбыҙға, әлбиттә, ныҡ шатбыҙ! – ти Уральск балалар сәнғәте мәктәбе уҡытыусыһы Розалия Абдрахманова.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас