Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2023, 13:12

Википедия миҙалы бирелде

Дзю-до буйынса тренер Фәһим Зәйет улы Шакировты төбәгебеҙҙә белмәгән кеше юҡтыр. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, блогер булараҡ та танылыу тапты. Һәм бүләкләнде.

Википедия миҙалы бирелде
Википедия миҙалы бирелде

Дзю-до буйынса тренер Фәһим Зәйет улы Шакировты төбәгебеҙҙә белмәгән кеше юҡтыр. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, блогер булараҡ та танылыу тапты. Һәм бүләкләнде.

Википедия үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләргә, спонсорҙарға һәм википедия тураһында яҙыусы журналистарға «Википедия миҙалы” бирелә.
«Фәһим Шакиров тирә-яғындағы үҙе белгән таш-тау, урман, йылға-күлдәрҙе фотоға төшөрөп, ҡыҫҡаса шиғыр менән ВК-ла үҙенең сәхифәһенә һала бара. Уның фотоларын «Ҡыҙыҡлы топонимика» төркөмөнә ҡуябыҙ. Һорау биреүсе булһа, ул бер ҙә тартынмай яуап бирә. Шулай уҡ балаларҙы уҡтан атырға өйрәтә.
Уның фотолары ҡуйылған постарҙы төркөмдәштәр бик ярата. 6 мең ярым булған төркөмдө инеп ҡараусылар һаны 9-12 мең булып китә.
Башҡорт топонимикаһын һаҡлап ҡалыуға тырышлығы өсөн миҙал менән билдәләп үтергә булдыҡ. Ер-һыу атамалары исемдәрен һаҡлап ҡалыуға уның да өлөшө бар», - тип билдәләй Башҡортса Википедия хакимы (администраторы) Зөфәр Сәлихов.

Күп яҙып тороуҙың кәрәге лә юҡтыр, сәхифәһенә инегеҙ ҙә ҡарағыҙ - https://vk.com/id245471454, бик ҡыҙыҡ та, фәһемле лә фотоһүрәттәр, яҙмалар унда бихисап. Башҡорт Википедияһының адресын да хәтерләп ҡуйығыҙ - https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82_%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D0%BF%D0%B5%D0%B4%D0%B8%D1%8F%D2%BB%D1%8B

Был хаҡта тулыраҡ – “Яйыҡ”тың киләһе һандарында.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: