Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2023, 09:11

Туған телем – халҡымдың бай хазинаһы

"Мин сәнғәткә ғашиҡ" номинацияһында Миндәк урта мәктәбе уҡытыусыһы  Әлиә Гәрәй ҡыҙы Яныбаева  һәм Ураҙ ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвира Мөхөтдин ҡыҙы Харисова юғары баһаларға ирештеләр.

Туған телем – халҡымдың бай хазинаһы
Туған телем – халҡымдың бай хазинаһы

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы,  БР башҡорт, рус  һәм башҡа туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы Башҡорт теле көнөнә арнап "Туған телем - халҡымдың бай хазинаһы" исемле  ижади конкурс иғлан иткәйне. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан  уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, уларҙың өйрәнсектәре ҡатнашты, төрлө номинацияларҙа көс һынашты. 200-ҙән ашыу кеше үҙен һынап ҡарай, бигерәк тә Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Учалы, Көйөргәҙе райондары ҙур әүҙемлек күрһәткән, ти.

Оло ҡәнәғәтлек менән хәбәр итәбеҙ, Учалы районы вәкилдәре үҙҙәрен  лайыҡ күрһәтте: "Мин сәнғәткә ғашиҡ" номинацияһында Миндәк урта мәктәбе уҡытыусыһы  Әлиә Гәрәй ҡыҙы Яныбаева  һәм Ураҙ ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвира Мөхөтдин ҡыҙы Харисова юғары баһаларға ирештеләр.

Икеһе  менән дә яҡыныраҡ танышҡас, туған телебеҙҙе, милли рухыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереү менән ниндәй аҫыл ҡатындар шөғөлләнә тип һөйөнөп ҡуйҙыҡ.

  Әлиә Яныбаева сығышы буйынса Баймаҡ ҡыҙы. 2021 йылда"Ауыл уҡытыусыһы" федераль конкурсында еңеү яулап, йүнәлтмә буйынса 6-сы һанлы Миндәк мәктәбенә ебәрелә.Бөгөнгө көндә юғары категориялы уҡытыусы булараҡ, башланғыс кластарҙа, башҡорт һәм инглиз телдәренән дәрестәр алып бара.  

-Гүзәл Рәсих ҡыҙы Илһамова  етәкләгән мәктәп коллектив көслө һәм берҙәм. Нәҡ ошонда профессиональ эшемде дауам итеүемә бик шатмын, -ти Әлиә Гәрәй ҡыҙы. –Һөнәрҙә камиллашыу өсөн бөтә шарттар булдырылған беҙҙә.   Былтыр "Йыл уҡытыусыһы-2023" муниципаль конкурсында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирештем.Республикабыҙҙы гөрләткән "Бураҡаева уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыуымды оло мәртәбә, тип һанайым. Былтыр "Башҡортостан ҡыҙы" журналының июнь һанында ғаиләм тураһында бик матур мәҡәлә баҫылып сыҡты. 2023 йылдың ҙур еңеүе тип, "Йәш уҡытыусылар -2023" грантына эйә булыуым тора. Конкурстарҙа бик теләп ҡатнашам. Телебеҙ, рухыбыҙ, тип, янып йәшәйем. "Туған телем - халҡымдың бай хазинаһы"конкурсынан, әлбиттә, бик ҡәнәғәт ҡалдым.
Бай йөкмәткеле, сағыу һәм күңелле тантана  дәрт, киләсәккә өмөт өҫтәне.
Тормошом менән бик ҡәнәғәтмен. Өс тағаным-балаларым тормошомдоң йәме, тәме. Ҡыҙым Ынйы, улдары Арыҫлан, Арсен - оло терәктәрем, таяныстарым. Балаларымдың уңыштарына ҡарап һөйөнөп бөтә алмайым. Ҡыҙым да сәнғәткә ғашиҡ кеше.Йыр, бейеү түңәрәгенә йөрөй, шиғыр конкурстары, мәҙәни саралар унһыҙ үтмәй. Өлкән улым программалар төҙөү менән бик ҡыҙыҡһына. Информатика түңәрәгенә  теләп йөрөй. Кинйәбеҙ, иһә, спорт йүнәлешен һайланы. Спорт мәктәбендә теннис түңәрәгендә шөғөлләнә. Шахмат өлкәһендә лә яңынан-яңы үрҙәр яулай.

 Ә Эльвира ханым  Азат Самат улы менән Норильск ҡалаһынан ике-өс йыл ғына элек Башҡортостанға килә.  Балалар башта русса ғына һөйләшкән булһа, хәҙер башҡортса иркен аралашалар. Ильяна матур бейей, йырлай,музыка мәктәбендә  гитара һәм фортепиано  уйнай, 7 йыл буйына акробатик гимнастика менан шөғөлләнгән, төрлө район конкурстарында йыш ҡатнаша. Ильястары иһә – футболсы һәм баскетболсы, музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә. 

Тәрбиәсе булып әлегә оҙаҡ эшләмәһә лә, бында ла яңы алымдар ҡулланған тынғыһыҙ, ижади ҡарашлы кеше ул.

-Психология, нейропсихология менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым.  Нейропсихологик күнекмәләр  үҙенсәлекле балаларға ла  ныҡ кәрәк, ҡәҙимге сабыйҙарға ла аң-зиһендәрен үҫештереү, хәтерҙәрен нығытыу өсөн үтә файҙалы. Иң һөйөндөргәне – был күнекмәләрҙе башҡорт халыҡ көйҙәренә (ҡурай, ҡумыҙ),  йырҙарына(өҙләү, таҡмаҡтар),  бейеүҙәренә, йолаларына һәм ауыҙ-тел ижадына таянып башҡарғанда, һөҙөмтәләр айырыуса өмөтлө, -ти Эльвира Мөхөтдин ҡыҙы.-  Хәйер, үҙем бала саҡтан милли сәнғәткә ғашиҡмын – башҡорт балы саҡлы татлы бит ул! Тасуири шиғыр һөйләргә лә, бейей-йырларға ла яратам. Шуға ла был конкурста бик теләп ҡатнаштым. Һәм ниндәйҙер урын аласағымды алдан һиҙҙем – ғаиләм, яҡындарым, коллегаларым шул тиклем көйәрмән булғас, ышаныстарын аҡлар кәрәк бит инде. Һәр тотонған эштең һөҙөмтәһе булыуына ла күнеккәнмен. “Бишек йыры” номинацияһында 2-се урын алыуыма шатланып та бөтмәнем, “Шиғриәт” номинацияһында ла “көмөш миҙал” менән көтмәгәндә ҡыуандырҙылар. Ике йөҙҙән ашыу һәләтленән-һәләтле кеше ҡатнашҡан бәйге өсөн бик юғары һөҙөмтә, тигән фекерҙәмен.

 Башҡорт теле көндәлек тормошта аҙ ҡулланыла, һүрелеп барған кеуек. Бына ошондай конкурстар күберак үткарелһә бик яҡшы булыр ине, сөнки популярлығын арттыра, йәш быуынға ыңғай өлгө бирәләр. Бына был сара  бик матур ойошторолдо,  яҡташыбыҙ  Минзәлә Яхина алып барыусы булды бит, кем һәм ниндәй икәнлеген аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй. Күңелгә дәрт өҫтәлде, үҙемде “Йыл педагогы” конкурсында  ла һынап ҡарарға  булдым. Тәүҙә еңеп булмаһа ла, тәжрибә өҫтәләсәк бит, ә һәр алыҫ сәфәр, һәр артылыш тәүге аҙымдан башлана.

 Ике әңгәмәсебеҙ ҙә гәзит уҡыусыларын Яңы йыл менән ҡотланылар, барыһына ла ғаилә бәхете,ныҡлы һаулыҡ, тормошҡа һөйөү һәм ижади ҡараш, донъялар тыныслығын теләнеләр. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, был еңеүҙәренең аяғы еңел булһын, артынан яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштар эйәртһен, тип теләп ҡалабыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: