Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2023, 08:59

Һары алтындың ҡара эҙе

Алтынды разведкалау һәм табыуға районыбыҙ биләмәләрендә 13 лицензия ғәмәлдә. 3 предприятие ( “Алтын яр”, “ Алтын яр” тау компанияһы”, “Башҡорт алтын табыу компанияһы” фәнни-производство фирмаһы” йәмғиәттәре) ҡиммәтле металды раведкалау һәм табыу менән шөғөлләнһә, 4 компания тик развека менән мәшғүл (ООО «Самрау», «Карано-Александровское», «Ак Булат»,«Артель старателей Июсская» йәмғиәттәре). Шуға ҡарамаҫтан, бәғзе предприятиелар  разведка һылтауы менән алтынды табыу менән шөғөлләнеүе фараз ителә. Эшмәкәрлек масштабтарынан күренеп тора.

Һары алтындың ҡара эҙе
Һары алтындың ҡара эҙе

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса республика ведомство-ара комиссияһы үҙ эшен  төбәгебеҙҙә дауам итә.

БР хөкүмәте вице-премьеры –хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов  рәйеслегендә  комиссияның сираттағы күсмә ултырышы Учалы районында үтте.

Азамат Фәрит улы һыҙыҡ өҫтөнә алды, комиссияның төп бурысы – федераль, республика власть органдары, контроль-надзор органдары һәм бизнес структуралары араһында эффектлы бәйләнеш булдырыу,  ер аҫты байлыҡтары, тәбиғәт ресурстары менән файҙаланыу закон талаптарына ярашлы алып барылыуына ирешеү.

Тикшереүҙәр үткәргәндә баш-баштаҡлы, вәхшиҙәрсә кәсеп итеү осраҡтары асыҡлана бара. Учалы районы буйынса йөрөгәндә  «Ак Булат», «Седьмой цех», «Уктык Таш», «Алтыр яр» кеүек предприятиелар эшмәкәрлегенә лә һорауҙар пәйҙә булды, тип билдәләй. Мәҫәлән, билдәләнгән талаптарҙы инҡар итеп һыу ресурстары менән файҙаланыу. Ғөмүмән,  ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға дәғүәләр байтаҡ йыйылған.

-Айырым предприятиелар лицензия талаптарын үтәмәй, отчет бирмәйҙәр, һалым түләмәйҙәр!- ти Азамат Абдрахманов. – Бындай хәл менән һис тә килешеп булмай. Учалы районында комиссия эшмәкәрлеге оҙаҡ барасаҡ әле, һәр ятҡылыҡ айырым тикшереләсәк.

“Альтинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт миҫалында асыҡ күренә –инабатһыҙ кәсепселәр өсөн “хөрриәт” тамаланды. Был компания Ураҙ ауылы янында ике участкала («Террасовая-2» һәм «Ҡыҙыл-Таш») геологик тикшереү, алтынды разведкалау һәм табыуға лицензияларға эйә ине. 2022 йылдың апрелендә ведомство-ара комиссияның юллауы буйынса лицензиялар ғәмәлдән сығарыла. Әммә шул уҡ йылдың октябрь айында үткәрелгән тикшереү участкаларҙа һаман да ауыр техника эшләтелеү эҙҙәренә тап булды.  Ошоға бәйле  предприятиеның вазифалы кешеләренә енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. Шулай уҡ 2023 йылдың февраль айында Учалы район суды  “Альтинвест”  һәм “Гасадд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә рекультивация проекттарын төҙөү һәм участкаларҙы ипкә килтереү бурысын йөкмәтте. Ведомство-ара комиссия был проблеманы аҙағына тиклем күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ.

БР Башлығы Радий Хәбиров аныҡ талап ҡуйғайны бит: ер аҫты байлыҡтары менән эш итеүселәр лицензия талаптарын тайпылышһыҙ үтәргә, участкалырының сиктәре аша сыҡмаҫҡа,  һуңынан рекультивация үткәрергә бурыслы.  Ҡайһы саҡ урындағы власть һәм халыҡ менән сәнәғәтселәр араһында бер ниндәй бәйләнеш юҡ,  техника эшләй башлағас ҡына  муниципалитеттар  кемдер лицензия алыуы тураһында белеп ҡала;  бәғзе предприятителар  сәнәғәт ҡалдыҡтарын үҙҙәренә бирелгән участканан ситтә өйә, вәхшиҙәрсә технологиялар ҡуллана, рекультивация менән шөғәлләнмәй, тип борсолоу белдергәйне.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса республика ведомство-ара комиссияһына   Учалыла эш етерлек.

Районыбыҙҙа тәбиғәт ҡаҙылма байлыҡтарын эҙләү, разведкалау һәм табыуға һәммәһе 69 федераль лицензия бирелгән, шул иҫәптән 49 рөхсәт – ҡиммәтле металға. Бөтә Башҡортостанда алтынға бирелгән лицензияларҙың 84 проценты Учалыға тура килә. Лицензия алыусылар төп өләштә Башҡортостандан түгел, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Красноярск крайында теркәләгәндәр.1992-2021 йылдарҙа  Учалы районына һәммәһе 105 лицензия бирелә, 2022 йылдың октябрь айынан был эш туҡтатылып торҙо.

Алтынды разведкалау һәм табыуға районыбыҙ биләмәләрендә 13 лицензия ғәмәлдә. 3 предприятие ( “Алтын яр”, “ Алтын яр” тау компанияһы”, “Башҡорт алтын табыу компанияһы” фәнни-производство фирмаһы” йәмғиәттәре) ҡиммәтле металды раведкалау һәм табыу менән шөғөлләнһә, 4 компания тик развека менән мәшғүл (ООО «Самрау», «Карано-Александровское», «Ак Булат»,«Артель старателей Июсская» йәмғиәттәре).

Шуға ҡарамаҫтан, бәғзе предприятиелар  разведка һылтауы менән алтынды табыу менән шөғөлләнеүе фараз ителә. Эшмәкәрлек масштабтарынан күренеп тора.

Учалы район-ара прокуратураһы, “Росприроднадзор” белгестәрен йәлеп итеп, рейдтар үткәреп тора. Мәҫәлән, “УралЛит” йәмғиәте лицензия бирелгән участканы уҙып  эш итеп, тәбиғәткә 40 миллион һум тирәһе зыян килтереүе асыҡланған.

Комиссия ултырышында мәғлүм булыуынса, байтаҡ лицензия эйәләре ер участкаларын тейешлесә рәсмиләштермәгән, ер арендалау килешеүҙәре төҙөлмәгән.  8 предприятиела ғына 1 кешенән күберәк  штат теркәлгән!  Йәғни, эшкә хеҙмәткәрҙәрҙе килешеүһеҙ яллайҙар, тип фараз итерлек, бынан иһә урындағы бюджетҡа тейешле һалымдар килеп етмәй. 15 предприятие ғына һалым түләй, страховка иғәнәләрен күсерә, 21 йәмғиәт “нулевая отчетность” менән сикләнәһә, йәнәһе лә, бер ниндәй эшмәкәрлек алып бармайҙар.

Ваҡ “ҡара алтын табыусылар” – айырым тарих инде.  Улар өсөн лицензия ла, закон да,  бер нимә лә мөһим түгел, нисек теләйҙәр, шулай эш итәләр.... 

Район хакимиәте ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыуҙы контролдә тотоу менән  ныҡлап шөғөлләнә. Әлбиттә, үҙ вәкәләттәре сиктәренән сыға алмайҙар. Руслан Ғиләзетдинов билдәләүенсә, ятҡылыҡ һәм ҡаҙылма байлыҡ табыу участкаларына мониторинг (өҙлөкһөҙ күҙәтеү) башҡарыу өсөн махсус төркөм төҙөлгән.

-Быйыл төркөм 13 тапҡыр урындарға сыҡты, ҡарау акттары төҙөнө. Ер һәм экология закондары күҙәтелмәү осраҡтары буйынса  («Альинвест», «Комфорт-сервис»,  «Гамма строй», «Иремельбашресурс»,  «Седьмой цех», «Каменный пояс» йәмғиәттәре ) ҡарар ҡабул итеү өсөн тейешле инстанцияларға хаттар ебәрелә, - тип билдәләне Руслан Ғәлийән ул.- Тик шуныһы бар инде – әлеге ваҡытта контроль саралары үткәреүгә мораторий һаҡлана, тикшереүҙәрҙе  алдан килешелгән рәүештә генә башҡарырға мөмкин.

Әйткәндәй, беҙгә БР  Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Белорет территориаль комитетының баш белгес-эксперты Илсаф Ғабдеев белдерҙе – уларҙың министрлығы киң таралған ҡаҙылма байлыҡтар буйынса ғына вәкәләтле, ә бына алтын – федераль структуралар компетенцияһында.  Әммә бында ла проблемалар юҡ түгел, юл төҙөү өсөн ҡырсынташ соҡолған карьерҙарҙа рекультивация үтмәгән (иҫәпкә алынғандары ғына – 25). Лицензия ғәмәлдән сығарылған бер генә участка талап ителгәнсә төҙөкләндерелә. 

 Ә Учалыларҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны – алтын сәнәғәтселәренән беҙгә берәй файҙа бармы? Районыбыҙ иҡтисадына әлеге мәл ике генә предприятие әһәмиәтле өлөш индерә тип билдәләнде ултырышта  - “ Алтын яр” тау компанияһы”, “Башҡорт алтын табыу компанияһы” фәнни-производство фирмаһы” йәмғиәттәре.

Былтыр район хакимиәте ҡаҙылма байлыҡ табыусыларҙың  төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнашыу тәртибе тураһында норматив акт раҫланы. Лицензия алыусылар ошо йәһәттә  йөкләмә ала барасаҡ, бөгөнгө көнгә 7 килешеү төҙөлгән.

Әнисә  Янбаева.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: