

Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәге базаһында (директоры Динара Мөжәүирова) быйыл тормошҡа ашырылған “Тамырҙарға ҡайтыу –Туҡыусылыҡты тергеҙеү” ("Возвращение к истокам - Возрождая ткачество") проекты тураһында гәзитебеҙҙә яҙа килдек.
Гүзәл шөғөлгә мөкиббән бирелгән кешеләр“Игелек хаҡына” ( “Во благо” ) исемле автоном коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошмаға берегеп, Мәҙәни инициативалар буйынса Президент фонды грантын алыуға ирештеләр. Был аҡсаға кәрәкле материалдар һатып алына, станоктар яһатыла, кабинеттар йыһазландырыла. Балаларҙы ғына түгел, бар теләүселәрҙе милли туҡыусылыҡ тарихы менән таныштыралар, һарыҡ йөнөн таҙартырға һәм эшкәртергә өйрәтәләр, балаҫтарҙың схемаларын әҙерләү серҙәренә төшөнәләр һәм башҡа. Келәм һуғыу нескәлектәренә Ижад үҙәге хеҙмәткәре, махсус курстарҙа әҙерлек үткән мәғариф отличнигы Дина Мөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтова өйрәтә.
-Дина ханымдың һәр лекцияһы – хазина! Эш рәтен аңлатыу менән сикләнмәй, тарихи экскурстар, фольклор тамашалар ойоштора килде. Сөнки проекттың бер йүнәлеше – этнопсихология. Һәр бер милләткә айырым характер, аң, уйлау, һиҙеү, донъяны тойоу, матурлыҡты баһалау сифаттары хас. Был үҙенсәлектәр халыҡ йолаларында һәм кәсептәрендә айырыуса балҡыу сағыла. Уларҙы белеү милләт-ара татыулыҡ һаҡлау өсөн үтә мөһим. Беҙҙең балалар ҙа башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә эш һәм уйын ҡатыш төшөндөрөлдө. Фәҡәт был йүнәлештә онлайн/офлайн форматында 16 дәрес ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың аҫыл ҡатындары – “Йәйғор” төркөмө һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары арыу-талыу белмәйенсә һәр яҡлап булышлыҡ иттеләр. Уларҙан белгән мәғлүмәттәр бер китапта юҡ. Йыр, бейеү, һөнәр йолалары, аутентик (ысын), өләсәй-ҡарт өләсәйҙәрҙән ҡалған йөн теткес һәм иләүес менән эш итеп ҡарау кемгә оҡшамаҫ!- тип билдәләй Динара Рәис ҡыҙы. – Ә туҡыусылыҡтың фәҡәт үҙе тураһында әйтһәк, төрлө йәш балаларына тәғәйен ике төркөмдөң һәр ҡайһыһына 48-әр дәрес бирелде. Балалар ихлас ҡыҙыҡһынды. Малайҙар ҙа станок менән эш итеүгә әүрәне, юҡҡа ғына тәү туҡыусылар ир затынан булмағандыр! Иң-иң тырыш һәм ҡыҙыҡһыныусан йәш бәләкәй оҫтабикәләребеҙ -Варвара Рябцева (фотола –үҙе яһаған панно һәм “Ҡыш Бабай тоҡсайы” менән), Йәзилә Үҙәнбаева, Вероника Мирошниченко, Амелина Дәүләтшина, Эльза Харисова, Айһылыу Нуриева, Асия Нуриева, Эльвина Солтанова, Амелия Мужипова һәм башҡа күп. Нимәгә өйрәнеүҙәрен күрһәтеү, дәрт биреү өсөн оҙаҡламай айырым күргәҙмә ойошторасаҡбыҙ
Ә артабан ни буласаҡ? Проект буйынса, теүәл әйткәндә, 1 сентябрь -31 декабрь дәүерендә генә балаларға махсус дәрестәр биреү буйынса йөкләмә алған бит “Игелек хаҡына” ойшмаһы. Шуның менән эш тамаммы? Динара Мөжәүирова беҙҙе тынысландырҙы:
-Беренсенән, ҡайтартҡан станоктарҙы, туплаған тәжрибәбеҙҙе “тутыҡтырып” булмаҫ инде – был йүнәлеште артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Икенсенән, балалар ғына түгел, бик күп ҡатындар туҡыусылыҡ серҙәре менән ҡыҙыҡһына, яҙалар, шылтыраталар, үҙҙәре киләләр. Ололар өсөн дә ниндәйҙер рәүештә дәрестәр тураһында уйлана башланыҡ. Әйткәндәй, оҫтабикәбеҙ Дина Мөхәмәт ҡыҙы мастер-класс үткәреү өсөн Учалыға, Наурыҙға, Яңы Байрамғолға, Илсегә, хатта, Белоретҡа барып ҡайтты, яҡынса ғына алғанда ла, 2000 тирәһе кешегә һабаҡ бирҙе.
Дөйөмләштереп әйткәндә - проект тамамланды, шөғөл дауам итә. Бирһен Хоҙай, йорттарыбыҙға күҙҙең яуын алырлыҡ милли биҙәлештәге туҡымалар йәм бирһен, тиҫтәләгән-йөҙәрләгән кеше күркәм кәсеп ептәрен киләһе быуындарға һуҙһын!